Инсульт
Инсульт | |
| |
МКБ-10 | |
---|---|
МКБ-9 |
434.91 |
OMIM |
601367 |
DiseasesDB |
2247 |
MedlinePlus |
000726 |
eMedicine | |
MeSH |
D020521 |
Инсульт Викимилектә | |
Инсу́льт — баш мейеһендә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы, ул кинәт кенә (бер нисә минут, сәғәт эсендә) барлыҡҡа килә, 24 сәғәт йә унан да оҙағыраҡ һаҡлана торған неврологик симптоматика менән билдәләнә һәм цереброваскуляр патология нәтижәһендә ауырыуҙы үлемгә килтерә.
Инсульттарға баш мейе инфаркты, башҡа ҡан һауыу һәм субарахноидаль ҡан һауыуы керә.[1]
Неврологик дефицит регрессияһы ваҡытын иҫәпкә алып,үтә торған баш мейе ҡан әйләнеше боҙолоуы (ғәҙәти инсультан айырмалы булараҡ неврологик дефицит 24 сәғәт эсендә регрессиялана) һәм кесе инсультҡы (неврологик дефици башланғам 3 аҙна регрессия үтә) бүленә.
Ҡан әйләнеше структураһында үлем осрағы йөрәктең ишемия ауырыуынан һуң мейе ҡан тамырҙары ауырыуы икенсе урында килә.[2][3]
Тарихи мәғләмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инсульт тураһында беренсе тапҡыр Б. Э. Т. 460 йылдарҙа Гиппократ телгә ала, ул баш мейе ауырыуы сәбәпле аңын юғалтҡан осраҡты яҙа.
Артабан Гален ҡапыл аңын юғалтыуҙың беренсе симптомдарын яҙа, һәм уны ἀποπληξία, «һуғыу» термины менән атай. Шул замандан бирле медицина практикаһында мейелә ҡан әйленеше боҙолоу термины булараҡ «апоплексия» термины инеп ҡала, шулай уҡ был термин башҡа органдарға ҡан һауыуҙы аңлата (түллек биҙе ярылыу, бөйөр өҫтө биҙҙәре апоклексияһы һ.б.).
1628 йылда Уильям Гарвей организмда ҡан әйленешен өйрәнә; йөрәк ҡан әйләнешен булдырыусы насос тип билдәләй. Был ғилемдәр инсульттың барлыҡҡа килеүе һәм был процесста ҡан тамырҙары ролен өйрәнеүҙең нигеҙе булып тора.
Рудольф Вирховтың инсульт патогенезын өйрәнеүҙә өлөшө ҙур. Ул «тромбоз» и «эмболия» терминдарын керетә. Был терминдар әлегә тиклем инсультты диагностикалау, дауалау һәм профилактикалауҙа төп терминдар булып торалар. Һуңыраҡ ул артериялар тромбозы шештән түгел, ә ҡан тамырҙары стеналарына май ултырыу менән аңлата һәм уны атеросклероз менән бәйләй[4].
Эпидемиология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инсульттар араһында иң таралғаны — мейенең ишемик (ҡан әйләнеше етәрлек күләмдә булмау сәпәбле) зарарланыуы. Ишемик инсульт осрағы 70-50 % тәшкил итә, мейегә ҡан һауыу 20-25 %, травма менән бәйләнмәгән субарахноидаль (баш мейеһенең һәм йөлөндөң үрмәксе ауы һәм йомшаҡ ҡабығы араһындағы цереброспиналь шыйыҡса менән тулған арауығына) ҡан һауыу 5 %.
Инсульт, бөгөнгө көндә, неврологияның иң мөһим социаль-медицина мәсьәләһе булып тора.
Бөтә донъяла йыл һайын церебраль инсульт менән 6 миллион кеше ауырый, ә Рәсәйҙә 450 меңдән артыҡ кеше, йәғни һәр 1,5 минут һайын бер рәсәйле инсульт кисерә. Рәсәйҙең эре мегаполистарында тәүлегенә 100-ҙән 120-гә тиклем киҫкен инсульт осрағы теркәлә.
Бөгөнгө көндә инсульт халыҡтың төп инвалидлыҡ сәбәбе булып тора. Инсульт кисергәндәрҙең 70—80 % инвалид булып ҡала, шуларҙың 20—30 % даими тәрбиә талар итә.
Рәсәй Федерацияһында инсульт кисергәндәрҙең инвалид булып китеүенә ашығыс госпитализация булмауы (15—30%-тан артмай), неврология бүлектәрендә интерсив терапия булмауы сәбәпсе булып тора. Инсульт кисергәндәрҙе актив реабилитациялау зарур (реабилитация бүлегенә тик 15—20 % ауырыуҙар күсерелә).
Инсульт кисергәндәрҙең леталлеге (үлем осрағы) ауырыуҙың киҫкен ваҡытында дауалау шарттарына бәйле. 30 көн эсендә инсульт кисергәндәрҙең 35 % үлә. Стационарҙа дауаланғандарҙың 24 %, өйҙә дауаланғандарҙың — 43 % (Виленский Б. С., 1995). Бер йыл эсендә 50 % ауырыу үлә.
Дөйөм алғанда, киҫкен йөрәк ауырыүҙарынан һуң, инсульттан үлем осрағы икенсе урында тора, ирҙәрҙә инсульт осрағы ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда күберәк.
Инсульт төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инсульттың өс төрө бар: ишемик инсульт (етәрлек кимәлдә ҡан килмәүе), баш мейеһенә ҡан һауыуы һәм субарахноидаль (баш мейеһенең һәм йөлөндөң үрмәксе ауы һәм йомшаҡ ҡабығы араһындағы цереброспиналь шыйыҡса менән тулған арауығына) ҡан һауыуы.[1] Травматик булмаған баш мейегә ҡан һауыу геморрагик инсульт тип атала. Халыҡ-ара тикшереүҙәр ишемик һәм геморрагик инсульт сағыштырмаһы 4:1—5:1 (80—85 % һәм 15—20 %) тип бирә[5].
Дифференциаль диагностика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Симптомдары | Мейенең ишемический инфаркты | Мейегә ҡан һауыу | Субарахноидаль (тышсаға) ҡан һауыу |
---|---|---|---|
Алдан килеүсе ишемик һуғылыуҙар | Йыш | Һирәк | Булмай |
Башланыуы | Әкрен | Тиҙ (минуттар йәки сәғәттәр) | Ҡапыл (1-2 минут) |
Баш ауыртыуы | Әҙ генә йәки бөтөнләй юҡ | Бик көслө | Бик көслө |
Ҡоҫоу | Мейе бағанаһы зарарланыуҙан башҡа, типик түгел | Йыш | Йыш |
Гипертония | Йыш | Һәр ваҡыт булып тора | Йыш түгел |
Аңы | Оҙайлыбулмаған ваҡытҡа юғалыуы мөмкин | Ғәҙәттә оҙак ваҡытҡа юғала | Ҡыҫҡа ваҡытҡа юғалыуы мөмкин |
Елкә мускулдары ригидлығы | Бҡ | Йыш | Һәр ваҡыт |
Гемипарез (монопарез) | Йыш, ауырыу башланғандан алып | Йыш, ауырыу башланғандан алып | Һирәк, ауырыу башланғандан алып түгел |
Телмәр боҙолоу (афазия, дизартрия) | Йыш | Йыш | Бик һирәк |
Ликвор (йөлөн арҡа мейеһе швйыҡсаһы, тәүге анализ) | Ғәҙәттә төҫһөҙ | Йышҡына ҡанлы | Һәр ваҡыт ҡанлы |
Күҙҙең селтәренә ҡан һауыу | Юҡ | Һирәк | Булыуы мөмкин |
Инсульт осрағанда урында нимә эшләргә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙаҡҡа һуҙмай урында инсультты билделәү өсөн өс төп алым бар, ул "УЗП " тип атала. Зарар күреүсе кешенән түбендәгеләрҙе һорағыҙ:
- У — улыбнуться (йылмайырға). Инсульт осрағында йылмайыу ҡыйыш була; ирен сите өҫкә түгел, ә аҫҡа йүнәлтелә.
- З — заговорить(һөйләшергә). Һөйләштерегеҙ, мәҫәлән: «Бөгөн ҡояшлы көн» тигәнде ҡабатларға ҡушығыҙ. Инсульт осрағында йыш ҡына телмәр боҙола, әммә һәр ваҡыт түгел.
- П — поднять обе руки (ике ҡулын да өҫкә күтәрергә ҡушығыҙ). Ҡулдар бер төрлө күтәрелмәһә — инсульт билдәһе булыуы мөмкин.
Өҫтәмә диагностика алымдары:
- Зарар күреүсене телен күрһәтеүен һорағыҙ. Әгәр теле тигеҙ туры түгел икән һәм берәу яҡҡа ҡыйышайған булһа, был инсульт билдәһе.
- Зарар күреүсене ус төптәрен өҫке ҡаратып, ике ҡулын өҫкә һуҙырға һәм күҙҙәрен йоморға күшығыҙ. Берәй ҡул ҡырыйға йәки аҫҡ китһә, был инсульт билдәһе.
Зарар күреүсе берәй талапты эшләй алмаһа, ашығыс ярҙам саҡырырға кәрәк, килгән медиктарға симптомдарҙы һөйләп бириргә. Симптомдар юғалған булһа ла госпиталләштереү талап ителә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Верещагин Н. В., Пирадов М. А., Суслина З. А. Национальный центр инсульта — Терминология . Архивировано 9 февраль 2012 года.
- ↑ Медицинская библиотека Пентадент.ру/Ишемический инсульт можно предупредить . 2008 йыл 6 декабрь архивланған.
- ↑ Ответный удар по глобальной эпидемии — Интервью с В. И. Скворцовой 2011 йыл 10 май архивланған.
- ↑ Инсульт. Ишемический инсульт. Профилактика и лечение инсульта. Реабилитация после инсульта. Микроинсульт . Архивировано 9 февраль 2012 года. 2012 йыл 4 ғинуар архивланған.
- ↑ Гусев Е. И., Скворцова В. И. — Современные представления о лечении острого церебрального инсульта 2013 йыл 19 ғинуар архивланған. Consilium Medicum, Том 2/N 2/2000
- ↑ Михеев В. В., Мельничук П. В. Нервные болезни. — «Медицина», 1981. — С. 543.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Клиническая неврология с основами медико-социальной экспертизы. СПб.: ООО «Медлайн-Медиа», 2006.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Геморрагический инсульт: мифы и реальность. 2011 йыл 1 сентябрь архивланған.Пирадов М. А. 2011 йыл 1 сентябрь архивланған.
- Апоплексия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Национальная Ассоциация по борьбе с инсультом, официальный сайт
- Первая помощь при инсультах, обучающее видео
- Клиническая презентация больного с внутримозговым кровоизлиянием (iNeurologist)
- Солодов А. А., Петриков С. С. Гиперосмолярные растворы в комплексе лечения больных с внутричерепными кровоизлияниями // Вестник интенсивной терапии — 2009. — 2. — с. 22-27.
- Heurteaux C., et al Neuroprotective and neuroproliferative activities of NeuroAid (MLC601, MLC901), a Chinese medicine, in vitro and in vivo; Neuropharmacology.2010;58;987-1001