Эстәлеккә күсергә

Ҡара Абыҙ ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡара Абыҙ ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Урын Башҡортостан Республикаhы һәм Благовещен

Ҡара Абыҙ ҡаласығы (рус. Кара-Абызское городище) — Башҡортостан Республикаһының Благовещен ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. V быуаттан алып — б.э. VII быуатына ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3].

Ҡара Абыҙ ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Благовещен ҡалаһынан көньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Атама яҡындағы Ҡара Абыҙ күле исеменән алынған.

Ҡаласыҡ майҙаны 4000 м² тәшкил итә һәм 2 ур[4], соҡорҙар менән һаҡланған. Тышҡы ур таш менән нығытылған һәм балсыҡ менән һыланған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ һауыттар ике: Ҡара Абыҙ һәм Бахмут мәҙәниәттәренә ҡарай:

Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә ҡарағандары — түңәрәк төплө, ҡыҫҡа муйынлы, муйыны тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк һәм һырҙар төшөрөлгән табаҡҡа оҡшаш һауыттар;

Бахмут мәҙәниәтенә ҡарҡарағандары — түңәрәк төплө, ҡыҫҡа муйынлы өҫтө тотош бәләкәй генә соҡорло биҙәктәр төшөрөлгән һауыттарҙан тора.

Табылдыҡтар араһында — бронза уҡ башаҡтары һәм кельт-балта, балсыҡ һәм таш орсоҡбаштар, тимер бысаҡтар, тире эшкәртеү өсөн һөйәктән яһалған ҡоралдар, мал һөйәктәре. Шулай уҡ XV быуатҡа ҡараған көмөш урыҫ тәңкәһе килеп сыҡҡан.

Артефакттарҙан күренеүенсә, ҡаласыҡ халҡы малсылыҡ, игенселек, һөйәктән әйберҙәр яһау, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Башлыса һыйыр малы, йылҡы үрсеткәндәр. Ҡомартҡы Ҡара Абыҙ һәм Бахмут мәҙәниәттәре ҡәүемдәренең үҙ-ара йоғонто яһау процесын сағылдыра.

Ҡомартҡы материалдары материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6].

1769—70 йылдарҙа Н. П. Рычков тарафынан тасуирлана. 1894 йылда Рәсәй империяһы археологы, этнограф, журналист һәм яҙыусы Ф. Д. Нефёдов, 1928 йылда СССР археологы һәм шәрҡиәтсеһе, Кама буйы археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе А. В. Шмидт, 1959 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы, тарих фәндере докторы, профессор, археолог Н. А.Мәжитов, 1977 йылда тарих фәндәре докторы, профессор В. А. Иванов өйрәнә[1].

  1. 1,0 1,1 Ҡара Абыҙ ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 13 август архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  5. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  • Рычков Н. П. Журнал, или Дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства в 1769 и 1770 году. СПб., 1770
  • Збруева А. В. История населения Прикамья в ананьинскую эпоху //Материалы и исследования по археологии СССР. М., 1952. № 30.
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.