Эстәлеккә күсергә

Иҫке Мошто ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Иҫке Мошто ҡаласығы (Ҡыҙҡала тауы) (рус. Старомуштинское городище) — Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылы эргәһендә урынлашҡан , Ананьин мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Иҫке Мошто ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылынан көньяҡҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта ҡалдыҡ тау түбәһендә урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Николо-Берёзовка) — 55 км [4].

Иҫке Мошто ҡаласығы майҙаны археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаласыҡ 2 рәт ярым түңәрәк ур[5] һәм соҡор менән уратылған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәр ҡабырсаҡ йәки эре ҡом ҡушып эшләнгән һауыттарҙан ғибәрәт.

Иҫке Мошто ҡаласығы йәшенеү урыны булған тип фараз ителә.

Ҡомартҡы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[6]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[7] .

Иҫке Мошто ҡаласығын 1956 йылда археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе А. П. Шокуров тарафынан асыла.

1964 йылда уны археолог, тарих фәндәре кандидаты А.Х.Пшеничнюк өйрәнә.

1982 йылда Рәсәй һәм Башҡортостандың тарихсы-археологы, Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археология бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Г.Н.Гарустович тикшерә.

  1. Иҫке Мошто ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2011 йыл 19 май архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  6. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  • Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.