Эстәлеккә күсергә

Ҡотошов Рамаҙан Нурғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кутушев, Рамазан Нургалиевич битенән йүнәлтелде)
Ҡотошов Рамаҙан Нурғәли улы
Тыуған көнө:

22 апрель 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Ҡарайған ауылы

Вафат булған көнө:

9 ғинуар 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (95 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист

Наградалары:

Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары

Ҡотошов Рамаҙан Нурғәли улы (22 апрель 1924 йыл9 ғинуар 2020 йыл) — партия һәм совет органдары ветераны, юғары мәктәп уҡытыусыһы, яҙыусы. Философия фәндәре кандидаты, доцент. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан отставкалағы подполковник. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы.

Рамаҙан Нурғәли улы Ҡотошов 1924 йылдың 22 апрелендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Ҡарайған ауылында тыуған.

Өфөгә эвакуацияланған Севастополь зенит артиллерияһы училищеһын тамамлай һәм 19 йәшендә офицер дәрәжәһендә фронтҡа ебәрелә, Орел-Курск дуғаһында һуғыша. Артабан Брянск һәм 1-се Белоруссия фронттары ғәскәрҙәре сооставында Берлинға тиклем хәрби юл үтә. Ике тапҡыр яралана, контузия ала. Хәрби наградаларға лайыҡ була.

Һуғыштан һуң ике йыл Берлинда хеҙмәт итә. 1947 йылда подполковник дәрәжәһендә демобилизациялана, шул уҡ йылда тыуған яғына ҡайта.

Өфөлә Юғары Советы Президиумына эшкә урынлаша. Һуңынан совет, партия органдарында, республика гәзиттәре редакцияларында, Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй.

1964 йылдан Өфө авиация институтының философия кафедраһында уҡыта. Ассистенттан һәм уҡытыусынан башлап философия кафедраһы доцентына тиклем баҫҡыстарҙы үтә. СССР Фәндәр академияһының Философия институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Өфө дәүләт авиация-техник университетында Ҡотошов утыҙ йыл самаһы эшләп хаҡлы ялға китә.

Оҙаҡ йылдар Рамаҙан Нурғәли улы Ҡотошов[1] радио һәм телевидениенан сығыш яһай, «Белем» йәмғиәтенең лектор составында республика буйынса йөрөй. Етмеш биш йыл самаһы республика гәзиттәре һәм журналдары биттәрендә Рамаҙан Ҡотошов ҡултамғаһы менән мәҡәләлр яҙа. Уның һуңғы «Яугир хәтирәләре» повесы 2015 йылда «Ватандаш» журналында баҫыла.

Хәҙерге ваҡытта ла ул әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүен дауам итә. Ете әҙәби китап, шул иҫәптән "Зенитчик"тар романы авторы.

Башҡорт энциклопедияһында ла уның күп мәҡәләләре урын алған.