Рунет
Рунет | |
Нигеҙләү датаһы | 1997 |
---|---|
Хөрмәтенә аталған | .ru һәм компьютерная сеть[d] |
Дәүләт |
![]() |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Раффи Асланбеков[d] |
Юғары кимәлдәге интернет-домен | .ru, .su, .MOSCOW[d], .рф, .рус[d], .москва[d], .ua[d], .by[d], .kz[d], .қаз[d] һәм .укр[d] |
Өлөшләтә тура килә | Рунет[d] |
![]() |
Рунет[1] (рус телле Интернет, рус Интернеты) — Интернетта рус телле сайттарҙың бер өлөшө. Бөтә континенттарға, шул иҫәптән Антарктидаға ла таратылған, әммә башлыса БДБ илдәрендә, айырыуса Рәсәйҙә һәм Украинала тупланған. 2018 йылдың февраленә ҡарата, W3Techs компанияһы үткәргән тикшеренеүҙәргә ярашлы, донъялағы 10 миллион самаһы иң популяр интернет-сайттың 6,8 проценты рус телен файҙалана. 2013 йылдан рус теле Интернетта популярлығы буйынса инглиз теленән (51,3 %) һуң икенсе урында тора[2].
Рус телен айырыуса йыш файҙаланған домендар: .su, .ru, .рф, .рус, .дети, .ua, .by, .kz, .com, .org. Домен адрестары (IDN), мәҫәлән, өлөшләтә — .su һәм.com, тулыһынса — .рф рус телендә теркәлә ала. Рус телле популяр сайттарҙың бөтәһе лә БДБ илдәре домендарында урынлашмаған. Мәҫәлән, «ВКонтакте» социаль селтәре ВКонтакте vk.com доменын, ә Урыҫ Википедияһы ru.wikipedia.org доменын ҡуллана.
Рус телле баҙар ярайһы уҡ ҙур. Әйтәйек, Рәсәйҙең Рәсәйҙә, Украинала, Ҡаҙағстанда, Беларуста һәм Төркиәлә генә эшләгән Яндекс интернет-компанияһы рус телле файҙаланыусылар менән донъяның бөтә эҙләү системалары араһында 4-се урынды[3] биләй.
Рунет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рунет («ru» — Рәсәй, рус теле йәки домен исеме + «net» — селтәр коды) — Интернет өлөшө. Терминдың аныҡ бер төшөнсә генә аңлатҡан билдәләмәһе юҡ.
Төрлө билдәләмәләргә ярашлы, Рунет — ул:
- рус Интернеты (рус телле һәм/йәки Рәсәйгә төбәлгән сайттар)[4] (Интернеттың бөтә домендарында);
- рф, su, ru, am, az, by, ge, kg, kz, md, ua, укр, uz[5] домендарындағы серверҙар;
- Интернет селтәренең Рәсәй өлөшө[6] (был билдәләмәне Рәсәйҙең дәүләт структуралары өҫтөн күрә[7][8][9]);
- .ru[10] доменындағы Интернет.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Рунет — Интернет — Яндекс. Словари 2013 йылдың 10 май көнөндә архивланған.Ҡалып:Мёртвая ссылка
- ↑ Usage Statistics and Market Share of Content Languages for Websites, February 2018
- ↑ «Яндекс» обошел Microsoft по числу поисковых запросов
- ↑ Интернетско-русский разговорник 2013 йылдың 10 май көнөндә архивланған.(недоступная ссылка с 14-06-2016 (672 дней))
- ↑ Определение в справке Яндекса 2005 йылдың 6 ноябрь көнөндә архивланған.: «Робот Yandex.Ru автоматически считает сервера в доменах su, ru, am, az, by, ge, kg, kz, md, ua, uz принадлежащими Рунету».
- ↑ Рунет. — Естественные науки — Яндекс. Словари(недоступная ссылка)(недоступная ссылка с 14-06-2016 (672 дней))
- ↑ Минкомсвязь РФ
- ↑ Премия Рунета (Федеральное агентство по печати и массовым коммуникациям) 2018 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Рунету — 10 лет (Федеральное Агентство по печати и массовым коммуникациям) 2012 йылдың 5 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ от названия
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- История развития российского интернета. Справка
- Евгений Горный: Летопись русского Интернета: 1990—1999 (4-е издание опубликовано 14 марта 2007 в «Сетевой Словесности»)
- Интервью Алексея Солдатова о рождении Рунета 2012 йылдың 30 ноябрь көнөндә архивланған.
- Интервью с Алексеем Рудневым (опубликовано 1 ноября 2004)
- Опрос ФОМ «Интернет в России», выпуск 11, весна 2005
- Экономика Рунета 2013—2014 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған.
- Исследование безопасности коммерческих сайтов Рунета 2015 год 2017 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған.