4-се Башҡорт пехота полкы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(4-се Башҡорт уҡсылар полкы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
4-се Башҡорт пехота полкы
Ғәмәлдә булыу йылдары

июль, 1918февраль, 1919

Ил

Flag of Bashkurdistan.svg Башҡортостан автономияһы

Буйһоноу

Башҡорт Хөкүмәте, Башҡорт хәрби шураһы

Инә

Башҡорт айырым корпусы

Тибы

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Функция

автономия мәнфәғәттәрен яҡлау

Ҡатнашҡан

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Командиры
Билдәле командирҙары

Ҡ. Йәнекәев, Байрашевский

4-се Башҡорт пехота полкы — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

4-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 18 июлендәге приказына ярашлы Ырымбур ҡалаһында ойошторола. Ырымбур өйәҙе башҡорттарынан формалашҡан. Полкты ойоштороу эше менән Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге ағзаһы штабс-капитан Ҡасим Йәнекәев шөғөлләнгән, аҙаҡ уның командиры итеп тәғәйенләнә[1].

Ырымбур ҡалаһы ул ваҡыттағы Башҡортостан автономияһының хәрби-сәйәси үҙәге Силәбенән алыҫ булғанға күрә, Башҡорт хөкүмәтенең хәрби-ойоштороу мәсьәләләр буйынса вәкәләттәре Ырымбур хәрби бүлегенә бирелә. Был хәрби бүлек 4-се Башҡорт пехота полкын төҙөү менән етәкселек итә, уны бөтә кәрәк-яҡтар һәм офицер кадрҙары менән тәьмин итә. 4-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт айырым корпусының 2-се Башҡорт пехота дивизияһы составына инә.

1918 йылдың сентябрь аҙағында полк частары Орск ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. 1918 йылдың октябрь-ноябрендә 4-се Башҡорт пехота полкы Аҡтүбә фронтында алыштарға инә. 1918 йылдың декабренән 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составында ҡыҙылдарҙың 1-се армияһына ҡаршы һуғыша. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң полк таратыла[1].

Командирҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡ. Йәнекәев (1918 йылдың июле — 1919 йылдың феврале)
  • Байрашевский (1919 йылдың февраленән)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Таймасов Р. С. 4-й Башкирский пехотный полк // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920) — Уфа, 2009.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.) — Уфа, 2009. — 200 б. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан — Өфө: Китап, 2012. — 277 б. — ISBN 978-5-295-05503-4.