Эстәлеккә күсергә

Ишбулатов Рәхим Усман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхим Усман улы Ишбулатов
Рәхим Усман улы Ишбулатов
Тыуған:

7 апрель 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Ғәбйәлил ауылы[1]

Үлгән:

18 июнь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (56 йәш)

Үлгән урыны:

Башҡорт АССР-ы
Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан автономияһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Жанр:

портрет, тарихи рәсем

Уҡыған урыны:

Өфө сәнғәт техникумы, Юғары музей курсы (Мәскәү)

Наградалары:
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
Исемдәре:

БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961)

Ишбулатов Рәхим Усман улы (7 апрель 1911 йыл18 июнь 1967 йыл) — рәссам. 1939 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961).

Рәхим Усман улы Ишбулатов 1911 йылдың 4 апрелендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ғәбйәлил (Башҡорт Ҡансураһы) ауылында тыуған.

1934 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын, 1936 йылда — РСФСР-ҙың Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы Юғары музей курсын тамамлаған.

Артабан Өфө ҡалаһындағы 1905 йыл исемендәге Революция музейының, 1938—1941 йылдарҙа Башҡорт художество музейының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Бер үк ваҡытта 1937—1941 һәм 1945—1953 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһында уҡыта.

1947—1953 һәм 1957—1958 йылдарҙа Рәхим Ишбулатов БАССР‑ҙың Рәссамдар союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡара[2].

Һынмаған рух (1966)
Ишбулатов Рәхим Усман улы. Автопортрет. Ҡағыҙ, күмер, пастель. 1950-се—60-сы йй. башы. БДХМ

Реалистик Р. У. Ишбулатов. Һынмаған рух (1966). БДХМйүнәлеш вәкиле; әҫәрҙәренә тыныс колорит һәм аныҡ композиция хас. Күп эштәре тыуған яҡ тарихына («Салауатты алып киләләр», 1940; «Башҡорттар Берлинда. 1763», 1950) һәм хәрби тематикаға («Еңеү байрамы», 1946; «Пограничниктар», 1960) арналған. 50-се йй. — лирик пейзаждар («Йәй», «Дим үҙәне»), плакаттар («Беҙ тыныслыҡ яҡлы»), 60-сы йй. портреттар («Ғ. Сәләм», «М. Тажи») ижад итә. Респ. һынлы сәнғәтенә арналған мәҡәләләр авторы. 1940 йылда алып күргәҙмәләрҙә, Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (1961). Эштәре БДХМ йыйылмаһында һаҡлана. Уҡыусылары араһында Б. Ф. Домашников, Ф. А. Кащеев, Ә. Ф. Лотфуллин, Р. М. Нурмөхәмәтов, А. В. Пантелеев.