Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли
Уҡыу көйләүҙәре
(Мешәүеле Ҡарағужаҡ кенәз битенән йүнәлтелде)
Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли — ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башлығы, башҡорттарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшен ойоштороусыларҙың береһе. Шәжәрәләргә һәм башҡа тарихи сығанаҡтарға бәйле Бикбау бей, Иҫке бей, Шәғәле Шаҡман менән берлектә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләтенә үҙ ирке менән инеүе буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Килешеү төҙөгәндән һуң Рәсәй подданныйлығын раҫлаусы жалованная грамота йәғни ярлыҡ ала. Ҡарағужаҡҡа Иван Грозный тарафынан тархан (кенәз) титулы бирелә.
Ҡарағужаҡтың нәҫел-нәсәбе бөгөн Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт, Яңы Юл (Яңы Яҡшымбәт), Ҡунаҡбай ауылдарында йәшәй.
2011 йылдың 7 майында Яҡшимбәт ауылында Мешәүле Ҡужанаҡ бейгә обелиск асыу тантанаһы уҙҙы[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [1] 2016 йыл 11 март архивланған.7-го мая в селе Якшимбетово состоялось торжественное открытие обелиска памяти князя Карагужак Мишавле-бия, предводителя рода Кыпсак. Как утверждают историки, на сегодня в Якшимбетово проживает 15-ое поколение его потомков.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡманов И. Ғ. Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡорт тархандары һәм дворяндары
- [2](недоступная ссылка) «Юшатыр» Күмертау һалаһы һәм Көйөргәҙе районы гәзите
- [3] 2016 йыл 8 ноябрь архивланған. «Ватандаш» журналы.
- [4](недоступная ссылка) Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
- Башкирские тарханы 2012 йыл 4 ғинуар архивланған.