Әбү әл-Ғази

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әбү әл-Ғази
үзб. Abulgʻozi Bahodirxon
Заты ир-ат
Гражданлығы Bandera de Khiva 1917-1920.svg Хиуа ханлығы
Тыуған көнө 24 август 1603({{padleft:1603|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Ташкентская область[d], Гүргәнж
Вафат булыу көнө 1664
Вафат булған урыны Хиуа ханлығы, Хиуа
Хиуа ханлығы
Атаһы Араб Мухаммад-хан[d]
Бер туғандары Афган-Мухаммед[d]
Балалары Ануша-хан[d]
Нәҫеле Шейбаниды[d]
Һөнәр төрө тарихсы, яҙыусы
Биләгән вазифаһы Хан (дәрәжә)
Commons-logo.svg Әбү әл-Ғази Викимилектә

Әбүлғази, Әбү әл-Ғази хан (Абдәл-ғази, Багадур-хан, Абульгази Багадырхан, үзб. Abulgʻozi Bahodirxon, 24 август 1603, Гүргәнж — 1664, Хиуа) — Хиуа ханы шейбанид, шулай уҡ тарихсы булараҡ билдәле. Гүргәнжтә тыуған, Араб Мөхәммәт-хан улы.

Идаралыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әбүлғази 17 йәшендә атаһынан биләмә ала, һәм шунан һуң ул ағайҙары менән боҙолоша, ағайҙары уны Сәфәүи империяһына ҡыуалар. 1644 йылда Әбүлғази Гүргәнжкә әйләнеп ҡайта һәм хан тип иғлан ителә. Тәхеткә 1643 йылда, ағайҙары менән оҙайлы көрәштән һуң ултыра. Төрөкмәндәргә, ҡалмыҡтарға һәм Бохар ханлығына ҡаршы һуғыша. 1663 йылда улы Мөхәммәт Ануша файҙаһына тәхеттән баш тарта, 1664 йылда вафат була.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әбүлғази ике тарихи әҫәрҙең авторы булараҡ билдәле: «Төрөкмәндәр шәжәрәһе» (1661 йылға тамамлаған), һәм «Төрөктәр шәжәрәһе» (1852 йылда Ҡаҙанда һәм 1871 йылда Петербургта баҫыла); ул Саблуков тарафынан бер нисә Европа телдәренә, һәм шул иҫәптән урыҫ теленә тәржемә ителгән, һәм И. Н. Березин тарафынан «Көнсығыш тарихсылары китапханаһы» нәшриәтенә урынлаштырылған (т. III, Ҡаҙан, 1854 йыл).

Ғүмеренең һуңғы йылдарында таҙа үзбәк телендә (ҡыпсаҡ) Сыңғыҙ хан нәҫеле һәм Шайбан ырыуы тарихын яҙа башлай. Әбүлғазиҙың үзбәк әҙәбиәте өсөн әһәмиәте шунан тора: ул фарсы телдәренең көслө йоғонтоһона дусар булған чагатай әҙәби теленә асыҡтан-асыҡ ҡаршы сығыш яһай. Әбүлғази теле — Хиуа үзбәктәренең еңел, ябай теле һәм чагатай әҙәби теленән бик ныҡ айырыла. Әбүлғази стиле, уның әҫәрҙәренең фәнни характерҙа булыуына ҡарамаҫтан, асыҡлыҡ һәм һүҙ байлығы менән айырылып тора.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҫәрҙәре исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Родословная туркмен. Пер. А. Г. Туманского. Асхабад, 1897.
  • Родословная тюрок
    • 1-е изд.: Родословная история о татарах: В 2 томах / Г. Ф. Миллер — 1-е изд. — СПб.: При Имп. Академии Наук, 1768. — 1 512 экз.
    • 4-е изд.: Родословное древо тюрков. Пер. и предисл. Г. С. Саблукова, в кн. "Известия об-ва археологии, истории и этнографии при Казанском университете, т. 21, в. 5-6. Казань, 1906.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Самойлович А. Н. профессор. Некоторые дополнения к классификации турецких языков. — II. 1922.
  • Саади-Газ Абульгази. «Зеравшан» (на узбекском языке), 1924. № 145, 146, 148 и 150.
  • Кононов А. Н. Родословная туркмен. Сочинение Абу-л-гази, хана хивинского. М.-Л. Изд. АН СССР, 1958.
  • Абул-гази-Багадур // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
  • Абульгази — 1929—1939 йылғы Әҙәби энциклопедиянан мәҡәлә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элек эшләүсе:
Әсфәндиәр-хан
Хорезм ханы
1643 — 1663
Алмашҡа килеүсе:
Ануша-хан