Эстәлеккә күсергә

Фәхретдинов Иршат Юнир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иршат Юнир улы Фәхретдинов
Тыуған:

1 февраль 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (59 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Һайран ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Партия:

Берҙәм Рәсәй

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты

Наградалары:
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Салауат Юлаев ордены

медали

 Иршат Юнир улы Фәхретдинов Викимилектә

Фәхретдинов Иршат Юнир улы (1 февраль 1965 йыл — 22 октябрь 2021 йыл) — отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Запастағы полковник. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Ҡыҙыл Йондоҙ (1988), Салауат Юлаев (2013) ордендары кавалеры, 2-се дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн орденының миҙалы менән бүләкләнгән (2014).

Иршат Юнир улы Фәхретдинов 1965 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районының Һайран ауылында тыуған.

Урта белем алғас, М. В. Фрунзе исемендәге ике Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Омск Юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһына уҡырға инә һәм уны 1986 йылда лейтенант званиеһында тамамлай. Үҙ теләге менән Афғанстанға китә. Герат ҡалаһында урынлашҡан 5-се мотоуҡсылар дивизияһының 101-се полкында хеҙмәт итә[1]. 1988 йылда «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән наградлана.

Афғанстандан һуң майор дәрәжәһендә грузин-абхаз низағына эләгә. Унда Урал тыныслыҡ урынлаштырыу батальоны[2] составында дауам итә. Яраланғандан һуң тыуған яҡтарына ҡайта. Һуңынан рапорт яҙып, Чечняға китә. Шатой эргәһендә урынлашҡан 324-се мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Был хаҡта ул ошолай тип хәтерләй:

Абхазияла саҡта Беренсе Чечен һуғышы башланды. Барлыҡ ваҡиғаларҙы телевизор аша ғына күрҙек. Афған юлын үтеүселәр өсөн был, ысынлап та, аптырарлыҡ хәл ине: үҙ илеңдә һуғыш барһын әле! Абхазиянан яраланып ҡайттым. Дауаланған ваҡытта уҡ Чечнянан демобилизацияланған егеттәр, юғалтыуҙар күп, тәьминәт насар, ғәскәрҙәр араһында үҙ-ара килешеп эшләү, бәйләнеш юҡ, тыл тәьминәте, кейем-һалым менән тәьмин итеү аҡһай, һалдаттар яҙмыш ҡосағына ташланған, контракт буйынса барған офицерҙар албырғап ҡала, тип мөрәжәғәт итә башланы. Тәжрибәле офицерҙар ҡайҙа икән, тип уйланып, уйҙарымдың осона сыға алмай, хәрби тәжрибәмә таянып, рапорт яҙып, Чечняға киттем[3].

Чечняла командировкала булғандан һуң, отставкаға сыға.

1999 йылдан Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында эшләй.

2006 йылда — «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһында башҡарма директор.

Башҡортостан Хәрби хәрәкәт инвалидтары ойошмаһы етәксеһе.

2021 йылдың 22 октябрендә Өфө ҡалаһында коронавирустан вафат була[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1988).
  • СССР Юғары Советы президиумының Маҡтау ҡағыҙы (1989).
  • 2-се дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн орденының миҙалы (2014).
  • Салауат Юлаев ордены (2013).
  • БДБ халыҡтары берҙәмлеге ордены (2015).
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең Рәхмәт Хаты (2015).
  • СССР һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәте өсөн миҙалдар.
  • Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы Рәйесенән ике Рәхмәт хаты, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда парламентаризмды үҫтереү өсөн Почёт билдәләре, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйестәренең Маҡтау ҡағыҙҙары.