.su

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
.su
Нигеҙләү датаһы 1990
Дәүләт Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәтләндереүсе РосНИИРОС[d]
Рәсми сайт fid.su
Описан на сайте iana.org/domains/root/db…
Код для сущности Wolfram Language Entity["TopLevelDomain", "SU"]

.su (ингл. Soviet Union) — Советтар Союзы һәм совет осоронан һуңғы киңлек өсөн юғары кимәлдәге милли домен.

1991 йылда Советтар Союзы йәшәүҙән туҡтаһа ла, домен һаман файҙаланыла[1].

Домен «Интернетты Үҫтереү Фонды» дәүләткә ҡарамаған шәхси ойошмаһы идараһы аҫтында эшләй һәм географик домендар иҫәбенә инмәй. su коды ISO 3166-1 стандартындағы географик кодтарҙың рәсми исемлегенә инмәй, ә географик домендарҙы IANA тик ошо исемлеккә ҡарап бүлә. Әммә ISO 3166 комитеты эшмәкәрлеге сиктәрендә был код айырым резервланған код статусына эйә һәм башҡа маҡсаттарға тапшырыла алмай.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

И. В. Курчатов исемендәге Атом энергияһы институтында ойошторолған UNIX ҡулланыусылар ассоциацияһы (SUUG — Soviet UNIX User’s Group) исеменән «Демос» бригадаларының береһенең етәксеһе Вадим Антонов 1990 йылдың 19 сентябрендә InterNIC (Internet Network Information Center) мәғлүмәт базаһында СССР территорияһында ҡулланыу өсөн SU юғары кимәл доменын теркәй[2]. Ассоциация артабан доменға хакимлыҡ итә[3]. Рәсәй Фәндәр академияһының Математика бүлексәһе ресурсы ipsun.ac.msc.su (бөгөн — www.ras.ru) тәүге Рәсәй сайты була[4].

1993 йылда доменға хакимлыҡ итеү Рәсәй Йәмәғәт селтәрҙәрен үҫтереү ғилми-тикшеренеү институтына тапшырыла (РосНИИРОС).

1994 йылдың апрелендә .ru домены барлыҡҡа килгән мәлгә .su зонаһында бер нисә мең домен теркәлгән була. Рәсәй доменында домен исемдәрен ирекле теркәү башланғас, РосНИИРОС .su зонаһында икенсе кимәл домендарын теркәүҙе туҡтата. Шуға ҡарамаҫтан, хостар һаны артыу арҡаһында домен зонаһы үҙенән-үҙе киңәйеүен дауам итә.

2000 йылда зона реестрын тотоу бурысы "Интернетты Үҫтереү Фонды"на йөкмәтелә.

2001 йылдың аҙағында[5] .su домены хакимдары бөтөрөлөргә тейешле зонаны ҡабат эшләтеп ебәрә һәм уны коммерция теркәлеүҙәре өсөн аса[6].

2002 йылдың 15 декабрендә SU зонаһында домендарҙы теркәү яңыртыла, әммә тәүҙә тик тауар билдәләре хужалары ғына теркәлә ала. 2003 йылдың июнендә «Интернетты Үҫтереү Фонды» .su зонаһында һәр кемдең теркәлә алыуы тураһында белдерә.

2008 йылдың апрелендә .su домены администраторы булған «Интернетты Үҫтереү Фонды» милли телдәрҙәге домен исемдәрен теркәү мөмкинлеген киңәйтә — xn-- префикслы домендарҙы теркәүгә сикләү бөтөрөлә, шулай итеп, браузер юлына адрестың бер өлөшөн милли кодировкала индереү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

2008 йылдың авгусында кириллицала быға тиклем булған символдарға тағы яңы 37 символ өҫтәлә. Шулай итеп, Рәсәй территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың телдәре, атап әйткәндә алтай, башҡорт, бүрәт, долган, ҡалмыҡ, коми, коряк, мари, нанай, ненец, осетин, саам (һуҙынҡыларҙың оҙонлоғон күрһәтмәйенсә), татар, тыва, удмурт, хакас, хант, сыуаш, эвенк, эвен, яҡут телдәре өсөн яңы мөмкинлектәр асыла.

2008 йылдың июнь аҙағында Стандартлаштырыу буйынса халыҡ-ара ойошма илдәренең теркәлгән кодтарын зеҙмәтләндереү комитеты (Комитет ISO3166/MA) тарафынан .su кодын айырып резервланған категорияға индереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Дәүләттәрҙең һәм территорияларҙың ике хәрефле кодтары таблицаһына тейешле үҙгәрештәр индерелә һәм ул ISO-3166-1 халыҡ-ара стандарты сифатында баҫтырыла. Шулай итеп, .su коды был таблицала айырып резервланған статустағы унынсы код булып тора.

Хәҙер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙәге 12 теркәүсе компания .su зонаһында домендарҙы теркәүселәр сифатында аккредитацияланған[7]. Һәр теркәүсе башҡа күп компаниялар менән уртаҡлыҡ килешеүҙәре төҙөгән. Фонд теркәүселәрҙең уртаҡсылары (партнёрҙары) менән бер ниндәй мөнәсәбәттәргә эйә түгел. Бынан тыш, РосНИИРОС .su зонаһында 2001 йылдың октябренә тиклем үҙе теркәгән икенсе кимәл домендарына булышлыҡ итә[8].

2010 йылдың 22 сентябрендә .su доменына 20 йыл туа[9].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. BBC «.YU: конец бездомного домена. СССР нет — .SU продолжается»  (рус.) (29 сентября 2009). 26 декабрь 2014 тикшерелгән.
  2. Юбилей Рунета: 10 лет назад финн Петри Ойала зарегистрировал домен .su  (рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 6 апрель 2010 тикшерелгән.(рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 6 апрель 2010 тикшерелгән.
  3. Демос: о компании. 26 декабрь 2014 тикшерелгән.
  4. Во Всемирной паутине зарегистрирован первый отечественный домен SU. Calend.ru. 15 сентябрь 2016 тикшерелгән.
  5. Протест Открытого форума интернет-сервис-провайдеров (OFISP) против .su.
  6. Разморозка .su: как явочным порядком обошли волю ICANN.
  7. Список аккредитованных регистраторов в домене .su  (рус.). 22 апрель 2016 тикшерелгән.(рус.). 22 апрель 2016 тикшерелгән.
  8. Статистика регистрации и делегирования доменов в зоне .su на 21.06.2009  (рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 ғинуар 2011. 6 апрель 2010 тикшерелгән.(рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 ғинуар 2011. 6 апрель 2010 тикшерелгән.
  9. Домену .su и российскому сегменту сети Интернет исполнилось 20 лет!

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]