Асҡаров
Уҡыу көйләүҙәре
(Асҡарова битенән йүнәлтелде)
Асҡаров — фамилияһы.
- Асҡаров Айнур Юлай улы (1987 йыл) — режиссёр, продюсер, сценарист. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — «Еңмеш» нәфис фильмы өсөн (2012).
- Асҡаров Салауат Әхмәт улы (11 апрель 1946 йыл) — башҡорт опера йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡорт АССР-ының (1984) һәм Рәсәй Федерацияһының (2011) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992)
- Асҡаров Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы (12 декабрь 1936 йыл — 8 март 1991 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1991 йылдарҙа Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводы эшләй: аппаратсы, смена начальнигы, инженер-технолог, 1979—1987 йылдарҙа бүлек начальнигы була. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
- Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы (20 ғинуар 1942 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1966—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхозы һауынсыһы. СССР-ҙың Х саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1984).
- Асҡарова Сулпан Рәил ҡыҙы (03.11.1973, Баймаҡ ҡалаһы) — хореограф, эстрада художество етәксеһе, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |