Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы
Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы | |
Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: |
СССР, Рәсәй |
Ғилми өлкәһе: |
офтальмология |
Эшләгән урыны: | |
Ғилми дәрәжәһе: |
медицина фәндәре докторы (1986) |
Ғилми исеме: |
профессор |
Уҡыу йорто: | |
Награда һәм премиялары | |
Сайт: |
Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы (1 февраль 1939 йыл) — ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). РСФСР‑ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР‑ының (1977) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011). Почёт (1999), Салауат Юлаев (2004), Абхазия Республикаһының «Намыҫ һәм дан» (2004) ордендары кавалеры.
Т. Ә. Аҙнабаевтың улы, Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе бейе, башҡорт тарханы һәм кенәзе Мешәүле Ҡарағужаҡ вариҫы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев 1939 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында тыуған.
1962 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң шунда уҡ эшләй (1987—2011 йылдарҙа офтальмология каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1980—2006 йылдарҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ директоры, 1983 йылдан өлкә-ара күҙ микрохирургияһы етәксеһе.
Ғилми йүнәлештәре һәм эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәнни эшмәкәрлеге яңы тыуған балаларҙың күҙ ауырыуҙарын диагностикалау һәм операция ярҙамында дауалауҙың яңы алымдарын эшләүгә арналған. Микрохирургик операцияларҙың яңы ысулдарын, хирургия инструменттарын эшләй. Өфө офтальмологтары ғилми мәктәбенә ниғеҙ һала. Күмертау, Сибай, Туймазы, Учалы, Яңауыл ҡалаһы, Салауат районы Малаяҙ ауылында офтальмология буйынсаса микрохирургия үҙәктәре ойошторола; интраокуляр һәм контакт линзалар етештереү буйынсаса лаборатория асыла. 600-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 140‑тан ашыу уйлап табыу авторы.
1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Офтальмологтар ассоциацияһы президенты.
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Руководство по глазной хирургии. М., 1976 (авторҙ.)
- Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов. Уфа, 2007 (авторҙ.)
- Атлас глазной патологии. 2-се баҫ. М., 2013 (авторҙ.).
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Почёт ордены (1999)
- Салауат Юлаев ордены (2004)
- Абхазия Республикаһының «Намыҫ һәм дан» ордены (2004)
- Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 16 ноябрь 2019)
Ғалим ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Т. Шаһманов. Күңел күҙе // Йәшлек, 1995, 28 февр.
- Т. Шаһманов. Атай нигеҙе // Башҡортостан, 2015, 31 март
- 1 февралдә тыуғандар
- 1939 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Көйөргәҙе районында тыуғандар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Почёт ордены кавалерҙары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған табиптары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Башҡортостандың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаттары
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табиптары
- СССР күҙ табиптары
- XX быуат күҙ табиптары
- Алфавит буйынса күҙ табиптары
- СССР медиктары
- XX быуат медиктары