Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәле(и) улы
Тыуған көнө:

1893({{padleft:1893|4|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Теләүембәт ауылы

Вафат булған көнө:

7 март 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Вафат булған урыны:

Башҡортостан

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

йәмғиәт эшмәкәре

Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәле улы (1893 йыл7 март 1918 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡортостан автономияһының тәүге ғәскәренә етәкселек иткән башҡорт офицерҙарының береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғабдулла Сәфәрғәле (шулай уҡ Сәфәрғәли) улы Иҙелбаев 1893 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Теләүембәт ауылында тыуған.

Ҡазан ҡалаһында мәҙрәсәлә, артабан Ырымбур ҡалаһының 1-се ирҙәр гимназияһында белем ала. 1914 йылда Ҡазан университетының медицина факультетына уҡырға инә. 1915 йылда университеттың юридик факультетына күсә. Ғабдулла Иҙелбаев гимназия йылдарында уҡ халҡының тормошон яҡшыртыу, уның киләсәге тураһында уйҙар менән янып йөрөй.

Гимназияла уҡыған саҡта уҡ Иҙелбаев телмәр тоторға ярата ине. Оҫта теллелек һәләте унда юридик факультетында беренсе тапҡыр лекциялар тыңлаған саҡта уяна. Ул үҙен тыуған халҡын төрлө эшҡыуарҙарҙың ҡомһоҙ ҡулдарынан, уның фекеренсә, тартып ала торған фәнгә бағышларға ҡарар итә,

 — тип яҙа уның һабаҡташы.

Ләкин университетты тамамларға насип булмай. Уны хәрби хеҙмәткә саҡырылар. Прапорщик званиеһы биреп, Көньяҡ-көнсығыш фронтҡа ебәрәләр. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Иҙелбаев поручик дәрәжәһенә лайыҡ була. 1917 йылдың йәйенән алып поручик Иҙелбаев Симферополь ҡалаһында хеҙмәт итә. Был осорҙа Башҡортостанда, автономия өсөн милли хәрәкәт көсәйгәндән-көсәйә бара. Әйткәндәй, милли хәрәкәттең тәүге осоронда Ғабдулланың атаһы Сәфәрғәли Иҙелбаев та әүҙем ҡатнаша. 1917 йылдың июнь аҙағында «Башҡорт халҡының иттифаҡи бюроһы» ағзаһы итеп һайлана.

Башҡортостандан ситтә, хәрби хеҙмәттә йөрөүенә ҡарамаҫтан, Башҡорт мәркәз шураһы Ғабдулла Иҙелбаевты, 1917 йылдың көҙөндә Ырымбур губернаһы башҡорттарынан Рәсәйҙең Ойоштороу йыйылышына (Учредительное собрание) депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә. Ә декабрь айында үткән 3-сө Бөтә Башҡорт ҡоролтайында Иҙелбаев Башҡортостан автономияһының Кесе ҡоролтайы составына индерелә.

Ғинуар башында Ырымбурҙан телеграмма алыу менән (унда Иҙелбаевтың Ойоштороу йыйылышы һәм Кесе ҡоролтай ағзаһы итеп һайланыуы тураһында хәбәр ителә) Иҙелбаев Симферополдән тыуған яғына юллана. Әммә тимер юлындағы боларыу арҡаһында, Ырымбур ҡалаһына 17-18 ғинуарҙа ғына килеп етә. Был ваҡытта Бөрйән-Түңгәүер кантонында прапорщик Ғимран Мағазов менән корнет Әмир Ҡарамышев етәкселегендә 400 тирәһе кешенән торған тәүге башҡорт отряды ойошторолған була. Отряд Таналыҡ-Баймаҡ заводында (хәҙерге Баймаҡ ҡалаһы) урынлаша. Башҡорт хөкүмәте поручик Иҙелбаевҡа ошо отряд менән командалыҡ итеү бурысын йөкмәтә.

Отряд 3-сө ҡоролтайҙың ҡарарҙарына ярашлы Бөрйән-Түңгәүер кантонындағы алтын мәғдәнлектәрен Башҡорт хөкүмәте ҡарамағына күсерергә тейеш була. Әммә отрядтың ҡоралы етерлек кимәлдә булмай. Шуға күрә башҡорт офицерҙары, ҡорал мәсьәләһен хәл итеүҙе һорап, Баймаҡ эшселәр Советына мөрәжәғәт итә. Ҡорал өсөн тейешле аҡсаһын да бирә улар. Баймаҡ Советы Орск ҡалаһынан ҡорал һатып алып килергә вағәҙә бирә. Ләкин 4 февраль (яңы стиль буйынса 16 февраль) Ырымбур губревкомы Башҡорт хөкүмәтен төрмәгә ябып, тиҙ арала Баймаҡ советына башҡорт отрядын юҡ итергә бойора.

Әмир Ҡарамышев отрядтың бер өлөшө менән ҡорал алып килә ятҡан Баймаҡ советы большевиктарын ҡаршыларға сыға. Әммә тегеләр икенсе юлдан китеп, йәшерен рәүештә Баймаҡҡа ҡайта һәм башҡорттар өсөн тәғәйенләнгән ҡорал менән үҙ эшселәрен ҡоралландыра. Улар 16 февралдең төнөндә (2 март) Баймаҡта башҡорт отрядын килеп баҫа. Башҡорт һалдаттарын ҡыуып таратып, командирҙары Ғабдулла Иҙелбаев, Ғимран Мағазов, прапорщик Усман Йәһүҙин, башҡорт отрядында хеҙмәт иткән биш поляк офицерын һәм Башҡорт хөкүмәте ағзаһы Хәбибулла Ғәбитовты ҡулға ала.

Иҙелбай ауылында ҡунған Ҡарамышев, Баймаҡтағы хәл тураһында ишетеп, тирә-яҡ ауылдарҙан 2 мең ике тирәһе башҡортто йыйып, Баймаҡты ҡамауға ала. Большевиктарҙан башҡорт офицерҙарын азат итеүҙе талап итә. Әммә ҡоро ҡул менән баштан-аяҡ ҡоралланған Баймаҡ эшселәренә ҡаршы һуғышҡа инергә баҙнат итмәй. Тиҙҙән Баймаҡҡа Ҡыҙыл гвардия полкы килеп етә. Ә башҡорттар Баймаҡтан сигенергә мәжбүр була.

Баймаҡ Советы эшселәре ҡыҙылдарҙың полкы килгәнсе, Ғабдулла Иҙелбаев менән Ғимран Мағазовты туҡмап, мыҫҡыллап һорау алалар. Ҡыҙылдар башҡорт офицерҙарын, улар менән бергә ике полякты атырға тигән ҡарар сығара. Хәбибулла Ғәбитов офицер булмауы арҡаһында ғына үлем язаһынан ҡотола. Уның хәтерләүенсә, 22 февраль (7 март) көнө, бөгөн һеҙҙе атасаҡтар тип, Баймаҡ эшселәре Иҙелбаев менән Мағазовтың кейемдәрен һалдырып, уларға таушалып бөткән кейем бирәләр ҙә, атырға алып китәләр.

«Иҫке-моҫҡоға кейенгән, ҡыйлыҡтан алып киленгән калуштарҙа, талауҙан һуң хатта ойоҡбашһыҙ, тишек калуштарҙан күренеп торған ялан аяҡтары менән улар ҡарҙа торалар. Йөрәкте өҙгөс, ҡурҡыныс ине был күренеш...

..Ҡыҙылдарҙың башлығы намаҙға команда бирҙе. Беҙҙекеләр ике тапҡыр дүрт рәҡәғәтле намаҙ уҡынылар. Поляктар суҡындылар. Намаҙҙан һуң Ғабдулла Иҙелбаев һәм Ғимран Мағазов аяҡ өҫтө, ә поляктар тубыҡланып ҡабаттан стройға теҙелделәр. Ғабдулла Иҙелбаев әйтте:
Беҙҙе үлтерәһегеҙ, әммә тағы ла тере ике миллион башҡорт ҡала. Ошо ике миллионлыҡ халыҡты ҡырып бөтөрмәйенсә, һеҙ беҙҙең изге идеяны баҫтыра алмаҫһығыҙ. Үлемебеҙҙе беҙ тыныс күңел менән ҡаршы аласаҡбыҙ.

Артынса ҡыҙылдар башлығының бойороғо булды. Атыусылар иҫерек булғанға күрә, залп уты килеп сыҡманы, атыш тарҡау булды. Әле йәнен бирмәгән поляк офицерҙары ҡыбырлайҙар ине. Ғабдулла менән Ғимран, ниндәйҙер көс табып, һаман аяҡ өҫтө торалар ине. Бына поляк офицерҙары тымдылар. Ә беҙҙекеләр һаман тора. Ниһайәт, башта Ғимран, уның артынан Ғабдулла, яйлап артҡа ауып, ҡоланылар һәм батырҙарса, күкрәк киреп данлы үлемдәрен ҡаршы алдылар»,

— тип яҙа Х. Ғәбитов.

Баймаҡтағы ҡанлы ваҡиғалар башҡорт халҡында большевиктарға ҡарата нәфрәт уята. 1918 йылдың июнендә Башҡорт хөкүмәте большевиктарға ҡаршы һуғыш иғлан итә. Ул башҡорт халҡына яҙылған мөрәжәғәтендә:

«…Войска наши, которые были нами посланы для охраны интересов и спокойствия башкирского народа в различных кантонах и для укрепления законности и порядков в кантонах, они путем обмана и для измены распустили, уничтожили (разрушили). Начальников же наших войск, братьев наших Абдуллу Идельбаева и Гимрана Магазова и вместе с ними еще шестнадцать человек сделали своими жертвами и расстреляли. Предательское убийство родного любимого юриста Абдуллы Идельбаева, представляющего собой воплощение бьющей ключом у башкира отваги, силы, энергии, честности, искренности, надругание и издевательство над его телом за то лишь, что до последнего вдоха кричал: „Вам, угнетателям, не уничтожить автономии Башкирии, мы умрем, но народ вам убить не удастся!“. И тут же выкрикивания перед плачущим и стонущим народом: „Вот вам автономия!“. Все это еще в феврале наглядно показало, кто такие большевики…»

.

1918 йылдың йәйендә Бөрйән-Түңгәүер кантоны халҡы, Башҡортостан автономияһы өсөн ҡорбан булған ҡаһарман башҡорт офицерҙарының исемдәрен мәңгеләштереү мәсьәләһен күтәреп сыға. Улар Баймаҡта Иҙелбаев менән Мағазов исемендәге мәктәп төҙөргә ҡарар итә. Бының өсөн иғәнә йыйыу ойошторола, ә Башҡорт хәрби шураһы 1918 йылдың көҙөндә 2-се Башҡорт кавалерия полкына Ғабдулла Иҙелбаевтың исемен бирә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]