Мирсаев Рәмил Нурый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мирсаев Рәмил Нурый улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 21 июнь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Абдулла
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Өфө дәүләт нефть техник университеты

Мирсаев Рәмил Нурый улы - 1950 йыл, 21 июнь - совет, хужалыҡ һәм сәйәсәт эшмәкәре.

Биографияһынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәмил Нурый улы Мирсаев 1950 йылдың 21 июлендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Абдулла ауылында тыуған.

1967-1972 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡыған, шулай уҡ Өфө нефть институтын тамамлаған.

1972-1978 йылдарҙа Дүртөйлө районында инженер-механик, баш инженер, К. Маркс исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләгән.

1978-1983 йылдарҙа БАССР Ауыл хужалығы министрлығы Эштәр идаралығының ауыл хужалығы бүлегендә өлкән референт.

1984-1986 йылдарҙа капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы - БАССР-ҙың ауыл хужалығы министры урынбаҫары.

1986-1988 йылдарҙа - бүлек мөдире, БАССР Дәүләт агросәнәғәт рәйесе урынбаҫары.

1988-1989 – Совет рәйесе, "Башкирагропромстрой" ойошмаһының етәксеһе – БАССР-ҙың Дәүләт агросәнәғәт рәйесе урынбаҫары.

1989-1991 йылдарҙа – совет рәйесе – "Башкирагропромстрой" берләшмәһе начальнигы - "Башагропромсоюз"рәйесе урынбаҫары .

1991-1996 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты.

1996-2000 йылдарҙа – РФ дәүләт таможня комитетының Башҡортостан таможня идаралығы начальнигы,.

2000 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм торлаҡ сәйәсәте министры.

Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районы буйынса 14-се Дәүләкән һайлау округынан Вәкилдәр Палатаһы депутаты.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мирсаев Рамиль Нурыевич [1]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мирсаев Рамиль Нурыевич [2]