Эстәлеккә күсергә

Серёнькин ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Серёнькин ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Илеш районы

Серёнькин ҡаласығы (рус. Серёнькино городище) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Гремучий Ключ ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. II — б.э. III быуаттарға ҡараған Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Әнәс ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Гремучий Ключ ауылынан көнбайышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының бейек һул ярында урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй) — 28 км.

Серёнькин ҡаласығы майҙанының яҡынса 600 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаласыҡ майҙаны яҡынса 26 мең м², 2 ур[4] — береһенең бейеклеге 2 м, киңлеге 15 м, икенсеһенең бейеклеге 3 м, киңлеге 17 м — һәм тәрәнлеге 0,8—1,5 м, киңлеге 10 м соҡор менән уратып алынған була.

Торлаҡ тип фараз ителгән, бағана конструкциялы ҡаралты ҡалдыҡтары, усаҡ эҙҙәре табылған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәр бер нисә мәҙәниәткә ҡарай:

Пьяный Бор мәҙәниәте — ҡабырсаҡ онтағы ҡушып яһалған, муйыны тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк төшөрөлгән, ҡайһыларының ауыҙ ситтәре ҡыя һыҙыҡтар менән биҙәлгән;

Ананьин мәҙәниәте — ҡабырсаҡ онтағы ҡушып яһалған, бәләкәй генә соҡорло биҙәк, бау эҙҙәре менән биҙәлгән;

Бахмут мәҙәниәте — ҡом һәм ваҡ таш ҡушып яһалған, ҡорһағы буйлап түңәрәк һәм аныҡ рәүешһеҙ бәләкәй генә соҡорло биҙәк төшөрөлгән һауыттарҙан тора.

Тимер бысаҡ- ураҡ, оңғоло бронза уҡ башаҡтары, муйынсаҡ бөртөгө, баҡыр йөҙөк кеүек металл әйберҙәр һәм һөйәктән эшләнгән өс ҡырлы уҡ башаҡтары, тишкес‑беҙҙәр, ауыҙлыҡ, тура мөйөшлө таралғы һынығы, йәнлек стилендә һырлап төшөрөлгән биҙәкле яҫы пластинка, кеше һөйәгенән эшләнгән бетеүҙәр табылған. Йәнлек һәм кеше һыны рәүешендә яһалған бәләкәй генә балсыҡ фигуралар, орсоҡбаштар, муйынсаҡ бөртөктәре килеп сыҡҡан.

Артефакттар ҡаласыҡ халҡының баҡыр ҡойоу һәм тимер эшкәртеү, йәғни мәғдәнселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгәнен күрһәтә.

Ҡаласыҡ 1972 йылда СССР һәм Рәсәй археологы, тарих фәндәре докторы, профессор М. Ф. Обыдённов тарафынан асыла.

1978—79 йылдарҙа — ғалим-тарихсы-археолог, тарих фәндәре докторы, профессор В. А. Иванов , 1983 йылда ғалим-археолог, тарих фәндәре кандидаты Байтимер Батырхан улы Агеев[5] һәм тарих фәндәре кандидаты Васильев Виталий Николаевич, 1989 йылда археолог, тарих фәндәре докторы Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы Обыдённова[6] өйрәнә.

  1. Серёнькин ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  5. Байтимир Батырханович Агеев//Национальный музей Республики Башкортостан
  6. Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.