Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы Ҡарамышев
Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы Ҡарамышев
Башҡортостан хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Халыҡ хужалығы советы рәйесе
 
Тыуған: 8 июль 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Үлгән: 1922({{padleft:1922|4|0}})
Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: Маҡар урта мәктәбе

Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы (8 июль 1888 йылсентябрь 1922 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1919-1922 йылдарҙа Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Халыҡ хужалығы Советы рәйесе. Ҡарамышевтар нәҫеленән.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт Хөкүмәте. Гәрәй Ҡарамышев — һул яҡта беренсе

Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы Ҡарамышев 1888 йылдың 8 июлендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] (хәҙерге Ишембай районы) Маҡар ауылында тыуған.

Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышевтың ағаһы. 1920 йылдан алып РКП(б) ағзаһы, 1921 йылда ағзалыҡтан сығарыла. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған (1907). 1917 йылға тиклем Өфө һәм Ырымбур губурналары мәктәптәрендә уҡыта. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнаша (Мәскәү, 1917 й. 1—11 майы). 1917 йылдан башлап Стәрлетамаҡ өйәҙенең ер башҡармаһы, Башҡорт шураһы рәйесе, 1918 йылда — Башҡорт хөкүмәтенең ер төҙөлөшө бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта сентябрҙән алып «Тулҡын» бөтә башҡорт йәштәре союзы рәйесе. 1919 йылдың февревралендә Бөтә башҡорт хәрби съезын ойоштороуҙа ҡатнаша, 22 февралдән башлап Башҡортостан хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Халыҡ хужалығы советы рәйесе, бер үк ваҡытта март—майҙа АСБР‑ҙың игенселек халыҡ комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. 1920 йылда башлап БашҮБК ағзаһы. 1920 йылдың ноябренән БашҮБК һәм РКП(б)‑ның Башҡортостан комитеты делегацияһы составында баш күтәреүселәр отрядтары етәкселеге менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша, һөҙөмтәлә 26 ноябрҙә Темәс ауылында ихтилалды туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. 1922 йылдың сентябрендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.

Ғаилә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡартатаһы — Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы Ҡарамышев, Башҡорт ғәскәре майоры[2];

Атаһы — Батыргәрәй Йософ улы Ҡарамышев, уҡытыусы;

Әсәһе — Кәбирә Әхмәтйән ҡыҙы Вәлидова;

Ағалары:

Апаһы — Рузидә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының табибы[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.