Джордж Вашингтон
Джордж Вашингтон | ||||
George Washington | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
30 апрель 1789 — 4 март 1797 | ||||
Вице-президент: | Джон Адамс | |||
Алдан килеүсе: | вазифа раҫланған Сайрус Гриффин Континенталь конгресс Президенты | |||
Дауамсы: | Джон Адамс | |||
Дине: | Протестантизм, англикан сиркәүе[1][2] | |||
Тыуған: | 22 февраль 1732 Бриджс-Крик, Виргиния, Британия Америкаһы | |||
Үлгән: | 14 декабрь 1799 (67 йәш) Маунт-Вернон, Виргиния, АҠШ | |||
Ерләнгән: | Маунт-Вернон, Виргиния штаты | |||
Династия: | Вашингтоны[d] | |||
Атаһы: | Августин Вашингтон | |||
Әсәһе: | Мария Бол Вашингтон | |||
Ҡатыны: | Марта Дандридж Кастис (кейәүгә сыҡҡас — Вашингтон) | |||
Балалары: | нет | |||
Автограф: | ||||
Наградалары: |
Конгресс Алын миҙалы, Конгресстан Рәхмәт хаты | |||
Джордж Вашингтон (ингл. George Washington; 22 февраль 1732 йыл — 14 декабрь 1799 йыл) — Америка Ҡушма Штаттарының тәүге президенты (1789—1797 йылдар).
Бөйөк Британияға ҡаршы барған Америка үҙаллылығы өсөн һуғышта (1775 — 1783 йылдар) Континенталь ғәскәр етәксеһе: 1775 йылда Континенталь конгресс Вашингтонды Америка революцион ғәскәре башлығы итеп билдәләй. Бостонды ҡамауҙан алып 1781 йылда британ ғәскәре Йорктаунда еңелеүенә тиклем ул Континенталь ғәскәр башында тора. 1783 йылда, һуғыш тамамланып, Париж килешеүе Ҡушма Штаттарҙың үҙаллылығын танығас, Вашингтон шәхси тормошона әйләнеп ҡайта һәм үҙенең Маунт-Вернондағы өйәҙендә йәшәй башлай.
1787 йылда Филадельфияла үткәрелгән Конституцион йыйылышта Ҡушма Штаттар Конституцияһын төҙөүҙә ҡатнаша. 1789 йылдан ул Ҡушма Штаттарҙың президенты вазифаһын биләй. Ул Британия һәм Франция араһында барған һуғыш арҡаһында икегә бүленгән донъяла ауырлыҡтарға ҡаршы тора алырлыҡ көслә дәүләт булдыдырға тырыша. 1793 йылда нейтраллек иғлан итеүе сит ил бәрелештәренә йәлеп ителмәҫкә мөмкинлек бирә. 1795 йылда Британия менән Джей килешеүе тип исемләнгән килешеү төҙөлөүе ике ил араһында сауҙа үҫешеүенә булышлыҡ итә. Рәсми рәүештә бер фирҡәгә лә кермәһә лә, Вашингтон федералистар фирҡәһе тәҡдим иткән программаларҙы яҡлап сыға. Шулай, был фирҡә тәҡдиме менән милли банк булдырыла, һалып системаһы яйға һалына һәм башҡа финанс мәсьәләләр хәл ителә. Вашгингтондың хушлашыу мөрәжәғәте Американың артабанғы сәйәсәтенә ҙур йоғонто яһай.
Вашингтон 1799 йылда үлеп китә. Уны ерләгән ваҡытта генерал Генри Ли телмәрендә әйтеп үтелеүенсә, Вашингтон «һуғыш ваҡынында — тәүгеләрҙән, солох ваҡытында — тәүгеләрҙән һәм яҡташтарының йөрәгендә — тәүгеләрҙән».
Тормош юлының башланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джордж Вашингтон 1732 йылдың 22 февралендә (иҫке стиль буйынса, 1732 йылдың 11 февралендә) Хантинг-Крик плантацияһында (хәҙерге Вирджиния штаты[3]) Августин Вашингтон һәм уның икенсе ҡатыны Мэрия Бол Вашингтондың тәүге улдары булып тыуа. Алты йәшлек сағында ғаиләһе менән Ферри Фарм фермаһына күсенә, бында уға атаһы һәм ағаһы белем бирә. 11 йәшлек сағында Вашингтондың атаһы үлеп китә.
Йәш сағында Вашингтон ер үлсәүсе булып эшләй. 1748 йылда лорд Фэйрфакстың Шенандоа тигеҙлегендә ер үлсәү экспедицияһында ҡатнаша. 1749 йылда Калпеппер графлығының ер үлсәүсеһе вазифаһына тәғәйенләнә. Шул йылдарҙа ағаһы Лоуренс аша Вашингтон Огайо компанияһы — Огайо йылғаһы ярҙарында төҙөлөш алып барыусы компания менән ҡыҙыҡһына башлай — ағаһы был компанияның акционеры булып тора. 1752 йылдың июнендә Лоуренс туберкулёз менән ауырып, үлеп китә. Джорджҡа уның милегенең өлөшө, шул иҫәптән Александрия ҡалаһы янындағы Маунт-Вернон өйәҙе, Лоуренстың колония адъютанты булараҡ үтәгән бурыстарының ҡайһы берҙәре күсә.
1753 йылда Вирджиния губернаторы Роберт Динуидди Вашингтонға Форт-ле-Бефҡа (хәҙерге Уотерфорд, Пенсильвания штаты) британдарҙың француздарға ультиматумын илтергә бойора. Был хат француздарҙың Огайо йылғаһы янындағы британ ерҙәрендә төҙөлөштө туҡтатырға тейешлеге тураһында киҫәтә. Вашингтондың был хәүефле сәйәхәте ун бер аҙна дауам итә. Артабан был ультиматум ике колониаль көс араһында ыҙғыш башланыуға сәбәпсе була.
Француздар һәм индейҙар менән һуғыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1754 йылда, Динуидди Вашингтонды подполковник итеп билдәләй һәм француздарҙың Огайо йылғаһы буйында Дюкен фортын төҙөүенә ҡаршы тиҙ арала йыйылған экспедидияның етәксеһе итеп ҡуя. Вашингтон үҙенең төркөмө менән француз фортына табан юл ала, юлында француз командиры Жозеф Кулон де Жюмонвиль етәкселек иткән 30 кешелек төркөмгә тап була һәм уға һөжүм итә. Француздар тиҙ арала бирелә, әммә Вашингтондың кешеләрен ярҙамға килгән күпкә ҙурыраҡ француз төркөмө ҡамап ала. Әсирлеккә эләккән Вашингтонды Жюмонвилде үлтереүен таныуы тураһында ҡағыҙға ҡул ҡуйырға күндереп, ебәрәләр.
1755 йылда Вашингтон уңышһыҙ тамамланған Мононгахила экспедицияһында британ генералы Эдуард Брэддоктың ярҙамсыһы рәүешендә ҡатнаша. Был экспедиция Огайоны яулап алыуға британдарҙың төп ынтылышы була. Брэддок еңеүенә шул тиклем ышана, һалдаттарына ул парадҡа барған һымаҡ марш һәм йырҙар менән барырға бойора. Вирждиния һәм инглиз йыйылма ғәскәре күпләп ҡырыла, Брэддок бәрелеш ваҡытында алған ауыр яраһынан сигенеү ваҡытында һәләк була. Вашингтон иһә Мононгахила геройы булараҡ танылыу ала — ул һанаулы ғына ҡалған офицерҙар менән бер рәттән, сигенергә мәжбүр булған ғәскәрҙең ҡалдығын туплай. Был ваҡиғанан һуң Вашингтонға полковник дәрәжәһе бирелә.
1758 йылда Вашингтон генерал Форбс экспедицияһында ҡатнаша. Был экспедиция француздарҙың Дюкен фортын ҡалдырыуға килтерә, һәм британдар уның урынында Питтсбург ҡалаһын нигеҙләй. Ошо уҡ йылда Вашингтон үҙенең хәрби карьераһын ҡалдыра, киләһе ун алты йылын ул Вирджинияла плантатор һәм сәйәсмән булып үткәрә.
Һуғыштар араһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вашингтонды Аҡ йорт имениеһында йәшәүсе тол ҡатын Марта Дендридж Кастис менән, Джордж француздар һәм индейҙар менән һуғыштан ҡайтҡас, Мартаның дуҫтары таныштыра. Тәүге күрешеүҙәренән һуң өс аҙна үткәс, Джордж уға өйләнешергә тәҡдим итә. 1759 йылдың 6 ғинуарында Джордж менән Марта, икеһе лә 27 йәшлек сағында, Мартаның өйөндә - Аҡ йортта өйләнешә, был йорт артабан президент йортона исем бирә. Яңы тыуған ғаилә Маунт-Вернонға күсенә, Джордж плантатор эшенә тотона, сәйәсәткә ылыға. Джордж һәм Мартаның уртаҡ балалары булмай, әммә ул Мартаның тәүге никахынан ике балаһын яратып тәрбиәләй.
Вашингтондың бай ҡатынға өйләнеүе уның йәмғиәттә бейегерәк урын биләүенә булышлыҡ итә, Джордж Вашингтон Вирджинияның иң бай кешеһенә әйләнә. Ул ауыл хужалығы эшенә әүҙем тотона, йыш ҡына ерҙәр һатып алып, үҙенең плантацияларын киңәйтә. 1758 йылдың башында ул француздар һәм индейҙар менән һуғыш ветераны һәм бай плантатор булараҡ, Вирджиния Закондар сығарыу палатаһына һайлана. 1760 – 1774 йылдарҙа ул Фэйрфакс графлығы судьяһы вазифаһын биләй.
Вашингтон колония режимына ҡаршы күтәрелгән хәрәкәткә 1769 йылда алдынғылар рәтендә ҡушыла — ул дуҫы Джордж Мейсон башлаған инглиз тауарҙарына бойкот ойоштороуҙа ҡатнаша. Был бойкот колонияға килтерелгән күп тауарҙарға яңы һалымдар ҡаралған Тауншенд закондарына ҡаршы башлана. Һөҙөмтәлә, 1770 йылда инглиз парламенты был закондарҙы юҡ итә. 1774 йылдың июлендә ул Фэйрфакс графлығы йыйылышына рәйес итеп һайлана, Фэйрфакс графлығы закондар йыйынтығы төҙөүҙә ҡатнаша. Был ултырыш һөҙөмтәһендә артабан Континенталь конгресс ойошторола. Беренсе Континенталь конгресҡа Вашингтон делегат итеп һайлана.
Америка революцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1775 йылдың апрелендә Икенсе Континенталь конгресс йыйылыу мәленә Америка колонистары һәм британ көстәре араһында бәрелештәр йышая. Вашингтон был йыйылышҡа, һуғышҡа әҙерлеген аңлатып, хәрби кейемдә килә. Конгресс 1775 йылдың 14 июнендә Континенталь ғәскәр булдыра. Вашингтондан башҡа ғәскәр башлығы роленә дәғүә итерлек башҡа бер кем дә булмай, хәрби тәжрибәһе, һүҙенең өҫтөнлөгө, патриот булараҡ яулаған даны һөҙөмтәһендә, ул Конгресс тарафынан бер тауыштан Контитенталь ғәскәр етәксеһе итеп һайлана, Вашингтонға генерал-майор дәрәжәһе бирелә.
1775 йылдың июлендә революцион ғәскәр британ көстәре урынлашҡан Бостонды ҡамауҙа тота. Вашингтон ғәcкәре янына килеп еткәс, көкөрт етмәгәнлеген аңлап ҡала. Вашингтон инглиз форттарына һөжүм итеп, инглиз ҡоралдары менән ғәскәрен тәьмин итә. 1776 йылдың мартына британ ғәскәре Бостонды ҡалдырырға мәжбүр була. Вашингтон ғәскәрен Нью-Йоркҡа табан алып китә.
1776 йылдың авгусында британ генералы Уильям Хоу Нью-Йоркҡа көслө һөжүм башлай. Вашингтондың ғәскәре, британ көстәре менән бер нисә уңышһыҙ бәрелештән һуң, Нью-Йорктан Нью-Джерси аша сигенергә мәжбүр була. Континенталь ғәскәрҙең киләсәге шик аҫтында ҡала. 1776 йылдың 25 декабре төнөндә Вашингтон контратакаға күтәрелеп, Америка ғәскәрен Делавэр йылғаһы аша алып сыға, Трентонда меңгә яҡын гессен һалдаттарын (ялланып һуғышыусы немец һалдаттары) әсир итә. Был уңышын ул Принстон яуындағы еңеүе менән нығыта. Был ҡыш яуланған еңеүҙәр ғәскәрҙең ышанысын арттыра, Вашингтондың ғәскәр башлығы булараҡ даны арта, был революцион ғәскәр сафына йәштәр ылығыуына килтерә.
1777 йылдың 11 сентябрендә Брэндивайн яуында британ ғәскәрҙәре Вашингтондың ғәскәрен ҡыйратып, 36 сентябрҙә ҡаршылыҡһыҙ Филадельфияны ала. Октябрҙең башында Вашингтон ғәскәре Джермантаундағы британ гарнизонына уңышһыҙ хөжүм итә. Был ваҡытта генерал Бургойн етәкселеге аҫтындағы британ ғәскәре Саратога ҡалаһы янында тулыһынса Г.Гейтс етәкәгән америка ғәскәренең әсирлегенә эләгә. Бургойндың еңелеүе американдарҙың француздар менән хәрби килешеү төҙөүенә булышлыҡ итә. Шулай итеп, революцион күтәрелеү донъя кимәлендәге һуғышҡа әйләнә.
1777 йылдың декабрендә Вашингтон ғәскәре Вэлли-Форджта урынлаша һәм киләһе алты айҙы бында үткәрә. Ҡыш эсендә ғәскәрҙең байтаҡ өлөшө һалҡындан, аслыҡтан һәм ауырыуҙарҙан үлә. Шулай ҙа яҙ ғәскәр яңы көс менән ҡышҡы лагеренән ҡуҙғала. 1778 йылда генерал Г. Клинтон етәкләгән инглиз ғәскәре Филадельфияны ҡалдырып, төп көсөн Нью-Йоркта туплай. Американдарҙың һәм француздарҙың берләшкән ғәскәре британ ғәскәрен Вирджинияға ҡыҫырыҡлағас, 1781 йылдың 19 октябрендә Йорктаунда тәүгеләрҙең еңеүе һуғышҡа нөктә ҡуя.
Шулай итеп, һуғыштағы уңыштары менән билдәле Вашингтон, еңеүе алдынан күп еңелеүҙәргә дусар була.
1783 йылдың мартында оҙаҡ ваҡыт түләүһеҙ һуғышҡан Континенталь ғәскәр офицерҙары Конгрессҡа ҡаршы берләшә, - улар Вашингтондың Конгресты тарҡатып, хакимлыҡты үҙ ҡулына алыуын теләй. Әммә Вашингтон, үҙенең йоғонтоһо ярҙамында ғәскәрҙә тәртип урынлаштыра. Ошо йылдың сентябрендә төҙөлгән Париж килешеүе Ҡушма Штаттарҙың үҙаллылығын таный. 25 ноябрҙә британ ғәскәре Нью-Йоркты ҡалдыра, яңы хөкүмәт етәкселекте үҙ ҡулына ала. 4 декабрҙә Фраунсис тавернаһында Вашингтон яуҙаш дуҫтары менән хушлашып, 1783 йылдың 23 декабрендә ғәскәр башлығы вазифаһын ҡалдыра. Артабан 13 штаттан торған яңы дәүләт Конфедерация статьялалаhы тип аталған тәүге дөйөм закондар йыйынтығын ҡабул итә.
Вашингтон Маунт-Вернонға ҡайта, әммә уның тыныс тормошо оҙаҡҡа һуҙылмай. 1787 йылдың йәйендә Филадельфияла үткәрелгән Конституцион йыйылышҡа саҡырыла һәм йыйылыштың рәйесе итеп һайлана. Был йыйылышта Америка Ҡушма Штаттарының Конституцияһы төҙөлә. Конституцияны бөтә 13 штат та ҡабул итә.
Президент вазифаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1789 йылда һайлаусылар коллегияһы Вашингтонды бер тауыштан президент вазифаһына һайлай. 1789 йылдың 30 апрелендә Нью-Йорктың Федерал-холлында ул президент антын бирә, шулай итеп, Вашингтон Америка Ҡушма Штаттарының беренсе президенты вазифаһына аяҡ баҫа. Джон Адамс вице-президент вазифаһына һайлана.
Конгресс президенттың эш хаҡын 25000 доллар күләмендә билдәләй – был ул ваҡыт өсөн байтаҡ ҙур сумма була. Был ваҡытта унһыҙ ҙа бай булған Вашингтон был сумманан баш тарта, әммә Конгресс өгөтө менән ризалаша.
1792 йылда һайлаусылар коллегияһы Вашингтонды ҡайтанан бер тауыштан президент вазифаһына һайлай. Өсөнсө тапҡырға Вашингтон был вазифанан баш тарта һәм Конституцияға президент вазифаһына ике тапҡырҙан артыҡ һайланыуҙы сикләүсе төҙәтмә керетә.
Эске үҙгәрештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вашингтон тәүге президент булараҡ, президент вазифаһының йөкләмәләрен, яуаплылығын билдәләүсе булып тора. Ул Конституцияға ярашлы демократик ил булдырыуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуя.
Вашингтон үҙе бер фирҡәгә лә кермәй һәм төрлө фирҡәләр барлыҡҡа килеүе үҙ-ара бәхәстәр тыуҙырып, илдең ныҡлығын ҡаҡшата, тигән фекерҙә була. Әммә ваҡыт үтеү менән, президенттың яҡын кәңәшселәре араһында, фекерҙәр айырмалығы һөҙөмтәһендә, ике фракция барлыҡҡа килә. Финанстар министрлығы секретары Александр Гамильтон федералистар фирҡәһен, дәүләт секретары Томас Джефферсон республиканецтар фирҡәһен булдыра. Гамильтон илдең финанс үҫешен яйға һалыу өсөн милли банк булдырыуҙы, дәүләт бурыстарын хеҙмәтләндереүҙе, дөйөм милли аҡса системаһын булдырыуҙы һәм башҡа финанс үҙгәртеүҙәрҙе күҙ уңында тотҡан программа тәкдим итә. Вашингтон иһә был программаны хуплап, уны тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итә. Ғөмүмән, Вашингтон федералистар фирҡәһен күп һорауҙарҙа яҡлап сыға.
1791 йылда Конгресс иҫерткес эсемлектәр яһап һатыусыларға өҫтәмә һалым керетә, был фермер хужалыҡтарында, бигерәк тә Пенсильванияла, ҡаршылыҡтарға килтерә. Артабан был ҡаршылыҡ олоғайып, Виски ихтилалы тип исемләнгән ихтилалға әүерелә. Федераль ғәскәр ҡаршылыҡты туҡтатыр өсөн бигерәк бәләкәй була, һәм Вашингтон 1792 йылда Пенсильвания, Вирджиния һәм бүтән штаттарҙан йыйылма халыҡ ғәскәре булдырып, үҙ етәкселеге аҫтында ҡаршылыҡ тоҡанған райондарға алып бара. Эш баш күтәреүселәр менән асыҡ бәрелешкә тиклем барып етмәй, әммә яңы хөкүмәт ошо ваҡиғала үҙенең көслөлөгөн, дәүләт ныҡлығын һаҡлып ҡалыр өсөн ҡоралға тотона алыуын иҫбат итә.
Тышҡы сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ваҡытта Франция һәм Англия һуғыш хәлендә була. Вашингтон Европала барған үҙ-ара бәхәстәргә ҡыҫылмауҙы хуп күрә. Гамильтон һәм Вашингтон Британия менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу, ҡайтанан һуғыш тоҡаныу хәүефен булдырмау өсөн Джей килешеүе тип исемләнгән килешеү әҙерләй. Франция яҡлы Джефферсон фирҡәһе ағзалары килешеүгә ҡырҡа ҡаршы тора. Шулай ҙа Вашингтон менән Гамильтон, Вашингтондың хуплауы йоғонтоһо менән, Сенаттың килешеүҙе ҡабул итеүенә өлгәшә. 1794 йылдың 19 ноябрендә юғары судъя Джон Джей килешеүгә ҡул ҡуя. Һөҙөмтәлә, революцияға тиклемге бәхәсле һорауҙарҙың күбеһе хәл ителә, Канада – Ҡушма Штаттар сиге билдәләнә, иң мөһиме – килешеү Британия менән яңы һуғыш башланыу мөмкинлеген юҡ итә һәм ике ил араһында сауҙа итеү үҫешә. Әммә был Францияның ҡәнәғәтһеҙлегенә килтерә һәм ил эсендәге сәйәси бәхәстәрҙең төп сәбәбе булып тора.
Хушлашыу хаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1796 йылда Вашгингтондың Америка халҡына хушлашыу мөрәжәғәте баҫылып сыға. Был Американың артабанғы сәйәсәтенә иң ҙур йоғонто яһаусы баҫма була. Вашингтон был мөрәжәғәтте йыл башынан Гамильтон ярҙамы менән әҙерләй. Унда Вашингтон милли берҙәмлектең, Конституцияның, закондар үтәлеүенең мөһимлеген әйтеп үтә, сәйәси фирҡәләрҙең дәүләт ныҡлығын ҡаҡшатыуын һыҙыҡ аҫтына ала.
Вашингтон үҙенең мөрәжәғәтендә Американың эске сәйәсәтенә сит илдәр ҡыҫылыуына, Американың Европала барған ыҙғыштарға йәлеп ителеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәклеге хаҡында киҫәтә. Ул бөтә илдәр менән татыулыҡта йәшәп, улар менән сауҙа үҫтереүҙе хуплай, әммә Европа һуғыштарынан, ҡайһылыр илдең яғын алыуҙан ситтә тороу кәрәклеген әйтеп үтә.
Хаҡлы ялға сығыуы һәм үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1797 йылдың мартында, президент вазифаһынан киткәндән һуң, Вашингтон ҡатыны Марта менән Маунт-Вернонға ҡайта һәм күп ваҡытын фермер хужалығына бағышлай. 1798 йылдың 13 июлендә, Франция менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшкәс, Джон Адамс Вашингтонға генерал-лейтенант дәрәжәһе биреп, уны ғәскәр башлығы итеп билдәләй. Был вазифала ул көтөлмәгән осраҡтарҙа ҡулланырлыҡ Ваҡытлы ғәскәр булдырыуҙа ҡатнаша, әммә үҙе бер яу ҙа үткәрмәй.
1799 йылдың 12 декабрендә ҡарлы, борсаҡлы һалҡын ямғыр аҫтында Вашингтон һыбай фермаһын тикшереп бер нисә сәғәт үткәрә. Киске аш ваҡытында һыуланған кейемен алыштырмайса өҫтәл артына ултыра. Икенсе көн иртән тәне янып уяна, артабан ауырыуы пневмонияға әйләнә. 1799 йылдың 14 декабрендә, 67 йәшендә ул үлеп китә. Ҡатыны Марта Вашингтон уның үлеменән һуң бер-береһе араһындағы хаттарҙы яндыра, хаттарҙын өсөһө генә һаҡланып ҡала.
Вашингтон Маунт-Вернонда ерләнә. Уның үлеменән һуң Америка ғәскәре һалдаттары алты ай дауамында ҡулдарына ҡара лента бәйләп йөрөтә, Наполеон Бонапарт Францияла ун көнлөк траур иғлан итә. 1976 йылдың 19 ғинуарында, Ҡушма Штаттарҙың ике йөҙ йыллығында Джорж Вашингтонға Конресс палаталары тарафынан Ҡушма Штаттар Армияһы генералы дәрәжәһе бирелә.
Әлеге көндә Вашингтондың һүрәте йыш ҡына Ҡушма Штаттарҙың символы булараҡ ҡулланыла. Уның хөрмәтенә Американың башҡалаһында ҙур һәйкәл ҡуйыла, штат, уҡыу йорттары, ер-һыу, Америка ҡалаларының төп урамдары, баш ҡаланың үҙе лә тәүге президент исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джордж Вашингтон Викиөҙөмтәлә | |
Джордж Вашингтон Викикитапханала | |
Джордж Вашингтон Викимилектә | |
Джордж Вашингтон Викияңылыҡтарҙа |
- Джордж Вашингтон — хәҙерге американ ҡаһарман
- George Washington
- Washington: The Forging of a Nation
- The Crossing
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ушаков В. А., Джордж Вашингтон: страницы истории, СПб., 2006
- Анненская А. Н., Георг Вашингтон и война за независимость, СПб., Монтвид, ценз. 1899
- Гизо, Франсуа, В борьбе за свободу : Очерки из жизни Вашингтона, СПб., 1907
- Валуева-Мунт А. П., Джордж Вашингтон / Сост. А. П. Мунт, СПб, 1880
- Alden, John R. (1993). George Washington, a Biography. Norwalk: Easton Press.
- Anderson, Fred (2000). Crucible of War: The Seven Years' War and the Fate of Empire in British North America, 1754–1766. New York: Alfred A. Knopf. ISBN 978-0-375-40642-3.
- Anderson, Fred (2005). The War That Made America: A Short History of the French and Indian War (abridged ed.). New York: Viking. ISBN 978-0-670-03454-3.
- Bell, William Gardner (2005) [1983]. Commanding Generals and Chiefs of Staff, 1775–2005: Portraits & Biographical Sketches of the United States Army's Senior Officer. Washington, D.C: Center of Military History, United States Army. pp. 52–53, 66–67. ISBN 0-16-072376-0. CMH Pub 70–14.
- Boller, Paul F. (1963). George Washington & Religion. Dallas: Southern Methodist University Press. OCLC 563800860.
- Boller, Paul F. (1995). Not So!: Popular Myths About America from Columbus to Clinton. New York: Oxford University Press. ISBN 0-19-509186-8.
- Brookhiser, Richard (1996). Founding Father: Rediscovering George Washington. New York: Free Press. ISBN 0-684-82291-1.
- Buchanan, John (2004). The Road to Valley Forge: How Washington Built the Army That Won the Revolution. Hoboken, N.J: John Wiley & Sons. ISBN 978-0-471-44156-4.
- Bumgarner, John R. (1994). The Health of the Presidents: The 41 United States Presidents Through 1993 from a Physician's Point of View. Jefferson, N.C: McFarland & Co. ISBN 0-89950-956-8.
- Carp, E. Wayne (1990) [1984]. To Starve the Army at Pleasure: Continental Army Administration and American Political Culture, 1775–1783. Chapel Hill: University of North Carolina Press. p. 220. ISBN 978-0-8078-4269-0. Retrieved November 13, 2011.
- Chernow, Ron (2010). Washington: A Life. New York: Penguin Press. ISBN 978-1-59420-266-7., Pulitzer Prize
- Cunliffe, Marcus (1958). George Washington, Man and Monument. Boston: Little, Brown. OCLC 58007859.
- Dalzell, Robert F., Jr.; Dalzell, Lee Baldwin (1998). George Washington's Mount Vernon: At Home in Revolutionary America. New York: Oxford University Press. ISBN 0-19-512114-7.
- Elkins, Stanley M.; McKitrick, Eric (1995) [1993]. The Age of Federalism. New York: Oxford University Press. ISBN 978-0-19-509381-0., standard political history of 1790s
- Ellis, Joseph J. (2004). His Excellency: George Washington. New York: Alfred A. Knopf. ISBN 1-4000-4031-0.
- Espinosa, Gastón (2009). Religion and the American Presidency: George Washington to George W. Bush with Commentary and Primary Sources. New York: Columbia University Press. ISBN 978-0-231-14332-5.
- Ferling, John E. (2000). Setting the World Ablaze: Washington, Adams, Jefferson, and the American Revolution. New York: Oxford University Press. ISBN 0-19-513409-5.
- Ferling, John E. (2009). The Ascent of George Washington: The Hidden Political Genius of an American Icon. New York: Bloomsbury Press. ISBN 978-1-59691-465-0.
- Ferling, John E. (2010) [1988]. First of Men: A Life of George Washington. New York: Oxford University Press. ISBN 978-0-19-539867-0.
- Fischer, David Hackett (2004). Washington's Crossing. Oxford, England; New York: Oxford University Press. ISBN 0-19-517034-2.
- Fishman, Ethan M.; Pederson, William D.; Rozell, Mark J., eds. (2001). George Washington, Foundation of Presidential Leadership and Character. Westport, Conn: Praeger. ISBN 0-275-96868-5.
- Flexner, James Thomas (1965). George Washington: the Forge of Experience, 1732–1775. Boston: Little, Brown. OCLC 426484.
- Flexner, James Thomas (1974). Washington: The Indispensable Man. Boston: Little, Brown. ISBN 0-316-28605-2.
- Freeman, Douglas Southall (1948). George Washington, a Biography 7 v. New York: Scribner. OCLC 732644234.
- Freeman, Douglas Southall (1968). Harwell, Richard Barksdale, ed. Washington. New York: Scribner. OCLC 426557.
- Gregg, Gary L., II; Spalding, Matthew, eds. (1999). Patriot Sage: George Washington and the American Political Tradition. Wilmington, Del: ISI Books. ISBN 1-882926-38-2.
- Grizzard, Frank E., Jr. (2002). George Washington: A Biographical Companion. Santa Barbara, Calif: ABC-CLIO. ISBN 1-57607-082-4.
- Grizzard, Frank E., Jr. (2005). George!: A Guide to All Things Washington. Buena Vista, Va: Mariner Pub. ISBN 0-9768238-0-2.
- Higginbotham, Don (1971). The War of American Independence: Military Attitudes, Policies, and Practice, 1763–1789. New York: Macmillan. OCLC 142627.
- Higginbotham, Don (1985). George Washington and the American Military Tradition. Athens: University of Georgia Press. ISBN 0-8203-0786-6.
- Higginbotham, Don, ed. (2001). George Washington Reconsidered. Charlottesville: University Press of Virginia. ISBN 0-8139-2005-1.
- Higginbotham, Don (2002). George Washington: Uniting a Nation. Lanham, Md: Rowman & Littlefield Publishers. ISBN 0-7425-2208-3.
- Hirschfeld, Fritz (1997). George Washington and Slavery: A Documentary Portrayal. Columbia: University of Missouri Press. ISBN 0-8262-1135-6.
- Hofstra, Warren R., ed. (1998). George Washington and the Virginia Backcountry. Madison, Wis: Madison House. ISBN 0-945612-50-8.
- Hughes, Rupert (1926). George Washington... New York: W. Morrow & Co. OCLC 17399028.
- Jensen, Merrill (1948). The Articles of Confederation: An Interpretation of the Social-Constitutional History of the American Revolution, 1774–1781. Madison: University of Wisconsin Press. OCLC 498124.
- Johnson, William (1919). George Washington, the Christian. New York: The Abingdon Press. OCLC 19524242. Retrieved December 29, 2011.
- Ketchum, Richard M. (1999) [1973]. The Winter Soldiers: The Battles for Trenton and Princeton. New York: Henry Holt. ISBN 0-8050-6098-7.
- Lancaster, Bruce; Plumb, John H. (1985). The American Revolution. New York: American Heritage Press. ISBN 0-8281-0281-3., heavily illustrated
- Lengel, Edward G. (2005). General George Washington: A Military Life. New York: Random House. ISBN 1-4000-6081-8.
- Mann, Barbara Alice (2005). George Washington's War on Native America. Westport, Conn: Praeger. ISBN 0-275-98177-0.
- Middlekauff, Robert. Washington's Revolution: The Making of America's First Leader (2015), the revolution from General Washington's perspective Excerpt McCullough, David (2005). 1776. New York: Simon & Schuster. ISBN 0-7432-2671-2.
- O'Brien, Conor Cruise (2009). First in Peace: How George Washington Set the Course for America. Foreword by Christopher Hitchens. Cambridge: Da Capo Press. ISBN 978-0-306-81619-2.
- Parry, Jay A.; Allison, Andrew M. (1991). The Real George Washington: The True Story of America's Most Indispensable Man. United States: National Center for Constitutional Studies. ISBN 978-0-88080-014-3.
- Randall, Willard Sterne (1997). George Washington: A Life. New York: Henry Holt & Co. ISBN 0-8050-2779-3.
- Rasmussen, William M. S.; Tilton, Robert S. (1999). George Washington-the Man Behind the Myths. Charlottesville: University Press of Virginia. ISBN 0-8139-1900-2.
- Unger, Harlow Giles (2013). "Mr. President" George Washington and the Making of the Nation's Highest Office. Boston: Da Capo Press, A Member of the Perseus Book Group. ISBN 978-0-306-82241-4.
- Vadakan, Vibul V., M.D. (Winter–Spring 2005). "A Physician Looks At The Death of Washington". The Early America Review (DEV Communications) 6 (1). ISSN 1090-4247.
- Wallenborn, White McKenzie, M.D. (November 5, 1997). "George Washington's Terminal Illness: A Modern Medical Analysis of the Last Illness and Death of George Washington". The Papers of George Washington. University of Virginia.
- Wiencek, Henry (2003). An Imperfect God: George Washington, His Slaves, and the Creation of America. New York: Farrar, Straus and Giroux. ISBN 0-374-17526-8.
- Wood, Gordon S. (1992). The Radicalism of the American Revolution. New York: A.A. Knopf. ISBN 0-679-40493-7.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
- 22 февралдә тыуғандар
- 1732 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Виргинияла тыуғандар
- 14 декабрҙә вафат булғандар
- 1799 йылда вафат булғандар
- Виргинияла вафат булғандар
- Википедия:Мәҡәләлә Викикитапханаға һылтанмаһы булған мәҡәләләр
- АҠШ президенттары
- АҠШ-ты нигеҙләүсе бөйөк шәхестәр
- АҠШ ғәскәр башлыҡтары
- АҠШ революционерҙары
- Ете йыллыҡ һуғышында ҡатнашыусылар
- XVIII быуат тарихы
- Конгрестың Алтын Миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Шәхестәр:Англиканлыҡ
- АҠШ масондары