Эстәлеккә күсергә

Саруа ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саруа ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Бөрө районы

Саруа ҡаласығы (рус. Сорвихнское городище) — Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Саруа ауылы эргәһендә урынлашҡан иртә тимер быуат һәм иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Саруа ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Саруа ауылынан көньяҡҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта убалы теҙмә армытында урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Бөрө) — 32 км, ауыл советы үҙәгенә тиклем (Калинники) — 7 км[4].

Саруа ҡаласығы ялан яғынан бер ур[5] һәм соҡор менән һаҡланған. Был урҙың оҙонлоғо 120 м, киңлеге яҡынса 30 м, бейеклеге 6 м, соҡорҙоң тәрәнлеге яҡынса 2 м, киңлеге 10 м.

Морон яғынан ҡаласыҡ бейеклеге 2 м, 4 м дәүмәлле 2 ур менән уратып алынған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәр Бахмут мәҙәниәте һәм Пьяный Бор мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт.

Ҡомартҡы материалдары Милли музейҙа[6] һаҡлана.

Саруа ҡаласығы 1959 йылда буласаҡ тарихсы-ғалим, археолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор Н. А.Мәжитов тарафынан асыла һәм тикшереп өйрәнелә.

1988 йылда ғалим-археолог, тарих фәндәре кандидаты Байтимер Батырхан улы Агеев[7] тикшеренеү эштәре үткәрә

1990 йылда археолог, тарих фәндәре докторы, профессор Останина Таисия Ивановна[8] тикшерә[9].

  1. Саруа ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 17 сентябрь архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7
  5. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  6. Вәлиуллин Ғ. Ф. Милли музей // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Байтимир Батырханович Агеев//Национальный музей Республики Башкортостан
  8. Таисия Ивановна Останина
  9. 2020 йыл 17 сентябрь [https://web.archive.org/web/20200917000122/http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/12195-sarua-alasy-y архивланған. Саруа ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы] 2020 йыл 17 сентябрь архивланған.
  • Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986
  • Обыдённов М. Ф., Обыдённова Г. Т. Археологические памятники Южного Приуралья эпохи железа (I тыс. до н. э. — I тыс. н. э.). Уфа, 1998.
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.