Башҡорт корпусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт корпусы
Ғәмәлдә булған йылдары

ғинуар, 1919март, 1919

Ил

Башҡортостан автономияһы Башҡортостан автономияһы 1919

Бойһонған

Башҡорт Хөкүмәте, Башҡорт хәрби шураһы

Тип

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Берләштерә

1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы‎, 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы‎

Функция

автономия мәнфәғәттәрен яҡлау

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

Ә. Ә. Вәлидов, И. С. Алкин

-

Башҡорт корпусы — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.

Ойошторолоуы һәм тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт ғәскәре командующийы Ә. А. Вәлидовтың 1919 йылдың 26 ғинуарындағы фарманына ярашлы Ырымбур өйәҙенең Ермолаевка ауылынан йыраҡ түгел ерҙә тарҡатылған 9-сы Башҡорт уҡсылар дивизия полктарынан (3-сө Башҡорт уҡсылар полкынан башҡа) төҙөлә.

Башҡорт корпусы составына инделәр:

Башҡорт корпусы Ырымбур һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары араһындағы фронт линияһында оборона тота. РККА-ның 1-се армияһы уға ҡаршы тора.

Башҡорт Хөкүмәтенең 1918 йылдың 16 февралендәге фарманына ярашлы башҡорт корпусы частәренең РККА яғына күсеүе башлана. Башҡорт частары һәм Ҡыҙыл Армия аҡтарға ҡаршы берләшкән хәрби ғәмәлдәрен башлай. Әммә барыһы ла күсеү менән ризалашмай һәм аҡтар яғында үҙенең отрядтары менән Муса Мортазин, Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғалиев, Ғәлимйән Таған һ. б. тороп ҡала.

РККА-ның 1-се армияһына күскән саҡта корпус составында булалар:

1919 йылдың март башында РККА ның 1-се армия командованиеһы Башҡорт корпусын тарҡата.

Корпус командующийҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]