Эстәлеккә күсергә

Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәшиҙә Туйсина
Тыуған ваҡыты:

10 май 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (82 йәш)

Тыуған урыны:

Сыңғыҙ ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы

Һөнәре:

Бейеүсе

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Наградалары:
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1978
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Салауат Юлаев ордены
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы (10 май 1942 йыл) — башҡорт бейеүсеһе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1978) һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы (1974), Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең элекке солисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1974), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).

Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина 1942 йылдың 10 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.

Рәшиҙә 1960 йылда Баймаҡта пионервожатый булып эшләгән сағында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыйыу тураһында иғлан ишетә. Конкурста үҙе яратып бейегән «Заһиҙа»ны башҡара. Ансамбль етәксеһе Фәйзи Ғәскәров тал сыбығындай нәҙек, һомғол буйлы йәш ҡыҙҙың киләсәктә башҡорт бейеүе сәнғәтенең ынйыһы буласағын төҫмөрләп ҡала һәм ансамблгә саҡыра. Шунан бирле ошо танылған коллективта оҙаҡ йылдар эшләп, дан һәм шөһрәт ҡаҙанып ҡына ҡалмай, ә башҡорт бейеү сәнғәтен донъя кимәленә күтәрә.

Бейеүсенең репертуарында «Заһиҙа», «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ», «Шаян ҡыҙҙар» һ.б. бейеүҙәр бар.

1968 йылда Рәшиҙә Туйсина ире Әнүәр Ишбирҙин һәм Салауат Дәүләтбаев менән Софияла Йәштәр һәм студенттарҙың IX Бөтә донъя фестивалендә ҡатнаша. Фестивалдән бейеүсе алтын миҙал алып ҡайта. Шул уҡ йылда уға Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелә[1][2].

Мәскәүҙең Кремль һарайы, Франция, Һиндостан, Испания, Германия, Швеция, Пакистан, Финляндия һәм башҡа илдәр тамашасылары алҡышлай.

Башҡорт бейеү сәнғәтен юғары кимәлгә күтәргәне өсөн Рәшиҙә Туйсинаға Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улы

Заһиҙә (бейеү)