Эстәлеккә күсергә

Алкин Ильяс Сәйетгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алкин Ильяс Сәйетгәрәй улы
Файл:Alkin.jpg
Тыуған:

28 ноябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны:

Ҡазан губернаһы

Вафат:

27 октябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (41 йәш)

Вафат урыны:

Мәскәү ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Партия:

РСДРП, Социалист-революционерҙар партияһы

Эшмәкәрлек төрө:

Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышы ағзаһы.

Алкин Ильяс Сәйетгәрәй улы (28 ноябрь (11 декабрь) 1895 йыл — 27 октябрь 1937 йыл) — сәйәси эшмәкәр, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа Башҡорт революцион комитеты ағзаһы, Башҡорт ғәскәрҙәре штабы начальнигы, Башҡорт АССР-ының хеҙмәт халыҡ комиссары. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышы ағзаһы. Профессор (1931). Сәйәси золом ҡорбаны[1][2].

Ильяс Сәйетгәрәй улы Алкин 1895 йылдың 28 ноябрендә (11 декабрендә) Ҡазан губернаһының Мамадыш өйәҙе Алкин ауылында тыуған, сығышы менән билдәле татар дворяндары ғаиләһенән. Атаһы — Рәсәй империяһының I саҡырылыш Дәүләт думаһына Ҡазан губернаһынан һайланған депутат Сәйетгәрәй Алкин.

Ҡазан реаль училищеһын тамамлай. Бер тирә уның репетиторы Вячеслав Скрябин (Молотов) була. Мәскәү университетының экономия факультетына уҡырға инә, 1914 йылда Петербург политехник институтына күсә. 1915 йылдан хәрәкәттәге армияла хеҙмәт итә, подпоручик званиеһы бирелә. 1915 йылдан полиция күҙәтеүе аҫтында була. Башта РСДРП-ның меньшевиктар блогына, һуңынан социалист—революционерҙар партияһына инә.

1917 йылда, Февраль революцияһынан һуң, Ваҡытлы Бөтә Рәсәй мосолман хәрби советы (Хәрби шуро) рәйесе. Ошо уҡ ваҡытта Бөтә Рәсәй мосолман советы (Милли шуро) рәйесе. Совет власының беренсе айҙарында эске Рәсәйҙең һәм Себерҙең автономияһы яҡлы булып сығыш яһай. Иҙел-Урал штатын булдырыу буйынса Коллегия рәйесе, икенсе мәғлүмәттәр буйынса «Иҙел-Урал» штатының («Забулачная республика») рәйесе һәм етәксеһе[3]. Шул уҡ ваҡытта ойошторолған финанстар Ведомствоһын (ноябрь 1917 — ғинуар 1918) етәкләй.

1917 йылда Ҡазан һайлау округында 10-сы исемлек буйынса (мосолман социалистик исемлеге) Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышына һайлана.

1918 йылдың ғинуар—февралендә Ҡазанда большевиктарға ҡаршы сығыш яһаған Бөтә Рәсәй мосолман хәрби съезында ҡатнашыусы. 1918 йылдың 28 февралгә ҡараған төндә башҡа мосолман активистары менән большевиктар тарафынан Ҡазанда ҡораллы ихтилалды әҙерләүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына. Съезд талабы буйынса азат ителә.

1918 йылдың сентябрендә Өфөлә Ойоштороу йыйылышы ағзалары Съезы рәйесе иптәше һәм бюро ағзаһы. 1918 йылдың 20 ноябрендә Екатеринбургта колчаковсылар тарафынан ҡулға алына һәм ҡаса, башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы — чехтар талабы буйынса азат ителгән.

1919 йылдың ғинуарында Башҡорт ғәскәре сафтарына инә. «Стәрлетамаҡ фронтының башҡорт көстәре» оператив төркөмө командующийы итеп тәғәйенләнә.

1919 йылдың февралендә — Башҡорт корпусы штабының начальнигы. I Бөтә Башҡорт хәрби съезын ойоштороусыларҙың береһе. 1919 йылда, Башҡорт хөкүмәтенең Cоветтар яғына күскәненән һуң — РКП(б) ағзаһы (1937 сентябрендә уҡ — партияһыҙ), Башҡортостан ревкомы ағзаһы, хәрби комиссарҙың урынбаҫары, 1919—1920 йылдарҙа Автономиялы Башҡорт Совет республикаһының Халыҡ хужалығы Советы рәйесе.

1920 йылдың июнендә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе П. В. Гузаков ҡарарына ярашлы ҡулға алына; Мәскәүгә оҙатыла һәм Бутырск төрмәһенә урынлаштырыла. Төрмәлә ул яҡынса 5 ай үткәрә, шул иҫәптән бер кешелек камерала. 1920 йылдың декабрь аҙағында азат ителә. Граждандар һуғышы дауамында барыһы 8 мәртәбә ҡулға алына, 4 мәртәбә — аҡтар, 4 мәртәбә — ҡыҙылдар тарафынан.

Артабан Алкин И. С. сәйәсәттән ситләшә. Бутырканан сыҡҡандан һуң Сталин менән осраша, осрашыуҙан һуң Көнсығыш эшселәре коммунистик университетына (КУТВ) эшкә төшә. Сит ил Көнсығыш географияһы һәм экономикаһы кабинеты мөдире булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта (яҡынса 1925 йыл) Г. В. Плеханов исемендәге Халыҡ хужалығы институтында уҡый. 1922 йылдан КУТВ-ның Совет көнсығышы кафедраһы профессоры, КУТВ янындағы Фәнни-тикшеренеү институтының ғилми хәҙмәткәре, Коммунистик академияһы янындағы экономик-география төркөмө ағзаһы. «Революцион Көнсығыш» журналының әүҙем авторҙарының береһе.

1930 йылдың 31 октябрендә ҡулға алына, 1930 йылдың 22 ноябрендә 58-11 статьяһына ярашлы (контр-революцион ойошма) ғәйепләнә, әммә ОГПУ Коллегияһы ҡарары буйынса һаҡ аҫтынан азат ителә һәм эш туҡтатыла.

1932 йылда ВКП (б)-ның Үҙәк комитетының матбуғат бүлеге модире ярҙамсыһы А. Мөхөтдинованың «Революция һәм милләттәр» журналының биттәрендә (12-се һан) ҡыйралышлы тәнҡитенә дусар була. Уның «Экономогеография әләме аҫтында буржуаз идеологияның контрабандаһы» исемле мәҡәләһендә Алкиндың «Урта Азия» монографияһы тәнҡитләнә (1931). Әммә тәнҡиттән бер ниндәй ҙә һөҙөмтәләр булмай. Алкин Ҙур совет донъя атласы Фәнни-тикшеренеү институтының Урта Азия бүлеге мөдире һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләүен дауам итә.

1937 йылда — Ҙур совет донъя Атласы ФТИ-ның Урта Азия карталары корректоры. 1937 йылдың 22 сентябрендә ҡулға алына. 1937 йылдың 21 октябрендә беренсе категориялы репрессияға (атыу) билдәләнә (НКВД ГУКБ-ның 8-се бүлеге начальнигы В. Е. Цесарский күрһәтмәһе буйынса 2-се һанлы исемлектә, «Москва-центр» 53 кешелек; ҡултамғалар: «за» — Сталин, Молотов, Каганович, Ворошилов, Микоян). 1937 йылдың 27 октябрендә 58-6, 59-8, 58-11 статьяларына ярашлы (шпионаж, террористик эшмәкәрлек һәм контр-революцион террористик ойошмала ҡатнашыу) хөкөм ителә. Шул уҡ көндә, 1937 йылдың 27 октябрендә, атып үлтерелә. Мәскәүҙә Дон зыяратында ерләнгән.

СССР-ҙың Юғары Советы Хәрби коллегияһы 1955 йылдың 31 декабрендә реабилитациялай.

  • Средняя Азия: Экономико-географический очерк Кара-Калпакстана, Киргизстана, Таджикистана и Узбекистана. Ч. 1. М., 1931;
  • О некоторых особенностях колхозного строительства в Сарай-Камарском районе Таджикской ССР // Революционный Восток. 1931. № 11/12. С. 258—281;
  • Ко второй пятилетке Среднеазиатских республик // Революционный Восток. 1932. № 1/2. С. 220—236;
  • Против национал-шовинистической контрабанды в татарской литературе // Революционный Восток. С. 386—396;
  • Статистико-экономическая халтура // Революционный Восток. 1933. № 2. С. 216—219;
  • Колхозное строительство в Таджикской ССР // Революционный Восток. 1934. № 1. С. 161—177;
  • Средняя Азия в Малой Советской энциклопедии // Революционный Восток. С. 211—215;
  • Национально-государственное размежевание Средней Азии и VII съезд Советов СССР // Революционный Восток. № 6. С. 114—136;
  • Узбекская Социалистическая Советская Республика // Революционный Восток. 1935. № 1. С. 114—135;
  • Картографическая халтура // Революционный Восток. № 2. С. 204—205;
  • Таджикская Социалистическая Советская Республика // Революционный Восток. № 3. С. 129—149.
  • 1937 — Мәскәү, 1-се Обыденск тыҡрығы, 12-се йорт, 2-се кв..