Кәкрекүл ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кәкрекүл ҡаласығы
Дәүләт Flag of Bashkortostan.svg Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Краснокама районы

Кәкрекүл ҡаласығы (рус. Какрыкульское городище) — Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Иҫке Мошто ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. VI быуаттан алып — б.э. VIII быуатына ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәкрекүл ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Иҫке Мошто ауылы эргәһендә көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ҡаласыҡҡа исем яҡындағы Кәкрекүл күле атамаһынан алынған. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Николо-Берёзовка) — 55 км. Яҡындағы тимер юл станцияһы (Нефтекама) — 45 км

Табылдыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәкрекүл ҡаласығы майҙанының 300 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаласыҡ майҙаны 11 000 м² тәшкил итә, 2 ур[4] һәм соҡор менән уратып алынған. Тышҡы урҙың оҙонлоғо 169 м, киңлеге 9 м, бейеклеге 1,5 м, нигеҙен 2 рәт вертикаль рәүештә ҡағылған бүрәнә ҡоролма тәшкил итә. Ҡоролманың араһына арҡыры бүрәнә һәм балсыҡ һалынған.

Ҡаҙылдыҡ балсыҡ һауыттар төрлө мәҙәниәттәргә ҡарай:

Ананьин мәҙәниәтенә ҡарағаны — түңәрәк төплө, ауыҙ ситтәре тура йәки тышҡа ҡарай бөгөлгән, муйын тирәләренә соҡорло биҙәк һәм сиратылған бау эҙе һалынған;

Пьяный бор мәҙәниәтенә ҡарағаны — түңәрәк төплө, киң ауыҙлы, муйыны тирәләй соҡорло биҙәк, ауыҙ ситтәре ҡыя һырлы;

Бахмут мәҙәниәтенә ҡарағаны — түңәрәк төплө, йомро ҡорһаҡлы, ауыҙ ситтәре ҡыя һырлы, иңбаштары горизонталь ҡыя һыҙыҡтар, муйыны тирәләй бер нисә рәт кәкерсәктәр менән биҙәлгән.

Ҡаласыҡта мәғдәнселек менән шөғөлләнеү булған: тимер шлагы табылған, балсыҡ орсоҡбаштар, таштан яһалған иген онтағыстар, сүкеш, ҡайраҡ һәм төйгөстәр, һөйәк уҡ башағы асылған.

Ҡомартҡы тимер быуат һәм иртә урта быуат дәүерендә Көньяҡ Урал буйына халыҡтар килеп ултырыу осорҙарын күҙәтергә мөмкинлек бирә.

Кәкрекүл ҡаласығы материалдары Милли музейҙа һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фондында һаҡлана.

Асыштар тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәкрекүл ҡаласығы 1956 йылда археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе А. П. Шокуров тарафынан асыла.

Тикшеренеүҙәр

1964 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А. Х. Пшеничнюк һәм Ә.М.Кинйәбаев;

1988 йылда археолог Фәрит Мәжит улы Таһиров етәкселегендә БДУ экспедицияһы;

1989 һәм 2002 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм БДУ‑ның берлектәге экспедицияһы (етәкселәре — Рәсәй һәм Башҡортостандың тарихсы-археологы, Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археология бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Г. Н. Гарустович һәм Ф. М. Таһиров).

1993 йылда ТТӘИ экспедицияһы (етәкселәре — Г. Н. Гарустович, тарих фәндәре кандидаты,ТТӘИ-нең археологик тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре Овсянников Владимир Владиславович[5]) өйрәнә[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Кәкрекүл ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  5. Овсянников Владимир Владиславович

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Обыдённов М. Ф., Обыдённова Г. Т. Археологические памятники Южного Приуралья эпохи железа (I тыс. до н. э. — I тыс. н. э.). Уфа, 1998
  • Овсянников В. В., Тагиров Ф. М. Городище Какры-Куль (Старо-Муштинское) //Уфимский археологический вестник. Уфа, 2000. Вып.2.
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.