Асҡарова Сулпан Рәил ҡыҙы
Асҡарова Сулпан Рәил ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 ноябрь 1973 (51 йәш) |
Тыуған урыны | Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | хореограф |
Асҡарова Сулпан Рәил ҡыҙы (3 ноябрь 1973 йыл) — хореограф, эстрада художество етәксеһе, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[1].
Биографияһы. Ижад юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асҡарова Сулпан Рәил ҡыҙы 1973 йылдың 3 ноябрендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1979—1990 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә уҡый. Үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша.
1993 йылда Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумын тамамлай. 1993 йылдан 2001 йылға тиклем Сибай дәүләт филармонияһында балет артисткаһы була.
2000 йылда Сулпан Асҡарова Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетын «Хореография сәнғәте» белгесе булып тамамлай (балетмейстер-педагог), профессор Мурашко Михаил Петрович курсы.
Өфөгә күсеп килгәс, 2002 йылға тиклем Башҡорт филармонияһында балет буйынса репетитор була.
2002—2006 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының балетмейстеры һәм хореографы булып эшләй.
Республиканың төп театрында бер аҙ эшләгәндән һуң, Сулпан Асҡарова алты йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директорының халыҡ менән эшләү буйынса урынбаҫары булып эшләй.
2012 йылда хореограф һәм балетмейстер булып Башҡорт академия театрына кире әйләнеп ҡайта, спектаклдәр һәм сәхнә хәрәкәттәрен ҡуйыусы була, улар араһында: «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (Мостай Кәрим, режиссёр Әхтәм Абушахманов), «Ҡыҙыл яулыҡлы тирәк» (Сыңғыҙ Айытматов, режиссёры Р. Хәкимов), «Теләктәр бишеге» (Н. Абдыҡадиров, режиссёры Н. Абдыҡадиров), «Ҡатын-ҡыҙҙар тарихы» (Т. Москвина, режиссёр Әхтәм Абушахманов), «Аҡ пароход» (Л.-М.Зайкаускас, режиссёр Олег Ханов) һәм башҡалар бар. Барлығы 30 спектакль уның ҡатнашлығында ҡуйылған[2].
Ошо арала, халыҡ күпләп ҡатнашҡан саралар режиссёры булараҡ, концерттар, театрләштерелгән тамашалар, сәхнә оҫталарының юбилей кисәләрен ҡуйыусы була. Сулпан Асҡарованың ошо һәләтен күреп, Башҡортостан филармонияһы етәкселеге уны эстрада художество етәксеһе вазифаһына саҡыра.
2017 йылдың февраленән башлап, Сулпан Асҡарова Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, ул ҡуйған концерт тамашалары: тамашасыларҙың күңеленә хуш килгән Салауат Низаметдиновтың 60 йыллығына арналған «Беҙҙең арала тик моң ғына…» концерты (2017 йылдың марты); Башҡортостан дәүләт филармонияһының шаулап-гөрләп үткән 78-се концерт сезонын ябыу «Отчёт концерты» (2017 йылдың майы); Милли кейем парады һәм Халыҡ-ара «Евразия йөрәге» сәнғәт фестивале сиктәрендә «Ҡурайфест» (2017 йыл, июнь); Ҡырғыҙ делегацияһын рәсми ҡаршы алыу өсөн мәҙәни программа (2017 йыл, июнь); Екатеринбургтағы һабантуй өсөн концерт программалары (2017 йыл, июнь), Ҡырым Республикаһындағы һабантуй өсөн концерт программалары (2017 йыл, июль).
Филармонияның 79-сы сезонында Ҙур залда «МоңRingШоу», Рифат Шарафутдиновтың «Һүҙ бирәм…» соло проекттары, Дамир Таиповтың «Матурлыҡ алиһәһенә», Фларида Иркинаның «Viva La Diva», «ЭДО-20» эстрада-джаз оркестрының юбилей концерты һәм башҡа эштәр башҡарҙы.
Сулпан Асҡарова республикала киң танылған «Байыҡ» бейеү фестивале эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2018 йылда «Шаян бейеү — бишбармаҡ», «Һай, килен», «Бабич ялҡыны» бейеүҙәре өсөн Сулпан Асҡарова яңғыҙ бейеүҙә «Иң яҡшы бейеү ҡуйыусы» тип танылды. Сулпан ханым бейеү фестиваленең баһалама ағзаһы ла булып тора. Конкурста ҡатнашыусыларға файҙалы кәңәштәре, йылы һүҙе менән ҡанат ҡуйып ебәреүсе баһалама ағзаһы тиҙәр уның тураһында.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2020)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ bash.bashdram.ru/choreographer/sulpan-asҡarova.html
- ↑ Башкирская государственная филармония им. Х. Ахметова
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Баймакская энциклопедия»/гл.ред. И. Х. Ситдиков — Уфа: Баш.энцикл., 2013.- 215с.:ил.карты, ноты. ISBN 978 — 5-88185-084-5