Эстәлеккә күсергә

Камышинка ҡаласыҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Камышинка ҡаласыҡтары
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Бөрө районы

Камышинка ҡаласыҡтары (рус. Камышинские городища) — Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Камышинка ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. VI быуаттан алып — б.э. VII быуатына ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3].

Камышинка ҡаласыҡтары Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Камышинка ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Бөрө) — 15 км, ауыл советы үҙәгенә тиклем (Силантьев) — 6 км[4].

2 ҡаласыҡ табылған.

Камышинка ҡаласығы I — 5 ур[5] менән уратылған.

Балсыҡ һауыттар табылған, улар ҡырсынташ һәм ҡабырсаҡ ҡушып яһалған, бәләкәй генә соҡорло биҙәк төшөрөлгән.

Камышинка ҡаласығы II — уның майҙаны 130 мең м², 180 м². Киңлеге 5 м, бейеклеге 1,5—3 м² тәшкил иткән ур һәм киңлеге 2 м, тәрәнлеге 0,5 м соҡор менән уратылған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында көршәк рәүешендәге балсыҡ һауыттар табылған:

Ананьин мәҙәниәтенә ҡарағандары — ауыҙы тыш яҡҡа бөгөлгән йәки тура, муйыны тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк менән уратылған һәм горизонталь бау эҙҙәре менән биҙәлгән;

Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенекеләр — ауыҙы тыш яҡҡа бөгөлгән, муйыны тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк йәки һырҙар менән биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттар);

Бахмут мәҙәниәтекеләр — ауыҙы тыш яҡҡа бөгөлгән, муйыны тирәләй соҡорло биҙәк, һырҙар, ҡыя һыҙыҡтар менәнбиҙәлгән йәки тышына тотош бәләкәй генә соҡорло биҙәк баҫылған.

Ҡаласыҡта баҡыр таралғы, кельт-балта, балсыҡ тигель, балсыҡ һәм таш орсоҡбаштар, хайуан һөйәктәре табылған.

Табылдыҡтар ҡаласыҡ халҡы малсылыҡ, игенселек, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгәнен күрһәтә.

Ҡомартҡы тимер быуатта Урал буйына халыҡтар килеп ултырыу барышын күҙалларға мөмкинлек бирә.

Камышинка ҡаласыҡтары материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[6]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[7].

Беренсе ҡаласыҡ ХХ быуаттың 50‑се йылдарында археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе А. П. Шокуров тарафынан асыла.

Икенсе ҡаласыҡты 1980 йылда ғалим-археолог, тарих фәндәре кандидаты Байтимер Батырхан улы Агеев[8] тикшерә. [1]

  1. 1,0 1,1 Камышинка ҡаласыҡтары//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7
  5. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  6. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  8. Байтимир Батырханович Агеев//Национальный музей Республики Башкортостан
  • Агеев Б. Б., Овсянников В. В. Камышинское II городище //Уфимский археологический вестник. Уфа, 2000. Вып.2.
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.