Эстәлеккә күсергә

Гарри Трумэн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гарри Трумэн
ингл. Harry S. Truman[1][2][3][…]
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[4][1][3][…]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[1][3]
Тыуған көнө 8 май 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[5][4][6][…]
Тыуған урыны Ламар[d], Миссури, Америка Ҡушма Штаттары[1][2][7][…]
Вафат булған көнө 26 декабрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[5][8][4][…] (88 йәш)
Вафат булған урыны Канзас-Сити[d], Миссури, Америка Ҡушма Штаттары[5][1][3][…]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][3]
Үлем сәбәбе полиорганная недостаточность[d][3] һәм пневмония[3]
Ерләнгән урыны Президентская библиотека и музей Гарри Трумэна[d][3][7][9]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы John Anderson Truman[d][3]
Әсәһе Martha Ellen Young Truman[d][3]
Хәләл ефете Бесс Трумэн[d][3]
Балалары Margaret Truman[d][10][3]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө сәйәсмән, судья, эшҡыуар, офицер, автор дневника
Биләгән вазифаһы АҠШ президенты, вице-президент США[d], генерал-губернатор Филиппин[d], сенатор США[d][9], сенатор США[d][9], сенатор США[d][9], сенатор США[d][9], сенатор США[d][9] һәм сенатор США[d][11][9]
Уҡыу йорто Университет Миссури в Канзас-Сити[d]
William Chrisman High School[d]
Әүҙемлек урыны Вашингтон[5][1]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Демократическая партия[d][2][9]
Участвовал в выборах Президентские выборы в США в 1948 году[d][9]
Ҡан төркөмө O[d]
Сәләмәтлек торошо пневмония[3]
Рабочая рука леворукость[d]
Ҡатнашыусы Манхэттенский проект[d]
Хәрби звание Капитан, Майор һәм полковник[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Сен-Миельская операция[d], Мёз-Аргоннское наступление[d] һәм Беренсе донъя һуғышының Көнбайыш фронты[d]
Ғәскәр төрө Армия США[d]
Архивы хранятся в Президентская библиотека и музей Гарри Трумэна[d]
Ойошма ағзаһы Американский легион[d], масонство[d] һәм Veterans of Foreign Wars[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 175 сантиметр
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Harry S. Truman
 Гарри Трумэн Викимилектә

Гарри С. Трумэн (ингл. Harry S. Truman; 1884 йылдың 8 майы; Ламар, Миссури штаты — 1972 йылдың 26 декабре, Канзас-Сити, Миссури штаты) — дәүләт эшмәкәре, 1945—1953 йылдарҙа АҠШ-тың 33-сө президенты, Демократик партиянан. 1945 йылда 4 марттан 12 апрелгә тиклем АҠШ-тың 34-се вице-президенты.

1934 йылда Трумэн Миссури штатынан АҠШ Сенатына һайлана.

Гарри Трумэн унан алдағы президент Франклин Рузвельттың «Яңы курсы» рухында социаль-иҡтисади реформаларҙы дауам итә.

1945 йылда Икенсе донъя һуғышында АҠШ-ҡа ҡаршы булған Японияға ҡаршы атом ҡоралын ҡулланыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Сәбәбе — АҠШ Штабтары начальниктары комитетының Америка армияһының Япон утрауҙарына сыҡҡан сағында ни тиклем ҙур юғалтыуҙар кисерәсәген күҙаллауы тураһындағы доклады.

«Һалҡын һуғыштың» башланыуы ла шулай уҡ уның исеме менән бәйле. Трумэн СССР-ға һәм коммунистик көстәргә ҡаты рәүештә ҡаршы тороу һәм бөтә донъяла тик АҠШ-тың ғына берҙән-бер лидер булыуын раҫлау яҡлы була.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Трумэн 1884 йылдың 8 майында Миссури штатының Ламар ҡалаһында, фермер Джон Андерсон Трумэн һәм Марта Эллен Трумэндың ғаиләһендә тыуа. Гарри ғаиләлә өлкән бала була. Джон Виван исемле ағаһы (1886—1965) һәм Мэри Джейн исемле һеңлеһе (1889—1978) була.

Ғаилә бер нисә тапҡыр бер урындан икенсе урынға күсенә, ә Гарриға 6 йәш тулғас, Миссури штатының Индепенденс ҡалаһына килеп төнләнә. 8 йәшендә мәктәпкә бара, музыка (15 йәшенә тиклем фортепианола шөғөлләнә), китап уҡыу һәм тарих менән мауыға. Мәктәпте тамамлағас, Гарри колледжына уҡырға инә, әммә бер семестр уҡығандан һуң уҡыуын ташларға мәжбүр була һәм үҙенә эш эҙләй. Ул төрлө һөнәрҙәрҙә үҙен һынап ҡарай — тимер юлында, редакцияла, банк клеркы, ауыл хужалығы эшсеһе булырға ла тура килә уға.

Лейтенант Трумэн

Трумэн йәш сағынан Вест-Пойнттағы Хәрби академияға инергә хыяллана, әммә күҙҙәренең насар күреүе быға ҡамасаулай. 1905 йылда ул Миссури штатының Милли гвардияһына яҙыла, хәйләләп медосмотр үтә, һәм алты йылда Канзас-ситиҙың артиллерия батареяһында капрал дәрәжәһенә тиклем етә. 1917 йылда АҠШ беренсе донъя һуғышына ингәс, Трумэн, тәүге тапҡыр офицер званиеһын алып, Милли гвардияла хеҙмәт итә башлай.

Францияға китер алдынан Оклахома штатының Форт-Силл базаһында өҫтәмә әҙерлек үтә. 1918 йылдың урталарында экспедиция корпусы составында Европаға күсерелә. 35-се пехота дивизияһы 60-сы бригадаһы ялан артиллерияһының 129-сы полкында артиллерия батареяһына командалыҡ итә. Вогеза, Сен-Мийель һәм Аргонн урманындағы яуҙарҙа ҡатнаша. Трумэн командалыҡ иткән осорҙа уның батареяһындағы бер генә һалдат та һәләк булмай.

1919 йылдың апрелендә демобилизациянан һуң капитан чинында Элизабет Уоллес Ферманға өйләнә. Бизнес менән шөғөлләнә, ләкин 1922 йылдағы көрсөк осоронда бөлгөнлөккә төшә.

Гарри Трумэндың сәйәси карьераһының башланыуы Канзас-ситиҙың мэры һәм Миссури штатында Демократик партия аппараты етәксеһе Том Пендергастың исеме менән тығыҙ бәйле. Уның ярҙамына таянып, шулай уҡ Беренсе донъя һуғышы ветерандары араһында популяр булыуы арҡаһында, Трумэн 1922 йылда Джексон округында судья булып һайлана (дүрт йылдан һуң ғына юридик белем ала). 1924 йылда был вазифаға ҡайтанан һайлана алмай, әммә 1926 йылда округ суды рәйесе булып китә.

Был вазифала ике мөҙҙәт эшләй, 1934 йылда тағы ла Пендергаст ярҙамында Трумэнд АҠШ Сенаты ағзаһы итеп һайлана. Коррупциянер булған партия босы ярҙамында үрләгәнгән күрә тәүҙәрәк репутацияһы бер аҙ шикле булыуына ҡарамаҫтан, үҙ бурыстарына намыҫлы ҡарашы һәм коллегалары менән дуҫтарса мөнәсәбәте арҡаһында, Трумэндың тиҙ арала абруй яулай. Трумэн Франклин Рузвельт тәҡдим иткән «яңы курсты» хуплай. Шуға ла ҡарамаҫтан, 1940 йылда сенатҡа икенсе тапҡыр һайланырға ниәтләгәнендә бик ауырлыҡ менән уңышҡа өлгәшә. Был юлы ла ул Р. Ханниган етәкселегендәге урындағы партия комитеты ярҙамында, бер нисә тауышты артыҡ йыйып, сенатҡа һайлана, ә элекке дуҫы Пендергаст төрмәгә ултыртылған була.

Икенсе бөтә донъя һуғышы йылдарында, Милли оборона программаһының үтәлеү барышын тикшергән сенат комитетының рәйесе булараҡ, халыҡ араһында танылыу яулай; комитет дәүләт аҡсаһын һөҙөмтәһеҙ ҡулланыу осраҡтарын һәм хәрби контракттар төҙөгәндә коррупцияға юл ҡуйылыуын асыҡлай.

Германия Советтар Союзына һөжүм иткәндән һуң бер нисә көн үткәс, "Нью Йорк Таймс"тың 1941 йылдың 24 июнендәге һанында Трумэндың түбәндәге һүҙҙәре баҫылып сыға:

Германияның еңә барыуын күрһәк, Рәсәйгә, әгәр ҙә ки, Рәсәй еңеүгә өлгәшә бюашлаһа, Германияға ярҙам итергә тейешбеҙ. Шулай итеп, уларҙың бер-береһен күберәк юҡ итеүҙәренә өлгәшергә кәрәк. Хәйер, мин үҙем ниндәй шарттарҙа булһа ла Гитлерҙың еңеүен теләмәйем. Уларҙың береһе лә биргән һүҙендә тормай[12].


Оригинал: инга. If Germany wins see we that, Russia help should we, if Russia wins, Germany help should we, and let kill them as as so possible much, not do I want to see er although under Hitl victorious circumstance any. Anythink Neither of them of their word pledget think[13].

Рузвельт, Трумэн һәм Уоллес,1944 йылдың ноябре

1944 йылдың башында Ханниган Демократик партияның Милли комитеты рәйесе вазифаһын биләй, был Трумэндың артабанғы сәйәси карьераһында мөһим роль уйнай. Шул уҡ йылда үтәсәк президент һайлауҙарында үҙ кандидатураһын дүртенсе мөҙҙәткә ҡуйған Франклин Д. Рузвельт менән бергә Трумэн үҙен вице-президентлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә. Демократтар етәкселеге элекке вице-президент Генри Уоллес урынына Трумэнды тәҡдим итә. 1944 йылдың һайлауҙары Рузвельт—Трумэндың еңеүе менән тамамлана. Шуға ҡарамаҫтан, вице-президент вазифаһын биләгән 82 көн эсендә (1945 йылдың 20 ғинуарында башлана) Трумэн ни бары ике тапҡыр Рузвельт менән осраша; тышҡы сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеүгә уны йәлеп итмәйҙәр. Атом бомбаһы проекты булдырыу уның тураһында ла ул белмәй[14].

1945 йылдың 12 апрелендә, көтмәгәндә вафат булған Рузвельт урынына, АҠШ конституцияһына ярашлы, Трумэн президент посын биләй.

Президентлыҡ осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Президент посында эшләй башлауының беренсе көнөнән үк Трумэн Рузвельттың тышҡы сәйәсәтенең төп өлөшө булған мәсьәләне — СССР менән союздашлыҡ мөнәсәбәттәрен ҡайтанан тикшерә башлай. Килеп тыуған фекер айырымлыҡтарын (бигерәк тә Көнсығыш Европаның һуғыштан һуңғы ҡоролошо мәсьәләләре буйынса) Трумэн, Советтар Союзы мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмайынса, көс ҡулланып хәл итергә тырыша.

Икенсе донъя һуғышының тамамланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Клемент Эттли, Трумэн һәм Иосиф Сталин Потсдам конференцияһында
Рәсәйҙең почта маркаһы , 1995 йыл: Берлин (Потсдам) конференцияһы)

Икенсе бөтә донъя һуғышының тамамланыуы һәм һуғыштан һуңғы көйләнеш Трумэн алдына ҡуйылған иң тәү сираттағы бурыстарҙың береһе була. Германияның капитуляцияһынан һуң Трумэн Европаның һуғыштан һуңғы үҫешенең төп параметрҙарын билдәләгән Потсдам конференцияһында (1945 йылдың 17 июле — 2 авгусы) ҡатнаша.

Трумэн, Рузвельт Ялталағы конференцияла Сталинға артыҡ ҙур ташламалар яһаны, тип иҫәпләй. Европаны һәм бигерәк тә Көнсығыш Европаны азат итеү буйынса фекер айырымлыҡтары килеп тыуа. 24 июлдә Трумэн Сталинға кинәйәле рәүештә АҠШ-та атом бомбаһы булдырылыу хаҡында белдерә. Үҙенең Потсдам көндәлегендә президент түбәндәгеләрҙе яҙа: «Беҙ…… кешелек тарихында иң ҡот осҡос булған ҡоралды эшләүгә өлгәштек… Был ҡорал Японияның хәрби объекттары, һалдаттары һәм моряктарына ҡаршы ҡулланыласаҡ… Донъя етәксеһе булараҡ, беҙ дөйөм уңайлыҡ хаҡына был бомбаны ташларға бурыслыбыҙ, тик иҫке баш ҡалаға ла һәм яңы баш ҡалаға ла түгел».

Японияға атом бомбаһын ташлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылдың йәйендә Ҡораллы Көстәр штабтары начальниктары Комитеты атом бомбаһын Японияға ҡаршы ҡулланырға тәҡдим итә. Трумэндың тәҡдимде кире ҡаға; ғәйәт ҙур емергес көскә эйә булған бындай ҡот осҡос ҡоралды ҡасан да булһа хәрби конфликттың реаль шарттарында ҡулланыу мөмкинлеген Трумэн күҙ алдына ла килтерә алмай.

Әммә хәрби эксперттар президентты Япон утрауҙарында артабан һуғыш алып барыуҙың уңышлы булмауын күҙаллаған фараздар менән таныштыра. Әгәр АҠШ Япон утрауҙарында хәрби хәрәкәттәр башларға ҡарар итһә, япон армияһының ҡырҡа ҡаршылығы көсәйәсәк, япон халҡы ла үҙ армияһы яҡлы буласаҡ. Һуғыш тағы ла 1 йыл самаһы дауам итәсәк, тип күҙаллана. АҠШ 1 миллионға яҡын һалдатын юғалтасаҡ. Әхлаҡи һәм сәйәси күҙлектән ҡарағанда был хәл Трумэндың һайлаусылар араһында популярлығының кәмеүенә килтерәсәк; өҫтәүенә шул тиклем һалдат һәм офицерҙың һәләк булыуын президентҡа ғәфү итмәйәсәктәр. Бер ни тиклем икеләнеүҙәрҙән һуң Трумэн һуғыштан һуңғы этабында атом ҡоралын ҡулланырға рөхсәт бирә.

АҠШ президенты үҙенең ҡарарын түбәндәгесә дәлилләй: Япон утрауҙарына атом бомбаһын ташлау Японияның һуғыштан сығыуын тәьмин итәсәк, шулай уҡ Японияла һәм Америкала йөҙәр меңләгән кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡаласаҡ.

1945 йылдың авгусында Трумэн хәрбиҙәрҙең Японияның Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһын ташлау тәҡдиме менән ризалаша. Бары тик шунан һуң ғына АҠШ ғәскәрҙәре Японияны оккупациялай. Япония императоры хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатырға, капитуляция шарттарын эшкәртеп, солох төҙөүҙе тәҡдим итә.

Һуғыштан һуң СССР һәм АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәр насарая бара. 1946 йылдың 5 мартында АҠШ-ҡа килгән Уинстон Черчилль Фултондағы Вестминстер колледжынан (Westminster College (Missouri)) «донъя эштәре» тураһында лекция уҡырға саҡырыу ала. Черчилль Фултонда уны Трумэн оҙатып йөрөргә һәм уның телмәр һөйләүендә булырға тейеш, тигән шарт ҡуя. 1947 йылдың 12 мартында Трумэн үҙ доктринаһын уҡып ишеттерә, уның буйынса Төркиәгә һәм Грецияға, уларҙы «халыҡ-ара коммунизмдан» ҡотҡарыу маҡсатында, ярҙам тәҡдим ителә. Һалҡын һуғыш башланғандан һуң был мөһим ваҡиғаларҙың береһе була.

1947 йылда Маршалл планы төҙөлә. Уның буйынса Европа илдәре хөкүмәттәренән һул партия вәкилдәрен сығарыу, Көнсығыш Европа илдәре һәм СССР-ҙан продукция һатып алыуҙан баш тартып (мәҫәлән, Франция Польшанан күмерҙе тоннаһын 12 доллар менән алмайынса АҠШ-тан яҡынса 20 долларлыҡ күмерен һатып алрға тейеш була), нигеҙҙә, Америка тауарҙарын һәм ҡоралын һатып алыуға кредит биреү шарттарында Европа илдәре иҡтисадын тергеҙеү күҙаллана.

Программала 17 ил ҡатнаша.

Европа илдәренән ҡатнашыусылар осрашыуында төҙөлгән реконструкция планы 1947 йылдың 5 июнендә йәмәғәтселеккә еткерелә.

1948 йылдың апрелендә ғәмәлгә ашырыла башланған был план 4 йыл эшләй. Был осорҙа Европа Иҡтисади Хеҙмәттәшлек ойошмаһына берләшкән Европа илдәренә аяҡҡа баҫыу өсөн 13 миллиард долларлыҡ иҡтисади һәм техник ярҙам күрһәтелә.

Трумэн НАТО хәрби блогын төҙөү яҡлы була. Европала Советтар Союзы экспансияһын туҡтатыу өсөн ул ошондай тәҡдим менән сығыш яһай. 1949 йылдың 4 апрелендә АҠШ, Канада, Европаның бер нисә иле яңы хәрби альянс төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. Төркиә менән Греция был блокҡа 1952 йылда инә.

1949 йылдың 1 октябрендә Мао Цзэдун Ҡытай Халыҡ Республикаһының ойошторолоуын иғлан итә. Ҡолатылған Чан Кайши АҠШ ғәскәрҙәре ярҙамында Тайвань утрауына ҡаса. Шанхай ҡалаһы районында совет хәрби һауа көстәре төркөмө урынлашҡанға тиклем Тайвань, АҠШ-тың өнһөҙ рөхсәте менән, бер туҡтауһыҙ Ҡытай ҡалаларына һауанан һүжүм итә.

1945 йылда Хо Ши Мин Вьетнамдың азат ителгән территорияһында Вьетнам Демократик Республикаһының (ДРВ) бойондороҡһоҙлоғон тип иғлан итә. Әммә Франция Вьетнамға ҡаршы колониаль һуғыш башлай. 1950 йылда Һиндҡытай СССР һәм Ҡытай тарафынан рәсми танылыу алғандан һуң АҠШ Францияға хәрби-иҡтисади ярҙам күрһәтә башлай. 1950 йылда Францияға 10 миллион доллар, 1951 йылда тағы 150 миллион доллар бүленә.

Трумэн Кореялағы ваҡиғаларға бәйле АҠШ-та ғәҙәттән тыш хәл индереү тураһындағы прокламацияға ҡул ҡуя. 1950 йылдың 16 декабре

1950 йылдың 25 июнендә Төньяҡ Корея армияһы Көньяҡ Кореяға һөжүмен башлай. Ғәмәлдә АҠШ, БМО-нан хуплау алып, шунда уҡ тиерлек был һуғышҡа ҡушыла. Тәүге айҙарҙа ауыр еңелеү кисерһәләр ҙә, Америка ғәскәрҙәре артабан Төньяҡ Кореяның хәрби көстәрен туҡтатыуға өлгәшә, ә сентябрҙә уңышлы һөжүм башлай. Ҡытайҙың хәрби көс менән ярҙам күрһәтеүе арҡаһында ғына КХДР юҡҡа сығыуҙан ҡотолоп ҡала. БМО ғәскәрҙәренең бер нисә еңелеүенән һуң фронт линияһы бер аҙ тотороҡлана, һәм Кореяла позиция һуғышы башлана.

1950-се йылдарҙың беренсе яртыһында АҠШ-тың тышҡы сәйәсәтендә Корея һуғышы мөһим ваҡиғаларҙың береһе була. Уның оҙаҡҡа һуҙылыуы, һәм 1952 йылға был һуғыштың бер ниндәй ыңғай һөҙөмтәгә килтермәйәсәгенең асыҡланыуы Трумэндың сәйәси рейтингына кире йоғонто яһай, шуға ла ул сираттағы президент һайлауҙарына үҙ кандидатураһын ҡуймай. Һайлауҙарҙа республикалыларҙан кандидат булған Дуайт Эйзенхауэрҙың Кореяла хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатырға вәғәҙә биреүе генә Республика партияһының һайлауҙарҙа еңеүен тәьмин итә.

Корея һуғышына бәйле Трумэн, юғары поста булғанда иң түбән рейтингҡа эйә булған президенттарҙың береһе булараҡ, АҠШ тарихына инеп ҡала.

Трумэн президент булған осорҙа профсоюздар менән көсөргәнешле мөнәсәбәттәр һаҡлана. 1947 йылда ҡабул ителгән Тафта-Хартли законы (Labor Management Relations Act of 1947), забастовкаларға сығыу хоҡуғын һиҙелерлек рәүештә сикләй. Шул уҡ йылда Трумэн раса сегрегацияһын бөтөрөү буйынса тәүге аҙымды эшләргә тырышып ҡарай, был Демократик партияның бүленеүенә һәм диксикрат төркөмөнөң хасил булыуына килтерә. Илдең именлеген тәьмин итеү программаһы ҡабул ителә, сенатта хөкүмәткә коммунистар үтеп ингән тип иҫәпләгән Джозеф Маккарти ҙур йоғонто менән файҙалана, һөҙөмтәлә коммунистарҙың гражданлыҡ хоҡуҡтары, ирке сикләнә һәм улар эҙәрлекләнә (маккартизм). 1948 йылда Трумэн «Ғәҙел курс» программаһын тәҡдим итә. Әммә республикалылар тарафынан контролләнгән Конгресс быға ҡаршы була. Президент булған осоронда Трумэн һәр саҡ Конгрессҡа ҡаршы тора һәм үҙенә дөрөҫ булып күренмәгән һәр мәсьәләгә вето (тыйыу) һала.

Үлтерергә тырышыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1950 йылдың 1 ноябрендә ике пуэрторикан Гриселио Торресола һәм Оскар Кольясо Трумэнды үҙенең йортонда үлтерергә тырыша. Әммә йортҡа үтеп инә алмайҙар — Торресола үлтерә, ә Кольясо яралана һәм ҡулға алына. Кольясо электр ултырғысында язалауға хөкөм ителә, ләкин һуңғы мәлдә Трумэн уның язаһын ғүмерлек төрмә менән алмаштыра (1979 йылда Джимми Картер уға амнистия иғлан итә, 1994 йылда вафат була).

Президентлыҡтан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1952 йылда һайлауҙа Трумэн үҙ кандидатураһын тәҡдим итмәй. Дуайт Эйзенхауэр ил президенты була. 1957 йылда Трумэн Индепенденс ҡалаһында үҙ китапханаһын аса. 1963 йылда Линдон Джонсон президент була, ул Трумэндың күп кенә пландарын тормошҡа ашыра.

Трумэн 1972 йылдың 26 декабрендә иртәнге сәғәт 8 тула 10 минутта Канзас-Сити ҡалаһында пневмониянан вафат була. Гарри Трумэн үҙ китапханаһы ихатаһында ерләнә.

1995 йылда уның хаҡында «Трумэн» фильмы төшөрөлә.

АҠШ президенты Гарри Трумэн масондар кейемендә

1909 йылдың 9 февралендә Гарри Трумэн масондар ойошмаһының «Белтон» ложаһына (Миссури штаты) ҡабул ителә. 1911 йылда ул «Грендвью» ложаһын ойошторуҙа ҡатнаша, уның беренсе хөрмәткә лайыҡ оҫтаһы тип таныла.

1940 йылдың сентябрендә, үҙенең һайлау алды кампанияһы барышында, Трумэн Миссури Бөйөк ложаһының бөйөк оҫтаһы итеп һайлана. Аҙаҡ Трумэн әйтеүенсә, масондар һайлауы дөйөм һайлауҙарҙа уға еңеүгә ышаныс өҫтәй.

1945 йылда ул Боронғо һәм ҡабул ителгән шотланд уставының 33° баҫҡысына күтәрелә, һәм Көньяҡ юрисдикцияның Юғары советы эргәһендә Вашингтонда юрисдикцияның юғары советының почетлы ағзаһы итеп һайлана[15].

1959 йылда ул масондары орденына 50 йыл буйы хеҙмәт итеүе хөрмәтенә почетлы бүләккә лайыҡ була[16][17].

Авианосец Harry Truman S. USS (CVN-75) Виргиния штаты ярҙарында файҙаланыуға тапшырыу алдынан тәүге һынау мәлендә.1998 йылдың 25 июле.

АҠШ-тың һауа-диңгеҙ авианосецына Гарри Трумэндың исеме бирелә — USS Harry S. Truman (CVN-75).

1948 йылда барлыҡҡа килгән Израиль Дәүләте Трумэн күрһәткән ярҙам өсөн рәхмәт йөҙөнән Израилдәге тораҡ пунктына Кфа-Трумэн исемен бирә.

Кинематографтағы образы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Union List of Artist Names (ингл.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Library of Congress LCNAF (ингл.)
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 SNAC (ингл.) — 2010.
  4. 4,0 4,1 4,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118624210 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  6. Steinberg A. Harry S. Truman // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  7. 7,0 7,1 Find a Grave (ингл.) — 1996.
  8. Трумэн Гарри // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 9,7 9,8 Biographical Directory of the United States Congress (ингл.)GPO, 1903.
  10. Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
  11. https://www.senate.gov/artandhistory/history/resources/pdf/chronlist.pdf
  12. Whitman, Alden. HARRY S. TRUMAN: DECISIVE PRESIDENT, The New York Times (27 декабрь 1972). 22 декабрь 2021 тикшерелгән.
  13. Фото страницы журнала Тайм, где выделен оригинал цитаты в контексте (1941).
  14. Киссинджер Г. Дипломатия. Начало «холодной войны»
  15. Карпачёв С. С. Тайны масонских орденов, М.: Яуза-Пресс, 2007, 182 с. — ISBN 978-5-903339-28-0.
  16. The Masonic Presidents Tour — Harry Truman — Thirty-third President. Дата обращения: 3 сентябрь 2012. Архивировано 17 июль 2012 года. 2012 йыл 17 июль архивланған.
  17. Harry S Truman

Ҡалып:Вице-президенты США Ҡалып:Кабинет Франклина Рузвельта Ҡалып:Кабинет Гарри Трумэна Ҡалып:Человек года (по версии журнала Тайм) 1927-1950