Эстәлеккә күсергә

Лисовский Николай Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лисовский Николай Николаевич
Тыуған көнө

7 апрель 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Вафат булған көнө

17 сентябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (77 йәш)

Вафат булған урыны

Мәскәү

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

СССР һәм Рәсәй геолог-нефтсеһе

Наградалары һәм премиялары

ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, академик Губкин исемендәге премия лауреаты

Лисовский Николай Николаевич (7 апрель 1932 йыл17 сентябрь 2009 йыл) — СССР һәм Рәсәй геолог-нефтсеһе, «Башнефть» берекмәһенең 1973—1980 йылдарҙағы баш геологы, Башҡортостандың бер нисә нефть ятҡылығын асыусы. СССР Нефть сәнәғәте министрлығының почётлы нефтсеһе һәм премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм Төмән өлкәһенең почётлы нефтсеһе, Рәсәйҙең почётлы гражданы, академик Губкин исемендәге премия лауреаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Николай Николаевич Лисовский 1932 йылдың 7 апрелендә Киев өлкәһенең Иванковский районы Хочева ауылында тыуған. 1955 йылда Львов Политехник институтының таусы инженер-геолог бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын Башҡортостанда башлай. 9-сы нефтеразведкала техник-геолог була.

1956 йылдан 10-сы нефтеразведкала өлкән геолог булып эшләй. Тап ошо осорҙа үҙенең тәүге асышын яһай. Ташлы-Һарытау нефть ятҡылығын аса.

Уны нефть һәм газ ятҡылыҡтарын иҫәпләү партияһына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Унан «Башзападнефтеразведка» тресында геологик бүлектең етәксеһе итеп үрләтәләр. 1967 йылдан ошо трестың баш геологы вазифаһын биләй.

1972 йылдан Николай Николаевич «Башнефть» берекмәһендә баш геолог итеп тәғәйенләнә. Элекке нефть ятҡылыҡтарын рациональ файҙаланыу һәм яңы ятҡылыҡтарҙы тиҙләтеп ҡулланышҡа индереү һөҙөмтәһендә 10 йыл буйы нефть табыу күләмен 40 млн тонна кимәлендә тотоуға өлгәшәләр.

Шул уҡ ваҡытта, Лисовский девон нефть ятҡылыҡтары эҙләүҙең яңы методикаһын эшләй. Башҡортостанда Сергеев-Демин, Өршәк бөгөлөштәрен карталап, ҡеүәтле Дим, Өршәк, Раевка, Сатай нефть ятҡылыҡтарын асалар.

1980 йылда СССР Нефть сәнәғәте министрлығында баш геологик идара етәксеһе итеп тәғәйенләнә. СССР Нефть сәнәғәте Министрлығы коллегияһы ағзаһы итеп һайлана.

1992—1997 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығында нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса идаралыҡ етәксеһе вазифаһын башҡара.

1985—2009 йылдарҙа нефть һәм нефтьгаз ятҡылыҡтарын эшкә индереү буйынса Үҙәк комиссия етәкселәренең береһе була. Николай Лисовский 17 сентябрендә 2009 йылдың 17 сентябрендә 78 йәшендә Мәскәүҙә вафат була.

  • 300-ҙән ашыу нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. Шул иҫәпкә һуңғы 20 йыл эсендә иң ҡеүәтлеләрҙән булған Тенгиз нефть ятҡылығы инеп китә.
  • Нефть ятҡылыҡтарын эшкә индереү һәм рациональ файҙаланыу буйынса яңы технологиялар һәм методтар уйлап таба.
  • 30 ашыу ғилми хеҙмәттең авторы һәм авторҙашы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры
  • СССР Нефть сәнәғәте министрлығының почётлы нефтсеһе һәм премия лауреаты
  • Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм Төмән өлкәһенең почётлы нефтсеһе
  • Рәсәйҙең почётлы гражданы
  • Академик Губкин исемендәге премия лауреаты