Ғәскәров Айрат Рафиҡ улы
Ғәскәров Айрат Рафиҡ улы | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 5 октябрь 1963 (57 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Шишмә эшселәр ҡасабаһы |
Һөнәр төрө | банкир, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Федерация Советы ағзаһы[d] |
Ойошма йәки клуб ағзаһы | Федерация Советы |
![]() |
Айрат Рафиҡ улы Гаскәров, (рус. Айрат Рафикович Гаскаров, 1963 йылдың 5 октябре, БАССР, Шишмә районы, Шишмә ҡасабаһы) — иҡтисадсы, банкир, 2002-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР финанс министры, 2010-2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация советы ағзаһы, 2016 йылдан РФ финанс министры ярҙамсыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғәскәров Айрат Рафиҡ улы 1963 йылдың 5 октябрендә БАССР Шишмә районы үҙәге Шишмә ҡасабаһында донъяға килгән.
Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының финанстар һәм кредит бүлеген ("1989"), РФ фәндәр академияһының иҡтисад институтын тамамлаған, шул уҡ институтта 2007 йылда иҡтисад фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлаған[1]. 1981-1983 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә булған.
Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1981 йылдан БАССР финанс министрлығында иҡтисадсы.
- 1983-1991 йылдарҙа БАССР финанс министрлығында ревизор-инспектор, өлкән ревизор-инспектор, министрлыҡ хакимлығы аппаратының финанслау бүлеге башлығы урынбаҫары.
- 1991 йылда РСФСР коммунисттар фирҡәһенең Башҡортостан рескомы инструкторы.
- 1991-1995 йылдарҙа БАГСУ план-финанс бүлеге башлығы, финанс директоры.
- 1995-2000 йылдарҙа БР финанс министры урынбаҫары.
- 2000-2002 йылдарҙа РФ Пенсия фондының Башҡортостан республикаһы буйынса бүлеге идарасыһы.
- 2002-2010 йылдарҙа БР премьер-министрының урынбаҫары ("2008 йылдан" — беренсе урынбаҫары) — БР финанс министры.
- 2010-2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация советы ағзаһы — Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация советында БР дәүләт хакимиәтенең башҡарма органынан ышаныслы кеше.
- 2011 йылдың мартынан РФ Һаҡлыҡ банкыһының вице-президенты.
- 2012 йылдың 17 декабренән «Уралсиб банкыһы» ААЙ-ның беренсе вице-президенты, 2013 йылның 11 мартынан банкының идара рәйесе урынбаҫары, 2015 йылдың 18 апреленән банкының идара рәйесе [2].
- 2016 йылдан РФ финанс министры ярҙамсыһы[3].
Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кто есть кто в Республике Башкортостан. Гаскаров Айрат Рафикович
- РИА ФедералПресс энциклопедия. Гаскаров Айрат Рафикович