Эстәлеккә күсергә

Ҡотлогилдина Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зөһрә Ҡотлогилдина битенән йүнәлтелде)
Зөһрә Ҡотлогилдина
Тыуған көнө:

20 август 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Көйөргәҙе районы, Ялсыҡай ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, шағир, яҙыусы

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995); Салауат Юлаев ордены (2022)

Ҡотлогилдина Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы (20 август 1951 йыл) — журналист, шағир, йыр текстары авторы. 1989—2015 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» һәм хәҙерге «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978—1987 йылдарҙа һәм 1989 йылда — бүлек мөдире, 1987—1989 йылдарҙа баш мөхәррир урынбаҫары. 1979 йылдан СССР Журналистар союзы, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2020), Баязит Бикбай (2011), Рәми Ғарипов (2012) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).

Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина 1951 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында тыуған. 1968 йылда Таймаҫ урта мәктәбен тамамлай. 1968—1969 йылдарҙа ошо уҡ райондың Шишмә ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй, 1969—1970 йылдарҙа «Ильич юлы» район гәзитендә тәржемәсе була. 1970—1975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый, бындағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөләнә. Бишенсе курста уҡып йөрөгәндә (1974 йыл) «Башҡортостан пионеры» (бөгөн «Йәншишмә») балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә эшкә саҡырыла һәм бөгөнгө көнгәсә шул баҫмала хеҙмәт итә, гәзиттең әҙәбиәт бүлеге мөдире. Журналистикала оҙаҡ йылдар емешле эшләгәне өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Зөһрә Ҡотлогилдина үҙенең гәзиттә эшләү дәүерендә тәүге тапҡыр "Башҡортостан пионеры"ндә ҡәләмен һынап ҡараған ҡыҙ һәм малайҙарҙың бер нисә тиҫтәһен әҙәби ижад һәм журналистика юлына алып сығыусы.

2022 йылдың 16 декабрендә әҙип Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[1].[2].

Әҙәбиәткә үткән быуаттың 70-се йылдарында килә. Поэзия, проза жанрҙарында ижад итә. «Уйылам уйҙарымдан», «Шәфәҡ нуры» шиғри йыйынтыҡтарында шағирәнең йәшәү мәғәнәһе, донъя яҙмышы хаҡындағы поэтик уйланыуҙары сағылыш тапты. Зөһрә Ҡотлогилдинаның күпселек шиғырҙары үҙенсәлекле лиризмы, халыҡсан теле менән айырылып тора. Уның тиҫтәләгән шиғырына көйҙәр яҙылған. Бигерәк тә әҙиптең танылған композитор Салауат Низаметдинов менән ижади дуҫлығы емешле булды: был ике талант эйәһенең йырҙары ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен яуланы, күп популяр артистарҙың репертуарында ныҡ урын алды, радио һәм телевизорҙан йыш яңғырай. Беренсе башҡарыусыһы Айһылыу Солтанова булған «Күҙҙәремә ҡара» йырын, мәҫәлән, «мөхәббәт гимны» тип атарға була. Рәсәйҙә билдәле йырсы Земфира (Земфира Тәлғәт ҡыҙы Рамаҙанова — Өфөлә тыуған йырсы, музыкант, композитор һәм йырҙар авторы) башҡарыуында «Ҡайҙа?» («Күҙ нурым») йыры шулай уҡ күп тыңлаусыларҙың һөйөүен яуланы.

«Әсәйем һөйөнөсө» китабы менән әҙип үҙен башҡорт балалар прозаһы өлкәһендә уңышлы ижад итеүсе хикәйәсе итеп танытты.

  • Уйылам уйҙарымдан: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 32 бит.
  • Әсәйем һөйөнөсө: Хикәйәләр. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 56 бит.
  • Шәфәҡ нуры. Өфө, 1989;
  • Йырсы гөлдәр. Өфө, 1993;
  • Миләш тәлгәштәре. Өфө, 1996;
  • Тамырҙарым — ерҙә, йәнем — күктә, 2001.
  • Күҙҙәремә ҡара: Шиғырҙар, поэма. — Өфө: Китап, 2013. — 232 бит.
  • Витамин ҡайҙа үҫә?: Балалар өсөн хикәйәләр һәм шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2013.
  • Һуғыш яралаған бала саҡ: Документаль публицистика. — Өфө: Китап, 2015. — 356 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Салауат Юлаев ордены (2022)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995)
  • Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2020)
  • Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты (2011)
  • Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2012)
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2019)[3]
  • «Йәшлек» гәзитенең 2019 йылғы лауреаты[4].

Әҙип тураһында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Зөһрә Ҡотлогилдина — шағир Миңлегөл Хисамованың бер туған һеңлеһе.
  • Шағирҙең тормош иптәше — Мәһәҙиев Нияз Бикйән улы (1963—2019)[5]
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)