Журавлёва Светлана Евгеньевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Журавлёва Светлана Евгеньевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 7 апрель 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Түбәнге Новгород
Эш биреүсе Мәскәү физика-техник институты[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре кандидаты[d]

Журавлёва Светлана Евгеньевна (7 апрель 1960 йыл) — спортсы. Биология фәндәре кандидаты (1999). Парашют спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Светлана Евгеньевна Журавлёва 1960 йылдың 7 апрелендә Горький ҡалаһында донъяға килгән. Күренекле химик-ғалим Е. Ф. Журавлёвтың ҡыҙы[1]. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Һөнәре буйынса биолог. Светлана Журавлева бала саҡтан спорт менән мауыға. Рәсәй ДОСААФ-ының авиация спорт клубы, авиация-техник спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А. К. Котенков). Парашют спорт төрө буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1984—1991). 1999 йылда «Синтаксономическое обоснование выбора охраняемых растительных сообществ: На примере некоторых сообществ Республики Башкортостан» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. Мәскәү физика техник институтының молекуляр һәм биологик физика факультетында эшләй, биохимия физикаһы кафедраһы доценты [3].

Парашют спортта ҡаҙаныштары[1][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айырым күнекмәләр буйынса РСФСР-ҙың абсолют чемпионы (1991);

Ете тапҡыр СССР чемпионы (1985, 1986, 1987, 1988, 1989, 1990, 1991);

Ике тапҡыр СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1991);

РСФСР (1988—1991) чемпионы;

СССР чемпионатының призеры (1987);

РСФСР халыҡтары спартакиадаһының (1990) көмөш призёры;

«Крылья Родины» («Тыуған ил ҡанаттары») журналы призына халыҡ ара ярыштарҙың аболют еңеүсеһе (1988;

Болгарияла халыҡ ара ярыштарҙа еңеүсе (София, 1988);

1000 м бейеклектән билдәләнгән урынға аныҡ төшөү буйынса төркөмләп һикереүҙә донъя рекордсыһы (1988).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Парашют спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989)

Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]