Эстәлеккә күсергә

Әр-Рәхим мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әр-Рәхим мәсете
Әр-Рәхим мәсете
Нигеҙләү датаһы 2007
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған ар-Рахим[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Волга буйы федераль округы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө һәм Киров районы
Урынлашҡан урамы Салауат Юлаев проспекты һәм Коммунистик урам
Хужаһы Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Бетон
Стоимость 5 000 000 000 ₽
Майҙан 14 000 квадрат метр
Вид в ночное время
Мәзһәб Хәнәфи мәҙһәб
Вид с воздуха
Карта
 Әр-Рәхим мәсете Викимилектә

Мәсет
Әр-Рәхим мәсете
ИлБашҡортостан Башҡортостан
ҠалаӨфө
АдресыСалауат Юлаев проспекты
йүнәлеш, мәктәпсөнниҙәр, хәнәфи мәҙһәб
Диниә назараты, мөхтәсибәтБашҡортостан мосолмандары Диниә назараты
Мәсет төрөйәмиғ мәсете
Проект авторы«Башкиргражданпроект»
Төҙөүсе«Алтын ҡурай» ЯСЙ-һы
Шәфҡәт итеүселәрӨфөлөләр, Башҡортостан хөкүмәте, «УРАЛ» хәйриә фонды
Бина майҙаны11800 м²
Вместимость2 000 артыҡ кеше
Көмбәҙ бейелеге24 метр
Манаралар һаны4
Манара бейеклеге76,7 метр
Материалбетон
Торошотөҙөлә
КитапханаДаY

Әр-Рәхим мәсете (рус. Мечеть Ар-Рахим, татар. Әр-Рәхим мәчете) — Башҡортостандың Өфө башҡалаһында Салауат Юлаев проспекты һәм Коммунистик урамы киҫелешендә төҙөлөүсе йәмиғ мәсете.

Тышҡы рәсемдәр
Июль, 2014 йылы.
Проект моделе

Мәсеткә нигеҙ Башҡортостандың Рәсәй составына ҡушылыуының 450 йылығын билдәләгән осорҙа һалына. Төҙөлөп бөткәс, был мәсет Рәсәй Федерацияһындағы иң ҙур мәсеттәрҙең береһе буласаҡ тип фараз ителә [1], әммә бар параметрҙары буйынса ла улай булмаясаҡ.

Күп йылдар дауамында Башҡортостан мосолмандары дин әһелдәре республика етәкселегенә яңы мәсет төҙөүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап килде. Өфө ҡалаһында ике ҙур мәсет бар — Беренсе йәмиғ һәм «Ләлә-Тюльпан», әммә байрам ваҡыттарында улар ғына бар теләгән кешеләрҙе йәмәғәт намаҙына һыйҙыра алмай. Күп кенә намаҙ уғырға теләүселәр урамда уҡырға мәжбүр була.[2]. Мосолмандар диниә назаратына башҡалабыҙҙың үҙәк майҙанынан биләмә(участок) бүлеп бирелә. Генераль подрядсы билдәләнелә. Төҙөүсе фирма, туранан— тура үҙенең вазифаһынан башҡа, мәсетте төҙөү өсөн хәйер аҡсалары ла йыя. Нигеҙенә беренсе таш 2007 йылдың көҙөндә һалына.Ҡоролманың проектын «Башкиргражданпроект» иниституты һәм ӨДНТУ берлектә төҙөй. Төҙөүсеһе — «Алтын ҡурай».

Генераль подрядсының белдереүе буйынса, төҙөлөшкә бюджет аҡсаһы тотонолмаясаҡ. Бар төҙөлөш физик һәм юридик шәхестәр тарафынан бүленгән хәйриә аҡсаһына төҙөләсәк. Мәсет төҙөүҙө ҡала предприятиелары, атап әйткәндә, башҡа юбилей объекттарын — Торатау конгресс-холы, Боҙ һарайы һәм «Аҡбуҙат» ипподромы — төҙөүҙә ҡатнашҡан предприятиелар алып бара. Төҙөлөш 2009 йылда төҙөүгә бүленгән аҡсаларҙың юғалыуы сәбәпле туҡтатыла.

Тышҡы рәсемдәр
Модель проекта
Июль 2015
Вантовый мост
  1. В Башкирии всё-таки появится самая большая мечеть в России 2013 йыл 5 февраль архивланған.
  2. Мечеть Салавата Юлаева 2012 йыл 1 февраль архивланған.