Ҡарамышев Сөләймән Батыргәрәй улы
Сөләймән Батыргәрәй улы Ҡарамышев | |
Тыуған: | билдәһеҙ Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Маҡар ауылы[1] |
---|---|
Үлгән: | билдәһеҙ билдәһеҙ |
Сөләймән Батыргәрәй улы Ҡарамышев — Башҡорт армияһы офицеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарамышев Сөләймән Батыргәрәй улы Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында[1] тыуған. Сығышы менән башҡорт дворяндары нәҫеле Ҡарамышевтарҙан. Гәрәй, Мөхтәр, Әмир Ҡарамышевтарҙың бер туған ҡустыһы[2].
1918 йылдан Башҡорт армияһында офицер булып хеҙмәт итә[2].
1919 йылдың февралендә башҡорт ғәскәрҙәре һәм хөкүмәте ҡыҙылдар яғына сыҡҡандан һуң, башҡорт кавалерия частары составында эскадрон командиры булып хеҙмәт итә. 1919 йылдың июнендә Башҡорт ғәскәре Саранскиҙан Көньяҡ фронтҡа, Украинаға, Деникин армияһына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә. А. Ш. Ярмуллин буйынса, Сөләймән Ҡарамышев Деникинға ҡаршы ҡанлы яуҙарҙың береһендә йәки 1919 йылдың көҙөндә Петроград фронтында Юденич армияһына ҡаршы һуғыштарҙа һәләк булған[3].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡартатаһы — Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы Ҡарамышев, Башҡорт ғәскәре майоры[4];
Атаһы — Батыргәрәй Йософ улы Ҡарамышев, уҡытыусы;
Әсәһе — Кәбирә Әхмәтйән ҡыҙы Вәлидова;
Ағалары:
- Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев (1893—1918) — 1917—1918 йылдарҙа Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре;
- Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы Ҡарамышев — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.;
- Мөхтәр Батыргәрәй улы Ҡарамышев — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре;
Апаһы — Рузидә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының табибы[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостандың Ишембай районы.
- ↑ 2,0 2,1 Курултай утвердил список ста личностей, стоявших у истоков образования Республики Башкортостан . Всемирный курултай башкир (9 июнь 2017). Дата обращения: 3 сентябрь 2017.
- ↑ Ярмуллин А. Ш. Ил азаматтары, милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре Ҡарамышевтар // Ватандаш. — 2017. — № 2. — ISSN 1683-3554.
- ↑ по другим данным — генерал-майор
- ↑ Әйле З. Ҡарамышевтар нәҫеле. // Киске Өфө. — 2012. — № 8. — Б.7. (баш.)