Ҡарамышев Мөхтәр Батыргәрәй улы
Мөхтәр Батыргәрәй улы Ҡарамышев | |
Тыуған: | 1895 Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылы (хәҙерге Башҡортостанҙың Ишембай районы) |
---|---|
Үлгән: | билдәһеҙ |
Белеме: | Маҡар урта мәктәбе |
Хәрби хеҙмәт | |
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1915 — 1919 |
Принадлежность: | Рәсәй империяһы 1915—1917 Башҡорт ғәскәре 1918 — 1919 |
Ғәскәр төрө: | кавалерия |
Звание: | ротмистр Башҡорт ғәскәре |
Командир булған: | 1‑се Башҡорт кавалерия полкы |
Бәрелештәр: | Беренсе бөтә донъя һуғышы, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы |
Мөхтәр Батыргәрәй улы Ҡарамышев (1895, Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылы (хәҙерге Башҡортостанҙың Ишембай районы) — ?[1]) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарамышев Мөхтәр Батыргәрәй улы Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында (хәҙерге Башҡортостанҙың Ишембай районы) тыуған, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡарамышевтар нәҫеленән. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
Орск ҡалаһында училище һәм педагогик курстарын тамамлаған. 1915—1917 йылдарҙа рус армияһында, прапорщик; 1918—1919 йылдарҙа Башҡорт ғәскәрендә ротмистр (1918). 1917 йылда сентябренән Стәрлетамаҡ өйәҙе Иҫке Сәйет ауылы (хәҙерге Башҡортостанҙың Ишембай районы) мәктәп мөдире булып эшләй.
1918 йылда ғинуарынан башлап Юрматы кантон башҡармаһы ағзаһы, июлдән — Башҡорт ғәскәре инспекторы һәм Башҡорт хәрби шураһының ҡорал мөдире, бер үк ваҡытта августа — шураның артиллерия бүлеге етәксеһе, сентябрҙә — 1‑се Башҡорт кавалерия полкы командиры, декабрҙә — «Стәрлетамаҡ фронтының Башҡорт ҡораллы көстәре» оператив төркөмө командующийы[2].
1919 йылда Башҡортостан хәрби-революцион комитетының аҙыҡ-түлек бүлеге мөдире була, артабан Мораҡ ауылы һәм Мораҡ районы гарнизоны начальниғы, апрелҙә алып Башҡортостан республикаһы хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссариатының дөйөм бүлеге начальниғы, августа — Табын кантонының революцион комитеты рәйесе, декабрҙә — Тамьян-Ҡатай кантонының хәрби комиссары. 1920 йылда Маҡарҙа уҡытыусы, һуңыраҡ Юрматы кантонының игенселек бүлеге мөдире, Дыуан-Ҡошсо кантоны Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе, 1921 йылда февралдә башлап «Белрайлесконтора» предриятиеһы, октябрҙә — Стәрлетамаҡ ҡалаһы Башҡортостан республикаһы социаль тәьминәт халыҡ комиссариаты комиссары.
Һуңыраҡ Урта Азияға сығып китә, артабан Винница ҡалаһы (Украина ССР‑ы) йәшәй. 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм шунда һәләк була.
Ғаилә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡартатаһы — Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы Ҡарамышев, Башҡорт ғәскәре майоры[3];
Атаһы — Батыргәрәй Йософ улы Ҡарамышев, уҡытыусы;
Әсәһе — Кәбирә Әхмәтйән ҡыҙы Вәлидова;
Ағайҙары:
- Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев (1893—1918) — 1917—1918 йылдарҙа Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре;
- Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы Ҡарамышев — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.;
- Сөләймән Батыргәрәй улы Ҡарамышев — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре;
Апай — Рузидә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының табибы[4].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була
- ↑ Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.):Монография.- Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с. — C.194.
- ↑ по другим данным — генерал-майор
- ↑ Әйле З. Ҡарамышевтар нәҫеле. // Киске Өфө. — 2012. — № 8. — Б.7. (баш.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡарамышев Мөхтәр Батыргәрәй улы(недоступная ссылка)
- YouTube сайтында Ҡарамышевтар
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. — Өфө, 2009