Домашников Борис Фёдорович
Борис Фёдорович Домашников | ||||
Тыуған: | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Иваново өлкәһе Лухский районы Кригоузово ауылы | |||
Үлгән: | ||||
Үлгән урыны: |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы | |||
Гражданлығы: | ||||
Жанр: |
пейзаж | |||
Уҡыған урыны: | ||||
Стиль: |
реализм | |||
Наградалары: |
| |||
Исемдәре: |
| |||
Премиялары: | ||||
Сайт: |
Домашников Борис Фёдорович (5 апрель 1924 йыл — 20 июнь 2003 йыл) — рәссам. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1965) һәм халыҡ (1975), СССР-ҙың (1982) халыҡ рәссамы, «Почёт Билдәһе» ордены (1967) кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1977).
Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Фёдорович Домашников 1924 йылдың 5 апрелендә Иваново өлкәһенең Кригоузово ауылында тыуған. Артабанғы яҙмышы уны Башҡортостанға алып килә. 1935 йылдың мартында атаһын Өфө моторҙар эшләү заводын төҙөргә ебәрәләр.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ун ете йәш кенә була. Ябыҡ кәүҙәле, сибек кенә егетте хәрби комиссариатта доброволец итеп алыуҙан баш тарталар. Борис Федорович быны бик ауыр кисерә. Горкомхоздың оҫтаханаһында эшкә урынлаша, лозунгылар яҙа, плакаттар төшөрә. Һәр хәрефкә үҙенең күңелен, һыҙланыуҙарын, нәфрәт һәм өмөттәрен һала. Бында ул үҙенең кәрәклеген аңлай, яратҡан эше менән шөғөлләнә. Һуғыш бөткән йылды художество училищеһына уҡырға инә. Буласаҡ рәссамды оло сәнғәт юлына баҫтырыусы Өфө рәссамдары П. Лебедев, А. Тюлькин, М. Беспалова була.
«9 май», «Һалдат ҡәбере», «Атайым иҫтәлеге» тип исемләнгән картиналарының төп идеяһы — фронттан ҡайта алмаған атаһы тураһында иҫтәлекте һаҡлау.
Рәссамдың ижади емештәре бик күп, ул картиналары менән бай. Сәмәрҡәндте, Новгородты, Псковты, Дондағы Ростовты, Мәскәүҙе, Уралды, Италияны, Чехословакияны төшөргән.
Борис Домашников рәсем сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәтәре юғары баһаланған. Уға 1965 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған, ә 1975 йылда халыҡ рәссамы (1975) тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. 1982 йылда ул СССР-ҙың халыҡ рәссамы исеменә лайыҡ була. Ижадсы шулай уҡ 1967 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә. Ул — БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1977), Өфө ҡалаһының почётлы гражданины.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Домашников Борис Фёдорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Юрий Нехорошев Борис Федорович Домашников.
- 5 апрелдә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Иваново өлкәһендә тыуғандар
- 20 июндә вафат булғандар
- 2003 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- СССР-ҙың халыҡ рәссамдары
- РСФСР-ҙың халыҡ рәссамдары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Алфавит буйынса рәссамдар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамдары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Башҡортостан рәссамдары
- Өфө ҡалаһының почётлы граждандары