Эстәлеккә күсергә

Таһирова Майя Афзал ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Таһирова Майя Авзал ҡыҙы битенән йүнәлтелде)
Таһирова Майя Афзал ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 февраль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 9 июнь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (72 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө балет артисы
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Таһирова Майя Афзал ҡыҙы (8 февраль 1931 йыл9 июнь 2003 йыл) — балет артисы, педагог. 1949—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1978—2000 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең педагог-репетиторы, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһының художество етәксеһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2001) артисы. Бөтә Союз балет артистары конкурсы (1957), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1969) лауреаты.

Майя Афзал ҡыҙы Таһирова 1931 йылдың 8 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм дәүләт эшмәкәре Афзал Таһировтың ҡыҙы.

Майя Афзал ҡыҙының бәхетле баласаҡ дәүере бик ҡыҫҡа була. 1937 йылда атаһы халыҡ дошманы тип ғәйепләнеп, ҡулға алына, атыуға хөкөм ителә, әсәһен дә алып китәләр. Майя менән апаһын айырып, төрлө балалар йортона ебәрәләр. «Халыҡ дошманы балаһы» тигән ярлыҡ ҡыҙға тормошта әленән-әле күңелһеҙлектәр килтереп тора.

1943 йылда Ленинград хореография училищеһынан Өфөгә һәләтле балаларҙы һайлап алыу өсөн комиссия килә. Һынау үтеүселәр исемлегенә Майя ла эләгә.

Ленинградта үткән йылдарын ул һуңынан тормошоноң иң сағыу өлөшө тип атай. Легендар уҡытыусы-хореограф А. Я. Ваганова класында уҡыу бәхете тәтей уға.

Өфөгә ҡайтып, егерме өс йыл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә бик күп гүзәл образдар тыуҙыра. СССР буйлап, шулай уҡ Бирмала, Германияла, Һиндостанда, Непалда гастролдәрҙә була.

Балет алиһәһе театрҙағы иң шәп партнеры тип, ун биш йыл бергә йәшәгән тормош иптәше Илдус Хәбировты — атар булған.

Майя Афзал ҡыҙы, сәхнәнән киткәс, ижади ғүмерен оҙайтып, сәнғәт серҙәрен башҡаларға ла төшөндөрөү мөмкинлеген бик ҡыуанып ҡабул итә. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә егерме биш йылдан ашыу педагог-репетитор булып эшләй.

Үҙен һәр яҡлап та аса алған һәләтле йондоҙ бының менән генә сикләнеп ҡалмай. Мәскәү театр сәнғәте институтына (ГИТИС) уҡырға инеп, 1975 йылда балет тәнҡитсеһе һөнәрен үҙләштерә.

Мәҙәниәтебеҙ тарихында башҡорт балеты эшмәкәрҙәре хаҡында ихлас фекерле, тәрән өйрәнеп яҙылған әллә күпме мәҡәләләр ҡалдыра. Олоғайғас, йәштәр эргәһендә булғым килә тип, Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография училищеһында художество етәксеһе булып эшләй.

  • Мария («Бахчисарайский фонтан», Б. Асафьев)
  • Одетта-Одиллия («Лебединое озеро», П. Чайковский)
  • Жизель («Жизель», А. Адан)
  • Сари («Тропою грома», К. Караев)
  • Джульетта («Ромео и Джульетта», С. Прокофьев)
  • Никия («Баядерка», Л. Минкус)
  • Эсмеральда («Эсмеральда», Ц. Пуни)
  • Хасинта («Лауренсия», А. А. Крейн)
  • Ледяная дева («Сольвейг», Э. Григ)
  • Зәйтүнгөл, торналар башлығы («Журавлиная песнь», Л. Степанов һәм З. Исмәғилев)
  • Гөлнәзирә («Гөлнәзирә», Н. Сабитов)
  • Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр», Х. Заимов һәм А. Чугаева)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]