Эстәлеккә күсергә

Суҡраҡлы ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Суҡраҡлы ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Шишмә районы

Суҡраҡлы ҡаласығы (рус. Чукраклинское городище) — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Суҡраҡлы ауылы эргәһендә урынлашҡан VIII быуаттың 2 се яртыһы — IX быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Суҡраҡлы ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Суҡраҡлы ауылынан көнсығышҡа ҡарай 1,5 км алыҫлыҡта Дим йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Шишмә) — 31 км, ауыл советы үҙәгенә тиклем (Дурасов) — 9 км. Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шөңгәккүл) — 7 км

Ҡаласыҡ майҙаны археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған. Ул 2 ур[4] менән һаҡланған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ һауыттарҙың муйындары соҡорло биҙәк, ҡыя һыҙыҡтар, тамсы рәүешендәге тар һырҙар менән биҙәлгән. Ҡараяҡуп мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан ғибәрәт.

Ҡараяҡуп мәҙәниәте IX-Х быуаттарҙағы Тарихи Башҡортостан сиктәренә инә. Ҡайһы берҙә уны иртә башҡорттар мәҙәниәте тип тә атайҙар.

Ҡараяҡуп мәҙәниәтенә ҡараған күп һанлы ҡомартҡылар — борон халыҡ йәшәгән урындар. Улар убаларҙа урынлашып, бер йә ике бейек булмаған ур һәм соҡор менән уратып алынған була[5].

Ҡомартҡы ҡаласыҡ материалдары Башҡорт дәүләт университеты фондында һаҡлана[6].

Ҡаласыҡ 1973 йылда археолог Васюткин Сергей Михайлович, археолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владимир Степанович Горбунов тарафынан асыла һәм өйрәнелә.

  1. Суҡраҡлы ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  5. Исторические памятники
  6. Суҡраҡлы ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Матвеева Г. И. Памятники караякуповского типа в Приуралье//Из истории Среднего Поволжья и Приуралья. Куйбышев, вып.5, 1975, с. 19; Генинг В. Ф., 1972, с. 270—272.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.