Асаев Рәйес Бәҙеғитдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр

Асаев Рәйес Бәҙеғитдин улы (6 май 1931 йыл3 март 2001) — ауыл хужалығы һәм дәүләт эшмәкәре. 1965—2001 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Шишмә районындағы «Луч» колхозы рәйесе, 1993—1996 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты.Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәйес Бәҙеғитдин улы Асаев 1931 йылдың 6 майында Башҡорт АССР-ының Благовар районы Ҡамышлы ауылында тыуған.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, ғалим-агроном.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҫмер көйө башлай.

1951-1955 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1955-1956 йылдарҙа Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй, һуңынан — «Уфаэлектросетьстрой» тресында электрик булып эшләй.

1962 йылда ауыл хужалығы институты дипломы менән Шишмә ауылына ебәрелә, унда «Луч» колхозында баш агроном булып эшләй башлай.

1965 йылдың февралендә уны колхоз рәйесе итеп һайлайҙар[1].

Дәүләт һәм сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә: республика Аграр союзын етәкләй, 1992 йылдың декабренән уның инициативаһы буйынса ойошторолған Башҡортостан Аграр партияһы рәйесе була. 1993 йылдың ноябрь айында Рәсәй Аграр партияһы Асаевты Башҡортостан Республикаһының 5-се Киров бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә.

РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының беренсе саҡырылыш депутаты (19931996). Думала Рәсәй Аграр партияһы фракцияһы ағзаһы, аграр мәсьәләләр буйынса комитет ағзаһы була.

Рәсәй Аграр партияһы һәм Рәсәй Аграр союзының етәксе органдарында әүҙем эшләй.

2001 йылдың 3 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1990 йылдың 26 июнендә СССР Президенты Михаил Горбачев Указға ҡул ҡуя, унда былай тип әйтелә:

За достижение высоких устойчивых результатов в производстве сельского хозяйства и большой личный вклад в решение социальных вопросов присвоить председателю колхоза «Луч» Чишминского района Башкирской АССР тов. Асаеву Раису Бадыгутдиновичу звание Героя Социалистического Труда с вручением ордена Ленина и Золотой медали "Серп и молот".

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Как Асаев колхоз возрождал(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]