Суркова Валентина Константиновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Суркова Валентина Константиновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Башҡорт АССР-ы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 31 июль 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө офтальмолог
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Суркова Валентина Константиновна (31 июль 1941 йыл — офтальмолог. Медицина фәндәр докторы (1998), профессор (2013). Рәсәй Федерацияның атҡаҙанған табибы (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1979)

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Суркова Валентина Константиновна 1941 йылдың 31 июлендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Шишмә ауылында (хәҙер ҡала тибындағы ҡасаба — РБ шул уҡ исемдәге муниципаль районының район үзәге) ауыл эшсәндәре ғаиләһендә тыуа. Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. 1966 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген Бөрө ҡалаһының трахомотоз диспансерында башлай. 1968 йылдан Валентина Суркованың яҙмышы РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты) менән бәйле[1].

1968 йылдан Валентина Константиновна Бөтә Союз күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты (әле Рәсәй медицина фәндәре академияһының күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты) ҡарамағындағы М. Сеченов исемендәге Мәскәү медицина институтының көндөҙгө аспирантураһында уҡый. 1976 йылда ул «Катаракта һәм күҙ йәрәхәттәре микрохирургияһында иридопластика» темаһына ғилми эшен уңышлы яҡлап, медицина фәндәре кандидаты булып китә[1].

Валентина Суркова Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр сифатында эшен дауам итә, 1976 йылдан алып 1985 йылға тиклем ғилми секретарь була. 1997 йылда ул күҙ мөгөҙсәһе һәм төҫлө шекәрә ауырыуҙарын һәм зарарланыуын тергеҙеү буйынса диссертация яҡлап, медицина фәндәре докторы дипломын ала. Ғилми етәксеһе күренекле офтальмолог Марат Аҙнабаев була.

1986 йылдан алып 2005 йылға тиклем институт директорының фән буйынса урынбаҫары булып эшләй[2]. 2006 йылдан алып күҙ мөгөҙсәһе һәм күҙ яҫмығы хирургияһы бүлегендә төп ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Валентина Константиновнаның ғилми эшмәкәрлеге күреү ағзаһы имгәнгәндә һәм уның эҙемтәләре булғанда туҡымаларҙың регенерацияһы механизмдарын өйрәнеү, күҙҙең алғы бүлегенең реконструктив операцияларын эшләү, яраларҙы уңалтыу тәьҫире булған дарыу препараттарын уйлап табыу һәм уларҙың һөҙөмтәлелеген өйрәнеү мәсьәләләренә арналған. Ул гөлйемеш һәм каротолин майҙары нигеҙендә керакол, азидарег, күҙ майҙарының һөҙөмтәле препараттарын уйлап табыу авторы һәм авторҙашы. Валентина Суркованың иридопластика өсөн төрлө трансплантанттарҙың гистологик характеристикаһы буйынса тикшеренеүҙәре күҙ эсе структураларының реконструктив һәм тергеҙеү хирургияһында мөһим практик әһәмиәткә эйә һәм Башҡортостанда, Рәсәйҙә киң таралған[1]. Күпселек осраҡта Валентина Суркова урында йәки дөйөм дауаланыуҙы кәңәш итә, шулай уҡ күҙ өсөн күнегеүҙәр йәки физиопроцедуралар тәғәйенләргә мөмкин[3].

Ул 300-гә яҡын ғилми хеҙмәт һәм монография, уйлап табыуҙарға 36 авторлыҡ танытмаһы һәм патент авторы. Уның «Пластическая хирургия радужки» (Өфө, 1997), «Витреоретинальная хирургия при заболеваниях и травмах глаз» (Өфө, 2007) китаптары белгестәр араһында ҙур популярлыҡ яулай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1988)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (4 март 1998)[4].
  • «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» (1979).
  • Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының почётлы профессоры[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Суркова Валентина Константиновна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2024)