Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы
Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев | |
![]() | |
Тыуған: | 7 апрель 1893 Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Маҡар ауылы[1] |
---|---|
Үлгән: | 7 август 1918 (25 йәш) Мейәс ҡалаһы → Ырымбур ҡалаһында ерләнгән |
Белеме: | Маҡар урта мәктәбе |
Хәрби хеҙмәт | |
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1914 — 1918 |
Принадлежность: | ![]() ![]() |
Ғәскәр төрө: | кавалерия |
Звание: | ротмистр |
Командир булған: | 5‑се уҡсылар һәм 1‑се кавалерия полктары 1‑се Башҡорт кавалерия полкы |
Бәрелештәр: | Беренсе бөтә донъя һуғышы , Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы |
Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы (7 апрель 1893 йыл — 7 август 1918 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында[1] тыуған. Г. Б. Ҡарамышевтың ҡустыһы.
Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнаша. 1914—17 йылдарҙа рус армияһында, корнет, 1918 йылдан алып Башҡорт армияһында, ротмистр.
Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары делегаты, 1917 йылдың декабренән башлап Башҡорт хөкүмәтенең Хәрби бүлеге мөдире ярҙамсыһы. 1918 йылдың ғинуарынан Башҡорт хөкүмәте ҡушыуы буйынса Ғ. С. Иҙелбаев һәм Ғ. С. Мағазов менән берлектә Бөрйән-Түңгәүер кантонының Баймаҡ тирәһендә 1‑се башҡорт полкын ойоштороу менән шөғөлләнә. Мартта отряд тар-мар ителгәндән һуң большевиктарға ҡаршы партизандар хәрәкәте ойоштора.
Апрелдә Ҡарамышев етәкселек иткән отряд казактар менән берлектә Ырымбурҙа ҡулға алынған Башҡорт хөкүмәте ағзаларын иреккә сығара. Июндә уның етәкселегендә Верхнеурал өйәҙендә Башҡорт ғәскәренең 5‑се уҡсылар һәм 1‑се кавалерия полктары ойошторола. Июлдән алып 1‑се Башҡорт кавалерия полкы командиры, Верхнеурал фронтының Башҡорт хәрби көстәре командующийы. В. К. Блюхер етәкселегендәге ҡыҙыл отрядтарға ҡаршы башҡорт частары хәрәкәтенә етәкселек итә. Башҡорт ғәскәренең 1‑се Башҡорт кавалерия полкына Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы исеме бирелгән (1918).
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт армияһының 1‑се Башҡорт кавалерия полкына Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы исеме бирелгән (1918).
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡартатаһы — Ҡарамышев Йософ Ибраһим улы, Башҡорт ғәскәре майоры [2];
- Атаһы — Батыргәрәй, уҡытыусы;
- Мать — Кәбирә Әхмәтйән ҡыҙы Вәлидова;
- Аға-ҡустылары:
- Мөхәмәтгәрәй, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы;
- Мөхтәр, ротмистр, 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры;
- Сөләймән, Башҡорт корпусында хеҙмәт итә, яу яланында һәләк була;
- Һеңлеһе — Рүзидә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрби табибы;
- Ҡатыны — Мәрхәбә;
- Улы — Байслан, капитан, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостанҙың Ишембай районы.
- ↑ по другим данным — генерал-майор
- ↑ Әйле З. Ҡарамышевтар нәҫеле. (баш.) // Киске. Өфө. — 2012. — № 8. — Б. 7.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы
- Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. — Өфө, 2009;
- Насыров Р. Х. Сабля хороша в ножнах. — Уфа, 2000.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ишембай районында тыуғандар
- 7 апрелдә тыуғандар
- 1893 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 7 августа вафат булғандар
- 1918 йылда вафат булғандар
- Мейәстә вафат булғандар
- Маҡар мәктәбен тамамлаусылар
- Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре
- Ҡарамышевтар
- Башҡорт хәрби шураһы ағзалары
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар