Бриц Станислав Георгиевич
Бриц Станислав Георгиевич | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Двинск ҡалаһы, Витебск губернаһы, Рәсәй империяһы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Командалыҡ итеү |
1-се Башҡорт кавалерия полкы командирының ярҙамсыһы |
Хәрби алыш/һуғыш |
Бриц Станислав Георгиевич (Бритц, пол. Bryc Stanisław s Jerzego; 16 апрель 1891 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы (1918).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бриц Станислав Георгиевич 1891 йылдың 16 апрелендә Рәсәй империяһы Витебск губернаһы Двинск ҡалаһында (хәҙерге Латвия Республикаһының Даугавпилс ҡалаһы) офицер ғаиләһендә тыуған. Милләте — поляк, дине — католик.
1900—1910 йылдарҙа Двинск реаль училищеһында белем ала. Училищены тамамлағандан һуң 1910—1913 йылдарҙа Санкт-Петербургта Психоневрология институтында һәм 1913—1916 йылдарҙа Петроград университетында уҡый. Бер үк ваҡытта 1911—1916 йылдарҙа Санкт-Петербургта «Инженерный журнал» редакцияһының контора мөдире була. 1917 йылда Карабанов ширҡәте фавбрикаһының мөдире була.
1917 йылда Владимир хәрби училищеһын тамамлай, прапорщик званиеһын ала. 1917 йылда 105-се көнбайыш пехота полкы составында хеҙмәт итә.
1917 йылдың мартында Ырымбур Офицерҙар советы һәм Хәрби комитеты ағзаһы. 1917 йылдың 6 апреленән Һалдат һәм офицер депутаттар советы һәм башҡарма комитеты президиумының ағзаһы. Ырымбур губернаһы буйынса Ваҡытлы хөкүмәттең комиссары ҡарамағына ебәрелә. 1917 йылдың авгусынан Орск өйәҙе буйынса Ваҡытлы хөкүмәттең комиссары.
Әхмәтзәки Вәлидов үҙенең «Хәтирәләр»ендә яҙыуынса, Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт иткән рус һәм поляк офицерҙары ла Башҡортостан автономияһы идеяһын яҡлай һәм уны тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Ул улар араһында айырым хөрмәткә лайыҡ булғандар рәтенә Станислав Брицты ла индерә[1][2].
3-сө Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы ҡарары буйынса, 1918 йылдың 5 ғинуарында Башҡортостан мөхтәриәтенең Бөрйән-Түңгәүер кантонына Башҡорт хөкүмәте тарафынан 1-се Башҡорт полкын ойоштороу өсөн махсус төркөм ебәрелә. Уның составында Башҡорт хөкүмәтенең граждандар һәм хәрби вәкилдәре Ғ. С. Иҙелбаев, Ә. Б. Ҡарамышев, Ғ. С. Мағазов, Г. Мерәҫов, Х. Бейешев һәм башҡалар була. Бынан тыш махсус төркөм составына поляк офицерҙары С. Бриц, Столбовский һәм башҡалар инә[3]. Станислав Бритц башҡорт полкын төҙөү өсөн 300 винтовка һәм 60 мең һум бүлгән[4].
Ырымбур губерна хәрби революцион комитеты рәйесе С. М. Цвиллинг бойороғо буйынса 1918 йылдың 2 мартында (иҫке стиль буйынса 16 февралдә) Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәрен һәм полк офицерҙарын Баймаҡ Советы тарафынан ҡулға алына. 16 башҡорт, шулай уҡ поляк офицерҙарының бер өлөшө Баймаҡ төрмәһенә бикләнә. Төрмәгә эләккән башҡорттар һәм поляк офицерҙары ҡаты язаларға дусар ителәләр. 7 мартта большевиктар тарафынан башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле эшмәкәрҙәре, поляк офицерҙарын һәм ирекле отрядтың башҡорт һалдаттары Таналыҡ-Баймаҡта атып үлтерелә.
Язалауҙан ҡотолған Станислав Бриц Әмир Ҡарамышев һәм Әхмәҙулла Бейешев менән бергә башҡорт ирекле отрядтарын төҙөүҙе дауам итә[3] һәм башҡорттарҙың партизандар хәрәкәтенең төп етәкселәренең береһе була[5].
1918 йылдың июненән Башҡорт хәрби шураһы (Башҡорт ғәскәрҙәренең штабы) ағзаһы[6]. 1918 йылдың йәйендә 1-се Башҡорт кавалерия полкы командирының ярҙамсыһы була[7].
Комуч менән бәйләнештәрҙе яйға һалыу өсөн Башҡорт хөкүмәте Станислав Бриц менән Муллайән Халиҡовты Һамарға ебәргән[8]. Һөйләшеүҙәр барышында улар Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетынан ярҙам алып ҡына ҡалманы, ә кәрәкле средстволар — яңы формалашып килгән башҡорт частары өсөн финанстар һәм ҡорал биреү тураһында килешкән. 1918 йылдың 8 июнендә Ойоштороу Йыйылышы комитеты менән Башҡорт Хөкүмәте араһында Башҡорт ҡораллы көстәрен ойоштороу тураһында ваҡытлыса хәрби килешеү төҙөлә[9].
1918 йылдың 29 сентябрендә Милиция начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы вәкәләттәре менән Башҡорт хөкүмәтенең хәрби милиция начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнгән[10].
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 261. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.
- ↑ Участвовавшие в провозглашении Башкирской автономии в ноябре 1917 года, от души помогавшие в организации первого башкирского полка и из-за этого подвергавшиеся травле со стороны русских, капитан Бритц и еще шесть его сторонников тоже были поляками.
— Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 363. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.
- ↑ 3,0 3,1 Хусаинов А. С. Февральский инцидент 1918 года в Таналыково-Баймаке // Вестник Башкирского университета. — 2014. — Т. 19. — № 3. — С. 1075—1078. — ISSN 1998-4812.
- ↑ История башкирских родов. Салъют, Терсяк, Сынрян, Бикатин, Сырзы, Шуран. Том 19 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. – Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Китап, 2016. – с.137.
- ↑ Таймасов Р. С. Партизанское движение башкир // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ Таймасов Р. С. Башкирский военный совет // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ Ярмуллин, 2017
- ↑ Багаутдинов Р. О. Участие башкир в белом движении : 1917—1920 гг. : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 2007. — 225 с. — С.198.
- ↑ Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа: РИЦ Баш ГУ, 2009. — 200 с. — С. 71-72.
- ↑ Приказ Башкирского правительства №4573 от 29 сентября 1918 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ганин А. В., Семёнов В. Г. Бриц Станислав Георгиевич // Офицерский корпус Оренбургского казачьего войска. 1891—1945: Биографический справочник. — М.: Русский путь, 2007. — С. 133. — ISBN 978-5-85887-259-7.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа: РИЦ Баш ГУ, 2009. — 200 с. — С. 198.
- Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. — Уфа: Китап, 2017. — С. 203-204. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.