Бакиров Урал Насир улы
Бакиров Урал Насир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 7 апрель 1933 (91 йәш) |
Тыуған урыны | Хоҙайбирҙин ауылы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, журналист, партия эшмәкәре, дәүләт эшмәкәре |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бакиров Урал Насир улы (рус. Бакиров Урал Насырович; 7 апрель 1933 йыл) — совет, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты (1970). Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). БАССР-ҙың 8-11-се саҡырылыштары Юғары Советы депутаты. 1976 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урал Насир улы Бакиров 1933 йылдың 7 апрелендә БАССР-ҙың Мораҡ районы (хәҙерге Күгәрсен районы) Хоҙайбирҙин ауылында тыуған, йәғни ошо ауылға исем биргән Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы менән бер ауылдан.
Юғары белемле — 1955 йылда Өфө ҡалаһында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
Дипломлы белгес булып, хеҙмәт юлын Йомағужа районы[2] Подгорный урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлаған.
1956—1964 йылдарҙа комсомол эшендә — 1956 йылдан алып ВЛКСМ-дың Йомағужа район комитетының 1-се секретары.
1959 йылдан алып ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары[3].
1964 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында идеология бүлеге секторы мөдире, 1970 йылдан — пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары, артабан бүлек мөдире.
1988 йылдан — В. И. Ленин исемендәге Үҙәк музейҙың Өфө филиалы директоры.
1991 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Секретариатының редакция-нәшриәт бүлеге белгесе.
1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы ҡарамағындағы нәшриәт-полиграфия комплексы директоры.
1994—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты[4] ярҙамсыһы була, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Рәмил Исҡужиндың ярҙамсыһы вазифаһын үтәй.
1992—2010 йылдарҙа «Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан» журналы мөхәррире[5].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бакиров Урал Насир улы Башҡорт АССР-ы дәүләт власының юғары органы — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы эшмәкәрлегендә халыҡ депутаты булараҡ әүҙем ҡатнаша, ул 8-11 саҡырылыштар депутаты була. 1962 йылда Мәскәүҙә үткән ВЛКСМ-дың 14-се съезы делегаты итеп һайлана[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976, 1981)
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2003)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1960)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» миҙалы (1970)
- «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе (1960)
- «Пионерҙар менән әүҙем эш өсөн» ВЛКСМ-дың Үҙәк комитеты билдәһе (1962),
- «Комсомолда әүҙем эше өсөн» (1969)
- БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почет грамоталары (1960, 1983)
- Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы (1998)[7].
- Дәүләт Думаһы Аппаратының Почет грамотаһы[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Билдәле дәүләт эшмәкәре Урал Насир улы Бакиров//Ижади портрет: «Ашҡаҙар» радиоһы тапшырыуы 2021 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Район 1935 йылдың 3 февралендә БАССР-ҙың Мәләүез һәм Мораҡ райондарын бүлеү юлы менән ойошторолған. 1963 йылдың 1 февралендә бөтөрөлгән, биләмәһе Мәләүез районы, 1965 йылда Күгәрсен районы составына ингән — (Нугаева Ф. Г. Юмагузинский район.//Башкирская энциклопедия(недоступная ссылка))
- ↑ Урал Бакиров. Мужество быть с веком наравне
- ↑ М.Ғ. Рәхимов шулай уҡ 1994 йылдан алып 2007 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы ағзаһы ла була
- ↑ Бакиров Урал Насырович//Юмагузинский краевед
- ↑ Билдәле дәүләт эшмәкәре Урал Насир улы Бакиров//Ижади портрет: «Ашҡаҙар» радиоһы тапшырыуы 2021 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Бакиров Урал Насырович
- ↑ Урал Бакиров. Мужество быть с веком наравне