Эстәлеккә күсергә

Ушанов Юлай Ғиниәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ушанов Юлай Ғиниәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 17 ғинуар 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Кушнаренко районы
Шәрип ауыл Советы (Кушнаренко районы)
Һөнәр төрө балет
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Ушанов Юлай Ғиниәт улы (17 ғинуар 1946 — 3 февраль 2002), балет артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974)

Юлай Ғиниәт улы Ушанов 1946 йылдың 17 ғинуарында Өфө ҡалаһында билдәле театр актёры, режиссёр, ҡурайсы, бейеүсе һәм йырсы Ғиниәт Ушановтың ғаиләһендә тыуған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы ул бер йәшлек кенә сағында вафат булып ҡала[1]

1961—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡарамағындағы балет студияһында уҡый. Пермь хореография училищеһын тамамлағандан һуң (1967) 1988 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй, 1991 йылдан — Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһында (хәҙер — Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы) уҡыта.

Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында үткән Башҡорт АССР-ы мәҙәниәте көндәрендә, Ҡарағалпаҡ АССР-ында үткән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976) ҡатнаша[2].

Юлай Ғиниәт улы 2002 йылдың 3 февралендә вафат була һәм Кушнаренко районының Шәрип ауылында ерләнелә[3].

2013 йылда ун туғыҙынсы Нуриев фестивалендә Лилиана Кози — Миландың Ла Скала этуале, легендар Рудольф Нуриевтың партнеры ла була. Шунда уның ҡырҡ йыл әүәл, 1973 йылда, Өфөлә Юлай Ушанов менән «Аҡҡош күле» спектаклендә Одетта ролендә бейегәнлеге асыҡлана, Юлай Ушанов принц Зигфрид ролендә була. Шул иҫтәлекле ваҡиғанан фото балет концертмейстеры Гөлсөм Байковала һаҡланған була[4]

  1. Нина Жиленко. Минувших дней очарованье — «РАМПА» № 12, 2015
  2. Юлай Ушанов
  3. Юлай Ушанов
  4. Нина Жиленко. Минувших дней очарованье — «РАМПА» № 12, 2015
  • Нина Жиленко. Минувших дней очарованье — «РАМПА» № 12, 2015