Эстәлеккә күсергә

Яңы Байрамғол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Яңы Байрамғол (ауыл) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Яңы Байрамғол
Яңы Байрамғол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Яңы Байрамғол

Координаталар

54°06′01″ с. ш. 59°02′05″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 855 001

ОКТМО коды

80 653 455 101

Яңы Байрамғол (Рәсәй)
Яңы Байрамғол
Яңы Байрамғол
Яңы Байрамғол (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Байрамғол

Яңы Байрамғол — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, ошо исемдәге ауыл советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 444 кеше[1]. Почта индексы — 453743, ОКАТО коды — 80253855001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы ҡалаһы): 60 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 65 км

Яңы Байрамғол ауылы Миндәк йылғаһының һул яҡ ярында Бүкәндәр һәм Ушанғол (Ишанғол) тауҙары араһында һыйынған. Миндәк йылғаһы саҡрымдағы ғына Урал йылғаһына ҡушыла. Урындағы халыҡ ауылды Байрамғол, ә Урал йылғаһын Яйыҡ тип боронғо исемдәре менән атай.

Яңы Байрамғол ауылына 18 быуаттаң 60-сы йылдарында нигеҙ һалына. XVIII быуатта 22 ихата булған, һәр береһендә 13-шәр кеше йәшәгән. X ревизия 427 кеше менән 91 ихата асыҡлай. Йәйләүгә 388 кеше менән 35 йорт сыға. Бөтәһенә лә ла 302 ат, 210 һыйыр, 20 кәзә тура килгән[2]. Миндәк тамағында Яйыҡтың уң яҡ ярында бынан ун — биш мең йылдар элек йәшәгән кешеләрҙең ҡәберлеге табылды. Ундағы таш ҡоралдар, бысаҡтар, балсыҡтан яһалған көршәктәр таш быуаттың неолит дәүерен һәм унан һуң еҙ быуат кешеләренең торлағы булыуын күрһәтә.

Яңы Байрамғол ауылы янында шулай уҡ беҙҙең эраға тиклем 2 мең йыл элек йәшәгән халыҡтарҙың боронғо ҡаласыҡтары «Яңы Байрамғол—1», «Яңы Байрамғол—2» табылған. Ул ҡаласыҡтарҙа ҡаҙып алынған материалдар Учалы ҡалаһының төбәкте өйрәнеү музейында һаҡлана.

Ауылдың көнбайышындағы тауҙың башында яңғыҙ ҡәбер бар. Ошо тирәлә ырыуҙаштарының баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшен Ушанғол батыр етәкләгән. Яуҙа һәләк булһам, ошо тау башында ерләгеҙ, тигән ул. Баҫҡынсылар менән бер һуғышта батыр яугир һәләк була. Уны ерләп, ҡәберен таш менән уратып кәртәләйҙәр. Тауҙы шунан башлап «Ушанғол» тип атайҙар. Халыҡ телендә хәҙер ул тау атамаһы Ишанғол булып яңғырай.

Бүкәндәр тауы атамаһы бында бүкәнгә оҡшаған таштар булыуы менән бәйләйҙәр.[3]

Ауылда бер нисә аймаҡ бар: ҡуяндар, таҙҙар, онтаҡтар, айыуҙар, башҡаптар, ыҫты кейеҙҙәр, ҡалпаҡтар, бүҫкәләр, өс мөйөштәр, алтаяҡтар, ҡуҡыйҙар.

1812 йылғы Ватан һуғышында Яңы Байрамғол ауылынан Сәйфетдин Ҡәҙерғәлин (ҡаһы бер сығанаҡтар буйынса Кидрялин) 2 көмөш миҙал менән бүләкләнгән.

1906 йылда Рәсәй Империяһы Дәүләт думаһына беренсе һайлау була. Ул күп баҫҡыслы булыуы менән хәҙерге һайлауҙан айырылып торған. Тәүҙә һәр ауылда 25 йортҡа 1 кеше иҫәбенән «выборныйҙар» һайланған. Был 1906 йылдың февралендә—март башында була. Шунан, 6 март көнө Учалы ауылында (Типтәр-Учалы волосы) һәм Ҡаҙаҡҡол ауылында (Күбәләк-Тиләү волосы) волость сходтары булып үтә. Ҡаҙаҡҡол ауылындағы волость сходында ауыл сходтарында һайланған 181 «выборный»ҙың 127-һе ҡатнаша, документта әйтелгәнсә, аҫаба башҡорттар һәм вазифа биләүселәр. Күбәләк-Тиләү волосынан:

  • Ғаблуллатиф Байғаҙы улы Ғайсин, 53 йәштә,
  • «потомственный почетный гражданин» Шаһыбал Сәхәүетдин улы Сәйфетдинов, 59 йәштә.

1906 йылдың 11 апрелендә Үрге Яйыҡ (Верхнеуральск) ҡалаһында волостарҙан «уполномоченныйҙарҙың» өйәҙ съезы була (17 «уполномоченный» ҡатнашлығында). Ырымбур губернаһы һайлау йыйылышына (20 апрел, 1906 йыл) крәҫтиәндәрҙән һайланыусылар («выборщиктар») булып 4 кеше һайлана. Шуларҙың береһе беҙҙең яҡташыбыҙ: Шаһибал Сәхәүетдин улы Сәйфетдинов,60 йәштә, «потомственный почетный гражданин из башкир», белеме — өйҙә һәм Байрамғол ауылы мәҙрәсәһендә алынған булырға тейеш, Муса ауылында йәшәгән, игенселек менән шөғөлләнгән.

II Дәүләт Думаһында өс башҡорт депутатының береһе беҙҙең яҡташыбыҙ Шаһибал Сәйфетдинов булған. Ул Думала Ырымбур губернаһы башҡорттары исеменән тәрән йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаған. Үҙенең телмәрендә ул батша администрацияһын тәнҡитләгән һәм дөйөм демократик позицияларҙан сығып, ябай халыҡ массаларының мәнфәғәтен яҡлаған".[4]

Ауылда мәсет 1905 йылда ҡарағастан яңыртып һалына. Ул мәсетте һалдырыуҙа Мөжәһетдин Маликов, Шаһыбал Сәйфетдинов, Лоҡман байҙар, Троицк ҡалаһынан Әхмәт бай, Латиф Байғаҙы улы Ғәйсин (Латыф хәҙрәт) булышлыҡ итәләр. Мәсетте Үрге Яйыҡ (Верхнеуральск) ҡалаһынан яллап килтерелгән балта оҫталары һала. Мәсет янында ике биналы мәҙрәсә лә була. Береһендә шәкерттәр йәшәй һәм белем ала, икенсеһе — ашхана. Шәкерттәр төрлө яҡтан килә: Ҡатай, Күбәләк ырыуынан. Заманына күрә бик данлыҡлы мөғәлимдәр белем бирә был мәҙрәсәлә Минһажетдинов (Ҡобағош ауылынан), Әхмәҙиә Мамилин (Сораман ауылынан), Ғабдуллатиф Байғаҙы улы Ғайсин (Байрамғол ауылынан, уның бик бай китапханаһы ла була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул китапхана, 1930 йылда, мәсеттең манараһын алап ташлаған ваҡытта, яндырыла) шәкерттәргә төплө белем бирәләр. Шәкерттәр араһында башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре лә бар: Солтанов Исмәғил Хөсәйен улы (Ҡотой ауылынан), Муса Мортазин уҡый[5].

Мотаһар Мортаза улы Мортазинда Байрамғол ауылынына нигеҙ һалыусы Байрамғол олатайҙың шәжәрәһе һаҡланған. Байрамғол менән Ҡәйепҡол — бер туғандар. Байрамғолдоң улы Йәноҙаҡ (уның 7 улы булған), уның улы Салих, Салихтың улы Йыһанша (Волость старшинаһы булған), уның улы Вәлиулла, Вәлиулланың улы Мортаза, Мортазаның улы Мотаһар, Мотаһарҙың улдары; Мозафар, Радик (Мәғәфүр), Нил һәм Әхәт[5].

Ауылда урта мәктәп, клуб, медпункт, китапхана бар.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш ветерандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Абдразаҡов Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улы (рус. Абдразаков Габдрахим Абдрафикович; 28.11.1914— 25.05.2004) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы разведчигы. Рядовой ҡыҙылармеец.
  • Хайруллин Атаулла — 1905 йылғы рус—япон һуғышында Изге Анна миҙалына лайыҡ була.
  • Билалов Муса Ғайса улы — иҡдисад фәндәре кандидаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
  • Ғабдуллин Хөснөтдин Нафиҡ улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм III Дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
  • Ғарипов Сибәғәт Ғариф улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә Дан ордены кавалеры.
  • Ғинийәтуллин Сәғәҙәт Ғинийәтулла улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә Дан ордены кавалеры
  • Йосопов Мәсғүт Ибраһим улы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
  • Сәғитуллин Насип Сафиулла улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
  • Шагиев Мофассал Мостафа улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры .
  • Шарипов Ғаҡыл Йәғәфәр улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Ауыл хужалығы алдынғылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әхмәҙиев Риф Әхмәтйән улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, агроном.
  • Лотфуллин Ғәбдрәүеф Һибәттула улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
  • Игелеков Абрар Ғабдулла улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, механизатор.
  • Камалетдинов Сәғәҙей — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, тракторсы.
  • Хәйруллин Фәйзулла Сибәғәт улы — Салауат Юлаев ордены кавалеры, комбайнер.
  • Шагиев Юлай Мофассал улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, комбайнер.
  • Фазлетдинов Иркәбай Кинйәбай улы — Почёт Билдәһе һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры, мал ҡараусы.
  • Шарипова Мәхмүзә Иҙрис ҡыҙы — Ленин ордены кавалеры, алдынғы һауынсы.
  • Ғарипов Марат Сабит улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, машина менән һауыу операторы.
  • Ғарипова Миңсара Хәләф ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, машина менән һауыу операторы.

Химия өлкәһендәге белгестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йосопов Мәҡсүт Ибраһим улы - Стәрлетамаҡ сода комбинатында эшләгән , химия промышленосының атҡаҙанған эшсеһе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (15.02.1974) кавалеры.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

республиканың билдәле композиторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Абрар Ғабдрахмановтың тормош иптәше.

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡорманаева Фәриҙә Хәлфетдин ҡыҙы — РСФСР-ҙың мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
  • Фазлетдинова Жәүиҙә Фәтхетдин ҡыҙы — Рәсәй Федерацияһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
  • Әхмәҙиев Азамат Ғинийәт улы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957), уҡытыусы.
  • Ямалетдинова Фәнидә Мөждәбә ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
  • Игелекова Дилара Ғөбәйҙулла ҡыҙы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, уҡытыусы.
  • Жамалова Земфира Заһретдин ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
  • Шарипов Булат Бикмөхәмәт улы — Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
  • Жамалова Мәүә Сабирйән ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
  • Мифтахова Ғәйшә Әхмәҙиә ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
  • Солтанова Вилиә Салих ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт, элемтә хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Илтенбаева (Игелекова) Миңзифа Абрар ҡыҙы — «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары — яуаплы секретары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
  • Вафина Сара Мөхәмәт ҡыҙы — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған почта хеҙмәткәре.
  • Йосопова (Хабибуллина) Ғәйшә Вәкил ҡыҙы - Учалы элемтә үҙәге алдынғыһы

Медицина хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йосопова (Ибраһимова) Әлфиә Ибраһим ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре
  • Ғарипов Сөнәғәт Сибәғәт улы — Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
  • Йәнгирова Фатима Аллабирҙе ҡыҙы — II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры — төҙөүсе.
  • Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (19.08.1973) — ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары[1]. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе (2019).
  • Муса Ғайса улы Билалов — иҡтисад фәндәре кандидаты, Бөйөк Ватан һуғышы]] ветераны, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены кавалеры.
  • Вилданова Гүзәл Булат ҡыҙы (28.06.1975) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының философия һәм йәмғиәтте өйрәнеү факультетының йәмғиәт эштәре кафедраһы доценты. Философия фәндәре докторы (2009).

Ауыл янында, Яйыҡ йылғаһы буйында арехологик ҡомартҡы — боронғо неолит дәүере ғибәҙәтханаһы - Баҡшай ҡаласығы урынлашҡан.

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0301017000объект № 0301017000

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 444 224 220 50,5 49,5
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[6].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Иманғол урамы (рус. улица Имангул)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Миндәк урамы (рус. Миндякская улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Мышағыр урамы (рус. улица Мышагыр)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
  • Троицк урамы (рус. Троицкая улица)
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)[7].
  • Нәрәле һырты
  • Фәйез шишмәһе
  • Мөғлифә тауы
  • Ишәнғол тауы
  • Мушағыр тауы
  • Баҡшай объекты
  • Янтыҡбаш тауы
  • Салғыштау
  • Бөркөтоя тауы

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Туйтүбә. Учалы районы Яңы Байрамгол ауылы Флүзә Әхмәҙиеванан Ләүизә Әхмәҙиева яҙып алган. Башҡорт Халыҡ ижады. ΙΙ том.— БДУУ , БӘ ФК , ФФ, д. 1, л. 587— 588; БХИИ , Р Л , Ха ПО; БИТ, П Л , № 56[8]
  • Учалы. 1965 йылда Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылы Хәлит Усмановтан (1896 йылғы) С. Галин яҙып алған. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 47, д. 3, л. 20; БХИ, РЛ, № 139; БПЛ, № 67; БНТ, ПЛ, № 160.
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 24. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Яңы Байрамғол ауылы тарихы. Бәхтийәр Ғатаулла улы Кейекбаевтың ҡульяҙмаһынан.
  4. Зарипов Әлим. Эй Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт. Башҡортостан тарихы буйынса өҫтәлмә мәғлүмәттәр — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1998. — 264 бит.
  5. 5,0 5,1 Яңы Байрамғол ауылы урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғәриф алдынғыһы Шарипов Булат Бикмөхәмәт улының шәхси ҡулъяҙмалары
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  8. Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том.