Бикбау бей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бикбау бей
Тыуған көнө

XIV быуат

Эшмәкәрлеге

ҡәбилә башлығы

Атаһы

Тәтегәс

Бикбау бейүҫәргән ҡәбиләһе башлығы була. Башҡорт халҡының Нуғай Урҙаһына ҡаршы барған оҙайлы көрәштәрен ойоштороусы, әйҙәүселәрҙең береһе.

«Үҫәргән тәуарихы»нда Бикбауҙың атаһы Тәтегәс тип күрһәтелгән[1].

Башҡорт халҡының Шәжәрәләр яҙмалары һәм башҡа төрлө тарихи сығанаҡтарҙан асыҡланыуынса Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли, Иҫке бей, Шәғәле Шаҡман менән берлектә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләтенә үҙ ирке менән инеүе тураһында һөйләшеүҙәрҙә лә ҡатнаша[2]. Килешеү төҙөгәндән һуң ул дәүләттең Рәсәй подданныйлығын раҫлаусы жалованная грамотаһын йәғни ярлыҡ ала. Иван Грозный Бикбау бейгә тархан (кенәз) титулы бирә.

Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Бикбау ауылының атамаһы Бикбау бейҙең исеменән килеп сыҡҡан тигән фараз да йәшәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]