Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 август 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Учалы районы, Яңы Байрамғол ауылы
Һөнәр төрө журналист, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре
Эш биреүсе БСТ
Башҡорт дәүләт университеты
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй

Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (19 август 1973 йыл) — ғалим-филолог, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2019 йылдың 28 июненән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Филология фәндәре кандидаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында 1973 йылдың 19 авгусында тыуған. 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған.

19972004 йылдарҙа «Даирә» ижад берекмәһенең хәбәрсеһе, комментаторы, етәксеһе. «Башҡортостан» ДТРК һәм «Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиовещание компанияһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалының «ВГТРК Корпункты» сәйәси күҙәтеүсеһе.

20042010 йылдарҙа — «Юлдаш» республика мәғлүмәт-музыка радиоканалының баш редакторы.

2010—2013 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан» телестудияһының баш редакторы.

БДУ-ның рус теле һәм сағыштырыу филологияһы кафедраһы ассистенты булып эшләй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2019 йылдың 28 июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланды[1].
  • 2013 йылда Эльвира Айытҡолова Башҡортостан Республикаһының V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты ағзаһы була. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Ҡоролтайҙағы фракцияһы ағзаһы.
  • Дөйөм Рәсәй «Рәсәй өсөн» Халыҡ фронты йәмәғәт хәрәкәтенең Үҙәк штабы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы төбәк штабы рәйестәше.
  • «Кесе Тыуған ил мәҙәниәте» проекты координаторы
  • Д. А. Медведевтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы, күкрәк билдәһе

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]