Эстәлеккә күсергә

«Мираҫ» ансамбле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Мираҫ» ансамбле
Нигеҙләү датаһы 1992
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Өфө

«Мираҫ» ансамбле — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө ҡалаһы мәҙәниәт йортоноң йыр һәм бейеү ансамбле[1]

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле 1992 йылда Өфө приборҙар эшләү заводы эргәһендәге Салауат Юлаев исемендәге бейеү ансамбле нигеҙендә ойошторола. Ойоштороусыһы һәм 1991 йылдан алып беренсе художество етәксеһе — Г. В. Анищенко.

«Мираҫ» ансамбленең барлыҡҡа килеүе — баш ҡаланың ғына түгел, шулай уҡ бөтә Башҡортостандың мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға. Бер юлы бер нисә үҙ аллы коллективты — бейеү төркөмөн һәм хорҙы, оркестрҙы һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблен берләштергән бындай ижади союз Өфөлә һәм республикала тәүге тапҡыр ойошторола. «Мираҫ» — Башҡортостандың баш ҡалаһы, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәге байрамдарҙың һәм тантаналы сараларында ҡатнаша.

Коллектив 1992 йылда булдырыла, ә 2006 йылдан муниципаль статусын ала. Ансамблде ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы сығыш яһай. Бөгөнгө көндә коллективта йөҙгә яҡын артист эшләй. Бөтә бейеүселәр ҙә Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжын, шулай уҡ башҡа училищеларҙың хореография бүлектәрен тамамлаған. Ансамбль йырсылары һәм хор артистары — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының вокал бүлеген тамамлаусылар[2].

«Мираҫ» ансамбле байтаҡ уникаль программалар булдыра, һәр тамаша — сағыу ваҡиға, оҫталыҡ һәм талант байрамы, ә һәр концерт — халыҡ рухы сағылышы.

Һәр номер милли колорит менән һуғарылған мини-спектакль.

"Мираҫ"тың ижады күп яҡлы, Рәсәйҙең төрлө халыҡтарының йолалары һәм мәҙәниәте бейеүҙәрҙә, йырҙарҙа, инструменталь пьесаларҙа, күләмле вокаль-хореография композицияларында сағылыш таба, күп кенә фольклор өлгөләре яңы сәхнә тормошона эйә була.

Театрлаштырылған хореографик постановкалар: «Һабантуй», «Арҡайым батырҙары», «Ауылда кис» («Вечер на деревне»), «Саялар» («Удальцы»), «Ватандың данлы улдары» («Отчизны — славные сыны»), шулай уҡ йәһүд, мордва, сыуаш бейеүҙәре ҡуйыла. 2007 йылдан «Мираҫ» ансамбле составына художество етәксеһе Н. Н. Иҡсанова, баш хормейстеры Э. Х. Ғәйфуллина булған хор, йырсылар А. К. Тимеров, БР‑ҙың атҡаҙанған артистары Р. Я. Иҙрисова, Н. М. Тимерова һ. б., 2009 йылдан — «Забава» ансамбле ҡушыла. Репертуар халыҡ йолаларын сағылдырған «Салауат мираҫы» (З. Ғ. Исмәғилев муз.), «Күгәрсенкәйҙең башы алтын» («У голубки золотая голова»), «Ҡул эштәре оҫталары», «Өлгөр» вокаль- хореографик, «Силифке», «Камаль Паша», «Дончактар» («Дончаки»), «Илкәйем», «Әлләрүк», «Аҡ ҡайындар» («Белые берёзы») хореографик һ. б. композициялар менән тулыландырыла.

«Мираҫ» ансамбленең художество ижады палитраһында: төрөк бейеүе «Силивке», абхаз бейеүе «Байрам», йәһүд бейеүе «Хава Нагила», казак бейеүе «Аҡ ҡайындар», тау фольклоры «Урген». «Яблочко» һәм «Һалдат бейеүе» — популяр.

Фольклор ҡатламдары репертуарҙы тулыландыра, яңы музыкаль һәм хореографик композицияларҙы һәм яңғыҙ номерҙарҙы байыта.

2012 йылда «Мираҫ» Мордовия Республикаһының баш ҡалаһы Саранскиҙа «Беҙ барыбыҙ ҙа — Рәсәй!» Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивалендә, «Сочи-2014» Мәҙәни олимпиадала Рәсәй төбәктәренең икенсе марафонында ҡатнашты. «Мираҫ» илдең күп милләтлелеген һәм мультимәҙәниәтлелеген бик яҡшы күрһәтте.

Коллектив артистары Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә: Һамарҙа, Силәбелә, Ҡазанда, Ҡырым ҡалаларында, Санкт-Петербургта гастролдәрҙә булды. Мәскәүҙә коллектив илдең төп концерт майҙансыҡтарының береһендә — Пётр Ильич Чайковский исемендәге концерт залында аншлаг менән сығыш яһаны.

2015 йылдың 8-10 июлдәрендә Өфөлә, ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары уҙғарылған көндәрҙә «Мираҫ» бөтә донъя әһәмиәтендәге сараларҙа әүҙем йәлеп ителде.

2017 йылдың 12 июнендә — Рәсәй көнөндә, Силәбе ҡалаһында «Урал-Көнсығыш» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле башҡорт милли колоритын күрһәтте.

2018 йылдың мартында «Мираҫ» ансамбле Марий Эл Республикаһында «Михаил Мурашко дуҫтарын йыя» халыҡ-ара конкурс-фестивалендә почётлы ҡунаҡ сифатында ҡатнашты, Рәсәй йәштәре союзының Мәҙәниәт һәм милләттәр эштәре министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Новосибирск ҡалаһында соло концерты күрһәтте.

Сит илдәрҙә сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл һайын ансамбль бөтә донъя фольклор байрамдарында һәм фестивалдәрендә ҡатнаша. Экзотик мәҙәниәт серҙәрен һаҡлаусы «Мираҫ»ҡа Франция, Испания, Португалия, Италия, Бельгия, Германия, Люксембург, Болгария, Венгрия, Швейцария, Бөйөк Британия һәм Төркиә тамашасылары алҡышланы.

2009 йылда ансамбль яңы программа менән Францияла һәм Италияла булып ҡайтты. Унда Рим, Лацио, Корея, Конфолан, Страсбург ҡалаларында биш фестивалдә ҡатнашты.

«Мираҫ» ансамбле артистары Төркиәлә — Истанбулда, Анкарала, Мармариста («Яҙ һәм диңгеҙ» халыҡ-ара фестивале, 2010 йыл) һәм Мерсинда (2012 йыл) күп тапҡыр сығыш яһаны. 2011 йылда коллектив «Италияла йәш Рәсәй мәҙәниәте» фестивален асыу тантанаһында ҡатнашты.

2013 йылдың февралендә Сан Марко майҙанында Венеция фестиваленең Гала-концерты сиктәрендә ансамбль «Рәсәй мәҙәни миссияһы Венецияла» махсус проектын асыуҙа ҡатнашты, унда шулай уҡ Мариин театры солистары сығыш яһаны.

2013 йылдың декабрендә коллектив Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала сығыш яһаны. Ансамбль Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы менән Астана ҡалаһы араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң Астанаға саҡырылды.

2016 йылда — юбилей миҙгеле алдынан ансамбль Бөйөк Британияның Биллингем ҡалаһында 52-се Халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҙур уңыш менән сығыш яһаны. Өфөләрҙән тыш, фестивалдә Бөйөк Британия, Чили, Мысыр, Мартиника, Мексика, Төньяҡ Кипр һәм Көньяҡ Корея коллективтары ҡатнашты.

2017 йылдың авгусында Мәскәүҙәге В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто тәҡдиме буйынса «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының күп милләтле мәҙәниәте менән таныштырҙы. 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул иткән Рәсәй төбәге Башҡортостан Республикаһын презентацияланы.

Европаның абруйлы фестивалдәренең береһе булған ЮНЕСКО ҡарамағында CIOFF (Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмаларының халыҡ-ара советы) эгидаһы аҫтында XXIV «Summerfest» Халыҡ-ара фольклор фестивале уҙғарылды. 2017 йылда ул донъяның 17 иленән (Бразилия, Чили, Колумбия, Гондурас, Мексика, Парагвай, Канада, ҡытай, Индонезия, Грузия, Литва, Польша, Португалия (Мадейра утрауы), Сардиния, Сербия, Рәсәй, Венгрия) 700-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы.

2018 йылдың июнендә «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле «Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында сығыш яһаны. Ә 2-15 июлдәрҙә коллектив Роман-сюр-Изер һәм Сегре ҡалаларында Festival of Romans/Isere и Festival of Segre фестивалендә сығыш яһаны.

«Мираҫ» Рәсәй һәм сит илдәр — Бельгия, Германия, Испания, Италия, Франция һ. б. — буйлап гастролдәрҙә булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Берҙәмлек» — «Содружество» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале (Өфө, Гран-при, 1993)
  • Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре (1997; Милан ҡалаһында 2004 йылда Мадрид, Мерида ҡалаларында; Теруэль ҡалаһында, 2006, Гран-при; бөтәһе лә — Испания; Элвас ҡалаһы, Португалия, 2004, 2006) һ. б. лауреаты[3].
  • Рәсәй йәштәре союзының Мәҙәниәт һәм милләттәр эштәре министрлығының рәхмәт хаты (2018)

Репертуарында — республика халыҡтарының, башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, удмурт, мариҙарҙың, йөҙҙән ашыу бейеү һәм йырҙары.

Башҡорт хореографияһы: «Салауат мираҫы», «Сатыр янында», «Башҡорт балы», «Йыуаса», «Башҡорт туйы», «Илкәйем», «Йәш саҡтар», «Маршрут», «Ҡул эше оҫталары» һ. б.), башҡорт халыҡ йырҙары, инструменталь композициялар: «Йәшлек», «Ҡурайсылар» коллективтың төп йүнәлеше булып тора.

Репертуар нигеҙендә Рәсәй халыҡтары бейеүҙәренең үҙенсәлекле интерпретациялары: урыҫ — «Шальная», «Звоны России», «Раз вечор», «Кадриль», «Удальцы», «Сибирь», «Матушка Россия» һ. б.; татар — «Өс пар», «Өлгөр» — татар фольклоры темаһы буйынса вокаль-хореографик композиция; украин — «Вечера на хуторе близ Диканьки»; «Яҙғы мотивтар», «Йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә!» — мари фольклорына нигеҙләнгән вокаль-хореографик композиция; ҡырым татарҙары фольклорына таянып эшләнгән «Гүзәл Ҡырым» һәм «Ҡая аҫтында» композициялары; молдаван — «Букурия»; удмурт — «Зигзаги» һ. б. бейеүҙәр.

2002 йылдан алып бейеүҙәр ансамблдең үҙ оркестрына ҡушылып башҡарыла (муз. етәксеһе — БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре С. Е. Гориченский)[4].

«Мираҫ» ансамбленең директорҙары: 2001 йылдан алып В. Г. Степанов, 2007 йылдан — Иҡсанова, 2014 йылдан — А. Ә. Искәндәров, 2015 йылдан И. Ҡ. Ноғманова.

Художество етәксеһе Н. Н. Иҡсанова, баш хормейстеры Э. Х. Ғәйфуллина


Ансамблдең тәүге солистары: БР‑ҙың атҡаҙанған артистары А. В. һәм Е. Ю. Голубкиндар, С. А. Кислицын, М. М. Нефёдова һ. б.

Ансамбль составында йырсылар А. К. Тимеров, Н. М. Тимерова, БР‑ҙың атҡаҙанған артистары Р. Я. Иҙрисова, Д. Р. Ишниязова йырлай.

Бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар: Анищенко, Р. Ф. Ғәбитов, М. А. Кәримов, РФ‑тың атҡаҙанған артисы В. И. Мунтян, ТР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре С. Д. Сентябов, Степанов, А. Сугоняк һ. б.

[[Категория:Башҡортостандың музыкаль коллективтары]