Эстәлеккә күсергә

Башҡортостанда туризм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостанда туризм — субъекттың халыҡҡа туристик хеҙмәт күрһәтеү менән шөғөлләнеүсе иҡтисад тармағы.

Ямантау
Атыш шарлауығы һәм ошо уҡ атамалы мәмерйә ауыҙы

Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә уникаль тәбиғи объекттарҙың, тарих, мәҙәниәт һәм сәнғәт һәйкәлдәренең булыуы, үҫешкән инфраструктура булышлыҡ итә.

Тармаҡты үҫтереү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Шүлгәнташ мәмерйәһе стенаһындағы палеолит дәүерендәге һүрәттәр
Башҡортостан Республикаһының Белорет районында Инйәр йылғаһы

Башҡортостан Республикаһында ойошҡан туризм ойошмалар: 1929 йылдан — Пролетар туризмдың Башҡортостан йәмғиәте, 1937 йылдан — Башҡорт АССР-ы совнаркомының Физкультура һәм спорт буйынса юғары советы, 1960 йылдан — БАССР-ҙың Туристик-эксплуатация идаралығы, 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Физик культура, спорт һәм туризм буйынса дәүләт комитеты (Госкомспорттуризм) ҡарамағында була. Хәҙерге ваҡытта был бурысты Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса агентлығы[1] — башҡарма властың үҙ вәкәләттәре сиктәрендә туризмды, туристик индустрияны үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы республика органы башҡара.

Башҡорт АССР-ы СССР-ҙың туристик үҙәктәренең береһе булып тора:

1997 йылда Өфөлә республиканың Туристик-спорт берлегендә Башҡортостан туризмы музейы асыла[3].

Туристик ресурстар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

Башҡортостан иҡтисадының тармаҡтары араһында туризм мөһим роль уйнай[4]. Республиканы, тәбиғәт ландшафтының төрлөлөгө арҡаһында, икенсе Швейцария, тип йөрөтәләр һәм шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәрҙе лә билдәләйҙәр. Уларҙың береһе — тотороҡло килем килтереүсе индустрия булараҡ, туризмдың үҫешмәүе[5]. Бәғзеләр инде төбәктең иҫтәлекле урындарының туристик индустрия ҡағылмаған иҫ киткес тәбиғәте менән һоҡлана.

Асылыкүл — Башҡортостандың иң ҙур күле

Башҡортостандың туристик ресурстары: Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат һ.б. ҡалаларҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт һәйкәлдәре; 300 самаһы карст мәмерйәһе; 600 йылға, иң ҙур йылға — Ағиҙел;800 күл; Европала иң боронғо тау тип иҫәпләнгән Урал тауҙары һырттары, республиканың иң бейек тауы — Ямантау; өс дәүләт ҡурсыулығы — Шүлгәнташ, Башҡортостан ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы һәм «Башҡортостан» милли паркы.

Башҡортостан территорияһында бронза быуатының Абаш, алакүл, межовская, петров, приказанская, саргарин, Һынташты, сруб, турбин, федоровка, черкаскүл мәҙәниәттәре бар. Беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡтан 1-се мең йыллыҡҡа тиклемге 600 һәйкәл Әй, Ағиҙел, Дим, Эйек, Кама, Яйыҡ һ.б йылғалар бассейнында табыла.

Республикала төрлө характерҙағы һәм ҡатмарлыҡтағы туристик маршруттар бар: йылғалар буйлап спорт ағыуҙары, бер һәм күп көнлөк тау маршруттары, велотректар, ҡаяға үрмәләүселәр өсөн тәбиғи ҡаялар, һыбай йөрөү өсөн уңайлы һуҡмаҡтар.

Күлдәрҙә һәм һыуһаҡлағыстарҙа тиҫтәләрсә турбаза һәм шифахана бар.

Айғыр — Инйәр йылғаһы буйындағы ҡая
Ассы шифаханаһы

Бөгөн Башҡортостанда 31 шифахана эшләй (Ассы, Талҡаҫ, Красноусольск, Чехов һ.б.), уларҙың һәр ҡайһыһы һыу, батҡаҡ менән дауалау үҙенсәлегенә эйә, ҡымыҙ, иппотерапия һ.б. йүнәлешендә эшләй. Тау саңғыһы шифаханалары Абҙаҡта, Яҡтыкүлдә һәм башҡа урындарҙа урынлашҡан. RoomGuru.ru отелдәренең интернет-сервис эксперттары 2016 йылдың 30 декабренә - 2017 йылдың 8 ғинуарына отелдәрҙе бронләңҙе анализлағандан һуң, Яңы йылды ҡаршы алыу өсөн иң популяр тау саңғыһы курорттарының исемлеген асыҡлаған. Улар араһында Абҙаҡ та бар һәм рейтингтың етенсе баҫҡысында тора[6]

Палеолит дәүерендәге һүрәттәре менән билдәле Шүлгәнташ, Салауат һ.б. үҙенсәлекле мәмерйәләр бар.

Ирәмәл — изге тау тип һанала. Торатау, Шахтау, Ҡуштау шихандары — элекке коралл рифтары. Экстремаль ял яратыусылар йәйен дә, ҡышын да Павловка һыуһаҡлағысында ял итә ала. Атыш, Ғәҙелша, Шарлама шарлауыҡтары республикаға бик күп туристы йәлеп итә.

Салауат ҡалаһындағы Изге Успенск кафедраль соборы

Башҡортостандың православие ҡорамдары һәм ғибәҙәтханалары[7], мосолман мәсеттәре — диндарҙар өсөн изге урын.

Башҡортостанда ҡунаҡханалар, туристик клубтар, авиация, автомобиль, һыу, егеүле транспорт, тау шифаханалары һәм тау саңғыһы спорты урындарында тауға күтәргестәр рәүешендәге инфраструктура киң үҫешкән.

«Буран» ҡарйөрөгөстәрендә атлы-арбалы, һыбайлы маршруттар, «Арск ташы»[8] уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тиклем дә ата-әсәләрҙе балалары менән һыбайлы маршруттарға ҡабул итеүсе берҙән-бер турбаза була.

Башҡортостандың Йылайыр районында Һаҡмар йылғаһы

Инйәр, Кесе Инйәр, Һаҡмар һ.б. йылғалар буйлап тын тултырмалы һалдарҙа, каркаслы-йыйылмалы байдаркаларҙа, катамарандарҙа һәм башҡа туристик судноларҙа туристарға ағып төшөү өсөн маршруттар булдырылған. Шулай уҡ велосипед, саңғы, теплоход, һыу-моторлы, автомобиль, йәйәүлеләр туризмы үҫешкән. Республикала 1995 йылда 5 турбаза һәм 99 ял базаһы иҫәпләнә. 1992 йылда сит ил туристарын ҡышҡыһын айыуға һунарға ҡабул итеү ойошторола. Башҡортостанда сит ил граждандары өсөн туризмдың киң инфраструктураһы булдырылған: Өфөлә Рәсәй Сит ил эштәте министрлығының вәкиллеге, Өфө аэропорты, таможня, «Азимут», «Аврора» һә.б ҡунаҡханалар эшләй. Һуңғы йылдарҙа туризмдың экотуризм, балыҡсылыҡ, экстремаль һәм социаль туризм һ.б. йүнәлештәре эшләй.

Археология һәм этнография музейы (Өфө)

Башҡортостан Республикаһының туризм буйынса агентлығы — башҡарма властың үҙ вәкәләттәре сиктәрендә туризмды, туристик индустрияны үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы республика органы

Нөгөш һыуһаҡлағысы

Агенттлыҡ 2012 йылдың 19 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы президентының 2012 йылдың 24 октябрендәге «Башҡортостан Республикаһында дәүләт власының башҡарма органдары структураһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» 407-УП указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Дәүләт комитеты урынына ойошторола һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 18 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса агентлығы тураһындағы положениены раҫлау тураһында» 459-сы ҡарарына нигеҙләнеп эшләй. Агентлыҡтың төп йүнәлештәре һәм бурыстары:

Өфөнөң беренсе собор мәсете — республиканың иң оло мәсете. 1830 йылда төҙөлгән
  • Башҡортостан территорияһында дәғүәселеккә һәләтле туристик-рекреацион комплекс булдырыу һәм үҫтереү;
  • туристик индустрияның инвестициялар ылыҡтырыуын арттырыу;
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 7 июнендә «Башҡортостан Республикаһында 2012—2016 йылдарға эске һәм ситтән ингән туризмды үҫтереү буйынса оҙайлы ваҡытты күҙаллаған маҡсатлы программаһы»на ярашлы республика туризмын алға һөрөү.

Республиканың туристик иҫтәлекле урындары тураһында мәғлүмәтте киңерәк таратыу йәһәтенән Агентлыҡ интернет-порталын(недоступная ссылка) тормошҡа ашыра. Интернет-портал булдырғанда пилотһыҙ вертолет ярҙамында сфералы төшөрөү технологияһы ҡулланыла һәм материалдар «Виртуаль Башҡортостан» порталына ҡуйылырға тейеш була. Республикала диндарҙарҙы Сәғүд Ғәрәбстанына хажға ебәреү ойошторола. Уны Мәрхәмәтлек Хаж фонды (Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты)һәм «Урал-Хаж» (Рәсәй мөфтөйҙәре советы) туроператорҙары башҡара. Рәсәй өсөн бүленгән 3200 урындың 370-е Башҡортостан хажиҙарына тура килә[9].

Агентлыҡ социаль туризм йүнәлешен тормошҡа ашыра — 2013—2016 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында социаль туризмдың үҫеше» өҫтәмә программа проекты эшләй. Уны финанслауҙың дөйөм күләме 228,6 миллион һум тәшкил итә. Был 28 мең пенсионерға, инвалидҡа һәм балалар йорттары тәрбиәләнеүсеһенә туристик хеҙмәттәр менән файҙаланыу мөмкинлеге бирә.

Тармаҡты үҫтереү перспективалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда туризмды киләсәктә үҫтереүҙең нигеҙен булдырыусы ете кластер билдәләнгән. Өс район «Урал» туристик-рекреацион зонаны тәшкил итә. Уға халыҡ-ара класлы туристик комплекс инә, ул спорт һәм ялдың ҡышҡы һәм ҡайһы бер йәйге төрҙәренә махсуслаша. «Урал»ға йылына 1,5 миллион турист киләсәк, тип күҙаллана[4].

Мәмбәт ҡаяһы һәм Еҙем йылғаһы
  • Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт һәйкәлдәре
  • Атлас туристических ресурсов Республики Башкортостан. Уфа: УГАЭС, ГУП РБ «Уфимский полиграфкомбинат», 2007. 276 с.
  • Башкортостан. Природы край бесценный. Уфа, 2004. ISBN 5-87691-024-4
  • Гареев Э. З. Геологические памятники природы. Уфа, 2004.
  • Жемчужины природы Башкортостана. — Уфа, 2000.
  • Золотое кольцо Башкортостана. Рекламный проспект. — Уфа: Информреклама, 2004.
  • Кудряшов И. К. Подземные дворцы Башкирии / И. К. Кудряшов, В. Н. Климец.- Уфа, 1984.
  • Максютов Ф. А. Комплексные памятники природы Башкирии / Ф. А. Максютов, Е. В. Кучеров, И. М. Япаров. — Уфа, 1993.
  • Национальный музей Республики Башкортостан: Люди. События. Факты. — Уфа, 1999.
  • Нигматуллина И. В. Старая Уфа: Историко-краеведческий очерк / И. В. Нигматуллина. — Уфа, 2004.
  • Памятники Отечества. Альманах, № 38 (2, 1997). (Уфа, Стерлитамак, Бирск, Белебей, Белорецк).
  • Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. Уфа, 2006.
  • Республика Башкортостан — путеводитель. — Уфа: Скиф, 2010. — 264 с.
  • Синенко С. Г. Город над Белой рекой. Краткая история Уфы в очерках и зарисовках. 1574—2000 / С. Г. Синенко. — Уфа, 2002.
  • Узиков Ю. А. Исторические памятники Уфы / Ю. А. Узиков.- Уфа, 1999.
  • Ширгазин А. Р. Православные храмы Башкирии: история и архитектура. Каталог-справочник / А. Р. Ширгазин. — Уфа, 1995.
  • Экономика Башкортостана: Учебник для вузов и ссузов / Под общ. ред. Х. А. Барлыбаева, 2-е изд., перераб. и доп. Уфа, 2003. 563 с. ISBN 5-85051-268-3
  • Газета "Выбор" №118-119 (10044-10045) от 11.08.2015. Статья "Край тысячи озёр".