Эйзенхауэр Дуайт Дэвид
Дуайт Дэвид Эйзенхауэр (ингл. Dwight David Eisenhower, үҙенсәлекле әйтелеше — Айзенхауэр (/ˈaɪzənh.ɑːʊ/[14]); АҠШ-та таралған ҡушаматы Айк, ингл. Ike; 14 октябрь 1890 йыл — 28 март 1969 йыл, Вашингтон) — АҠШ-тың дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, армия генералы (1944), СССР-ҙың «Еңеү» ордены кавалеры, АҠШ-тың 34-се президенты (20 ғинуар 1953 йыл — 20 ғинуар 1961 йыл).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дуайт Эйзенхауэр Техас штатында Грэйсон округында Денисон ҡалаһында Дэвид Эйзенхауэр һәм Айда Стровер Эйзенхауэр ғаиләһендә тыуа. 1891 йылда ғаилә эш эҙләп Канзас штатының Абилин ҡалаһына күсенә. Дуайт Эйзенхауэр 1909 йылда урта мәктәпте тамамлай. Һуңынан 1911—1915 йылдарҙа Вест-Пойнтта хәрби академияла уҡый.
Дуайт Эйзенхауэр, махсус белеме, һәүәҫкәр булмаһа ла, һүрәттәрҙе оҫта төшөрә. Уның һәләте һуғыштан һуң тулыһынса асыла. Эйзенхауэр Авраам Линкольн эшмәкәрлеген ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә, уның цитаталарын бик йыш үҙенең сығыштарында килтерә, хатта уның портретын яһай. Бик йыш Эйзенхауэр үҙенең аппарат хеҙмәткәрҙәренең фотолары буйынса портреттарын яҙа һәм яҡшы эшләгәндәре өсөн уларҙы дәртләндереү рәүешендә бүләк итеп бирә.
Хәрби карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың 6 апрелендә Германия АҠШ-ҡа һуғыш иғлан итә. Эйзенхауэр бер нисә көн үткәс, капитан дәрәжәһен ала. 1 апрелдә ул Сан-Антонио ҡалаһы янында — Техас штатының Леон Спрингс ҡалаһында була. Унда 57-се пехота полкын океан аръяғына оҙатырға әҙерләү менән шөғөлләнә. 20 сентябрҙә Джорджияға, Оглеторн фортына офицерҙарҙы өйрәтеү өсөн лагерға инструктор итеп ебәрелә. Бынан һуң тағы ла бер нисә лагерға тәғәйенләнә. 1918 йылдың 18 июнендә, танкистарҙы әҙерләү буйынса уңышлы эшмәкәрлеге өсөн, миҙал менән наградлана һәм майор дәрәжәһен ала. Фронтҡа ебәреүҙәрен һорап бер нисә ғариза бирә, ниһайәт, уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелә, әммә фронтҡа китерҙән бер нисә көн алда ғына Германия менән тыныслыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылыуы мәғлүм була.
Һуғыштар араһындағы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1922—1925 йылдарҙа АҠШ оккупациялаған Панама каналы зонаһында хеҙәт итә.
1929 йылдан 1933 йылға тиклем хәрби министр аппаратында эшләй.
1932 йылдың июлендә Беренсе донъя һуғышы ветерандары, үҙҙәренең матди хәлдәрен яҡшыртыуҙы талап итеп, Вашингтонға тиклем йәйәүле сәйәхәт ойоштора. Ҡоралһыҙ ветерандарға ҡаршы регуляр армия частары ҡуйыла. Каратель операцияһына генерал Дуглас Макартур командалыҡ итә. Эйзенхауэр ҙа уның менән бергә ғәскәргә командалыҡ итеүҙә ҡатнаша. Хәрби операция барышында 2 ветеран үлтерелә, 50-һе яралана. Был операцияла ҡатнашҡаны өсөн Эйзенхауэр миҙал менән бүләкләнә. Икенсе донъя һуғышына тиклем Эйзенхауэр тик ошо «хәрби» операцияла ҡатанаша.
1933 йылдан 1935 йылға тиклем генерал Д. Макартур армияһында штаб начальнигы ярҙамсыһы була. Унан һуң 1939 йылға тиклем Филиппинда хеҙмәт итә. 1941 йылдың мартынан декабргә тиклем 3-сө армияла штаб начальнигы була. Шунан һуң ул полковник дәрәжәһенә, артабан Бригада генералы дәрәжәһенә күтәрелә.
Икенсе донъя һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 7 декабрендә АҠШ-тың Тымыҡ океандың Гавай утрауҙарындағы Пёрл-Харбор хәрби-диңгеҙ һәм хәрби-һауа базаһына һөжүм итеү менән бергә Япония рәсми рәүештә Америка Ҡушма шатттарына һуғыш иғлан итә. Шулай итеп, АҠШ Икенсе донъя һуғышына ҡушылып китә. Эйзенхауэр тәүҙә генерал Джордж Маршалл командалыҡ иткән армия Штабында Хәрби һәм оператив планлаштырыу бүлегендә етәксе вазифаларҙы биләй. 1942 йылдың ноябренән 1943 йылдың октябренә тиклем Төньяҡ Африка, Сицилия һәм Италияға һөжүм иткәндә союздаш ғәскәрҙәр (AFHQ) штабына етәкселек итә[lower-alpha 1].
Десант частары Ла-Манш боғаҙы аша сыҡҡанда инглиз-американ көстәренә һәм 1944 йылдың 6 июнендә ғәскәрҙәрҙең Нормандияға инеү операцияһына етәкселек итә.
Декабрҙә уға АҠШ армияһы генералы званиеһы бирелә[15].
1945 йылдың мартында яңы төр әсирҙәр төркөмдәрен булдырырға тигән тәҡдим индерә (ингл. Disarmed Enemy Forces (DEF)). Был немец әсирҙәренең күпләп үлеүенә килтерә[16].
Һуғыш тамамланғандан һуң маршал Георгий Константинович Жуков менән дуҫтарса аралаша.
Хәрби хеҙмәттән киткәндән һуң, юғары власть органдарының махсус ҡарары менән Эйзенхауэрҙың армия генералы дәрәжәһе һаҡлана һәм йылына 20 мең доллар аҡса менән тәьмин итеү ҡарала.
1950 йылдың 18 декабрендә Эйзенхауэр уны эҙләгән президент Гарри Трумэн менән телефон аша һөйләшә, ул НАТО илдәре етәкселәренең бер тауыштан Эйзенхауэрҙы ошо структура етәксеһе итеп һайларға теләүҙәре тураһында хәбәр итә. 1951 йылдың 7 ғинуарында ул Парждың «Астория» ҡунаҡханаһына НАТО-ның ҡоро ер, диңгеҙ һәм хәрби-һауа көстәренә етәкселек итеү өсөн килә. НАТО көстәренең баш командующийының урынбаҫары итеп Монтгомери Бернард Лоу тәҡдим ителә.
СССР-ҙа атом ҡоралы уйлап табылғас Эйзенхауэрҙың әйткән һүҙҙәре: «Тарихта беренсе тапҡыр, бөгөнгө көндән башлап, американдар тулыһынса юҡ ителеү шарттарында йәшәргә мәжбүр», бына шул һүҙҙәре менән ул Американың ижтимағи даирәләрендә «советтарҙың ҡорал менән янауы» төшөнсәһен формалаштырыу өсөн үҙ өлөшөн индерә. Әммә ССР-ҙың АҠШ-ҡа һөжүм итеренә Эйзенхауэр үҙе лә ышанмай. Был хаҡта уның хаттарында ла[17], ҡустыһы Милтон Эйзенхауэрҙың хәтирәләрендә лә быны раҫлаусы дәлил юҡ. «Эйзенхауэрҙан Бер тапҡыр ҙа, СССР АҠШ-ҡа һөжүм итер, тип хәүефләнеүен ишеткәнем булманы. Бындай хәүефтең булыуы мөмкин дә түгел, тип иҫәпләйем», тип белдерә ул[18].
Һуғыштан һуңғы карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылдың ноябренән 1947 йылдың февраленә тиклем АҠШ-тың ҡоро ер ғәскәрҙәре штабы начальнигы вазифаһын башҡара[19].
1947 йылдың июнендә Колумбия университеты президенты итеп һайлана, поста эшләгәндә милли әһәмиәткә эйә булған проблемаларҙы тикшереү менән шөғөлләнгән Америка ассамблеяһын ойоштора. Колумбия университеты Нью-Йорктың африка-американдар йәшәгән Гарлем районында урынлаша, һәм бында аҡ тәнлеләргә ҡурҡыныс янауы билдәле, шуға күрә университетҡа эшкә йөрөгән сағында Эйзенхауэр кеҫәһендә пистолет йөрөтөргө мәжбүр була.
Күп кенә университеттарҙың почетлы ғилми дәрәжәләренә эйә булһа ла Эйзенхауэр юғары академик регалияларҙың фәндәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн түгел, ә Икенсе донъя һуғышы барышындағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн бирелеүен яҡшы аңлай. Шуға күрә университет профессураһы менән тәүге осрашыуында уҡ ул ғалим шөһрәтенә дәғүә итмәүе һәм академик мәсьәләләрҙе хәл иткәндә профессорҙарҙың фекеренә таянасағы тураһында белдерә. Университет президенты булараҡ эшен башҡарғанда ул тәүлегенә 15-әр сәғәт эшләй, өҫтәүенә уның кабинетына ишек һәр саҡ асыҡ була.
1948 йылда Эйзенхауэр мемуарҙарының «Европаға тәре походы» тип аталған беренсе баҫмаһы донъя күрә, был китап йәмәғәтселектә ҙур шаңдау тыуҙыра, һәм авторына 476 250 доллар саф табыш килтерә (һалым идаралығы Америка геройына, уның әҙәбиәтсе булмауын иҫәпкә алып, ҙур һалым ташламалары яһай). 1966 йыл аҙағынае 1,7 млн дана китап һатыла, был китап 22 телгә тәржемә ителә.
Президент карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]АҠШ вице-президентлығына кандидат Ричард Никсон коррупцияла ғәйепләнә, был хәл 1952 йылғы АҠШ президентын һайлау кампанияһы өсөн көтөлмәгән һәм көслө хәүеф була. Һайлаусылары алдында үҙен нисек тә аҡлау өсөн Никсонға махсус телевизион программа ҡулланырға тура килә, ул телекомментаторҙарҙың бер-бер артлы, алмашлап биргән һорауҙарына яуап бирергә тейеш була. Был тапшырыуҙарҙы туғыҙ миллионға яҡын кеше (һайлаусыларҙың яртыһы) ҡарай һәм тыңлай. Шуға ҡарамаҫтан Никсон Эйзенхауэрҙың ышанысын яулаған кеше — һигеҙ йыл буйы Никсон президент Эйзенхауэр хакимиәтендә вице-президент вазифаһын биләй, өҫтәүенә Никсондың ҡыҙы Эйзенхауэрҙың ейәнендә кейәүҙә.
Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса Эйзенхауэр 531 выборщиктың 442 тауышын алыуға өлгәшә (һайлаусылар тауышының 55 проценты), һәм 6,5 млн артығыраҡ тауыш йыйып, Демократик партия вәкилен еңә.
Журналистар «һигеҙ миллионер һәм бер һыу үткәргес эшсеһе хөкүмәте» тип атаған президент командаһы Эйзенхауэрға байтаҡ ҡына тулҡынланыуҙар килтерә: ЦРУ директоры Аллен Даллестың ҡустыһы Джон Даллес АҠШ-тың Дәүләт секретары итеп тәғәйенләнә; АҠШ-тың Оборона министры посын «General Motors» компанияһының элекке идараһы етәксеһе Чарльз Уилсон ала; Аҡ йорт штаты начальнигы Шерман Адамсҡа, коррупцияла ғәйепләнгәнгә күрә, отставкаға китергә тура килә.
Власҡа килгәндән һуң Эйзенхауэр Кореялағы һуғышты туҡтата. Ләкин бынан алда, 1953 йылда, Окинаваға ике атом бомбаһын алып барыу тураһында приказ биреп, КХДР-ҙы тыныслыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға мәжбүр итергә тырышып ҡарай.
Америкаға ҡаршы эшмәкәрлек буйынса комиссияның эшен туҡтатыу, "һул яҡ ҡараш" өсөн эҙәрлекләү практикаһын бөтөрөү һәм сенатор Джозев Маккартиҙы дискредитациялауҙың тамамланыуы, һис шикһеҙ, президент булараҡ Эйзенхауэрҙың яҡшы эше тип билдәләргә була.
АҠШ штаттары араһында автомагистралдәр системаһын төҙөү президент булараҡ Эйзенхауэрға мәртәбә өҫтәй. Был система 1956 йылда федераль закон акты ҡабул ителгәс төҙөлә башлай.
СССР менән мөнәсәбәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эйзенхауэр ике тапҡыр — 1955 йылда Женевала һәм 1959 йылда АҠШ-та — юғары кимәлдә Совет — Америка осрашыуҙарын үткәрә. КПСС һәм Совет хөкүмәте етәксеһе Хрущёв Никита Сергеевич АҠШ-ҡа 1959 йылдың 15-27 сентябрендә бара, әммә был осрашыуҙар бер ниндәй ыңғай һөҙөмтә лә бирмәй. 1960 йылдың майында Свердловск янында Американың разведка самолеты U-2 атып төшөрөлә. Был хәл Совет-Америка мәнәсәбәттәрен ҡырҡыулаштыра[20].
Президентлыҡтан киткәс
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960 йылда после Эйзенхауэрҙан һуң АҠШ президенты итеп Джон Кеннеди һайлана. Аҡ йорттан киткәс, Эйзенхауэр сәйәсәттән дә китә. 1968 йылдың майында ул дүртенсе тапҡыр инфаркт кисерә. Ул Вашингтонда Уолтер Рид исемендәге хәрби госпиталдә ятып дауалана, ҡатыны Эйзенхауэр Мейми уның янында була. 1969 йылдың 28 мартында Эйзенхауэр вафат була. Техас штатының Абилин ҡалаһында мемориаль музей һәм президент китапханаһы территорияһында ерләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118529668 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Dwight D. Eisenhower // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
- ↑ Coaut: P.S. Gerbrandy, Dwight D. Eisenhower // Bekendmaking aan het Nederlandsche volk. De koninklijke Nederlandsche regeering brengt het volgende ter kennis van het Nederlandsche volk. I. Al naarmate het gebied van het Koninkrijk der Nederlanden van den vijand wordt bevrijd, wordt, volgens de voorsch
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Nuremberg Trials Project — 2016.
- ↑ https://archives.nypl.org/mss/6393
- ↑ Opdr: Militair Gezag, Geallieerd Expeditieleger, Coaut: Dwight D. Eisenhower // Proclamatie. Nederlanders: de dag der bevrijding is aangebroken. (...). I. Er moet nog veel gedaan worden. Hare majesteit koningin Wilhelmina en hare regeering hebben ermede ingestemd, dat bij mij, als opperste bevelhebber van het Geallieerde Expeditieleg
- ↑ Opdr: The Stars and Stripes, Coaut: Dwight D. Eisenhower // The Stars and Stripes. Friday, september 22, 1944. An Editoral. Will we gum up the victory? According to our favorite newspaper the Any gum chum racket has now been exported to Germany. Which poses a neat problem. Your old man and mine fed gum tot the G
- ↑ Opdr: Militair Gezag, Coaut: Dwight D. Eisenhower, Wilhelmina // Proclamatie. Nederlanders: De dag der bevrijding is aangebroken. Er ligt een lange harde weg achter U en achter ons. (...). I. Er moet nog veel gedaan worden. Hare majesteit koningin Wilhelmina en hare regeering hebben ermede ingestemd, dat bij mij, als o
- ↑ Eisenhower, Dwight D. // (unspecified title)
- ↑ Kruistocht door Europa
- ↑ https://www.youtube.com/watch?v=shuN6ESiolU STATE DINNER: President Trump — Queen Elizabeth II Remarks
- ↑ 1945
- ↑ Bacque, James (1989), Other Losses: An Investigation into the Mass Deaths of German Prisoners of War at the Hands of the French and Americans After World War II ISBN 1-55168-191-9
- ↑ Eisenhower Library. Eisenhower D.: Papers, 1916—1685, Box 93, Folder SCA-SCHO (misc.); Box 23, Folder Clement, M. Papers as President of the USA, 1953—1964. Official file, Box 88, Folder USSR etc.
- ↑ Запись беседы с Милтоном Эйзенхауэром от 6 ноября 1975 года
- ↑ Vexler R. Dwight D. Eisenhower 1890-1969. Chronology — Documents. Bibliographical Aids. — New York, 1970. — С. 1.
- ↑ Первый визит Никиты Хрущева в США. Историческая справка
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иванов, Роберт Фёдорович. Дуайт Эйзенхауэр / Яковлев Н.Н. — Москва: Мысль, 1983. — 295 с.
- Амброз Стивен Эйзенхауэр. Солдат и президент. — Пер. с англ. — М.: Изд-во «Книга, лтд.», 1993. — 560 с. — 30000 экз.
- Е. М. Жуков Гл. редактор. Эйзенхауэр // Советская историческая энциклопедия. — Москва: издательство «Советская энциклопедия», 1976. — Т. 16. — С. [415—415] (стб. 1002 с илл. и карт.). — 56 000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эйзенхауэр, Дуайт Дэвид Викиөҙөмтәлә | |
Эйзенхауэр Дуайт Дэвид Викимилектә | |
Эйзенхауэр Дуайт Дэвид Викияңылыҡтарҙа |
- White House biography (инг.)
- Эйзенхауэр Д. Крестовый поход в Европу
- Ҡалып:Gutenberg author
- Dwight D. Eisenhower: A Resource Guide from the Library of Congress (инг.)
Өҙөмтә хатаһы: "lower-alpha" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref>
тамғалары өсөн кәрәкле <references group="lower-alpha"/>
тамғаһы табылманы
- 14 октябрҙә тыуғандар
- 1890 йылда тыуғандар
- Техаста тыуғандар
- 28 мартта вафат булғандар
- 1969 йылда вафат булғандар
- Вашингтонда вафат булғандар
- Азатлыҡ француз ордены кавалерҙары
- Имән тажы ордены Ҙур тәреһенең кавалерҙары
- Мунса орденының Ҙур тәреһе Рыцарҙары
- «Еңеү» ордены кавалерҙары
- «Күренекле хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Американың ҡурғауылын Иҫтәлек миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Европа-Африка-Яҡын Көнсығыш кампанияларының өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Икенсе донъя һуғышында Еңеү миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Көньяҡ Тәре ордены Ҙур тәре кавалеры
- I дәрәжә Аҡ арыҫлан ордены (ЧССР) кавалерҙары
- Фил ордены кавалерҙары
- Польша Яңырыуы орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Чакри Король йорто ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Суворов ордены кавалерҙары
- Чехословакия Хәрби тәреһе ордены кавалерҙары 1939
- Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалерҙары
- Леопольд I Ҙур тәре ордены кавалерҙары
- Азат итеүсе Сан-Мартин орденының ҙур тәреһе кавалерҙары
- Нидерланд арыҫлан орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- «Нишан-е-Пакистан» ордены кавалерҙары
- Ҡотҡарыусы ордены кавалерҙары
- XX быуат сәйәсмәндәре
- Почта маркаларында шәхестәр
- АҠШ Республика партияһы ағзалары
- Икенсе донъя һуғышы ғәскәр башлыҡтары
- Ҡотҡарыусы ордены Ҙур тәреһенең кавалерҙары
- Хеҙмәт өсөн ордендың ҙур тәреһе кавалерҙары (Чили)
- Филиппин Почёт Легионы шеф-командорҙары
- Соломон ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Хризантема Юғары ордены кавалерҙары
- «Еңеү өсөн» Аҡ арыҫлан ордены кавалерҙары
- Изге Олаф Ҙур тәре ордены кавалерҙары
- Хәрби миҙал менән бүләкләнеүселәр (Франция)
- Хәрби тәре 1939—1945 менән наградланыусылар (Франция)
- Австрия Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн Почёттың ҙур йондоҙо кавалерҙары
- «Почёт легионы» ордены кавалерҙары (баш командующийҙар)
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- Pages with reference errors that trigger visual diffs