Ҡарамышев Йософ Ибраһим улы
Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы Ҡарамышев | ||||
Тыуған: | 1825 Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылы[1] | |||
---|---|---|---|---|
Үлгән: | билдәһеҙ билдәһеҙ | |||
Хәрби хеҙмәт | ||||
Звание: | кантон башлығы, ғәскәри старшина | |||
Бәрелештәр: | Коканд походтары (1852, 1853) | |||
Наградалары: |
|
Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы Ҡарамышев (1825 йылдың Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылы — ?) — кантон башлығы, ғәскәри старшина (1859). Ҡарамышевтар нәҫеленән.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1825 йылдың Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында[1] тыуған. Кантон башлығы, ғәскәри старшина (1859). Коканд походтарында (1852, 1853) ҡатнаша. Ҡарамышевтар нәҫеленән. 1851 йылдың 8‑се башҡорт кантоны башлығы, 1852 йылда алып Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһында столоначальник ярҙамсыһы. 1856 йылда апрелендә башлап һәм 1859 йылдыүң алып 27‑се башҡорт кантонында хеҙмәт итә, 1856 йылда октябрҙә — Һырдаръя сик һыҙығының Перовский фортында башҡорт командаһы начальнигы. 1858 йылда алып 1‑се фортта Һырдаръя ҡырғыҙҙары буйынса Сит ил эштәре министрлығының өлкән чиновник ярҙамсыһы вазифаһын башҡарыусы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 3‑сө дәрәжә Изге Анна (1853), 3‑сө дәрәжә Изге Станислав (1856) ордены, «1853—1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән. Башҡорт халыҡ маршы «Ҡарамышев» («Йосоп майор») Ҡарамышев бағышланған.
Бүләктәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены (1853)
- 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (1856)
- «1853—1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт халыҡ маршы «Ҡарамышев» («Йосоп майор») Ҡарамышев бағышланған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостанҙың Ишембай районы.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ярмуллин А. Ш. Ҡарамышев Йософ Ибраһим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.