Павлов Борис Николаевич
Павлов Борис Николаевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 29 ғинуар 1936[1] |
Тыуған урыны | Рыбинск, Иванов сәнәғәт өлкәһе[d], РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 14 май 2020[2] (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй[2] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, Эколог |
Ойошма йәки клуб ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы[1] |
Уҡыу йорто | А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты[d][1] |
Жанр | проза |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Павлов Борис Николаевич (29 ғинуар 1936 йыл — 14 май 2020 йыл) — Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, эколог. 1972 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Борис Николаевич Павлов 1936 йылдың 29 ғинуарында Рыбинск ҡалаһында тыуған. Һуғыш башланғас, уларҙың ғаиләһен Өфөгә эвакуациялайҙар, уның ата-әсәһе Өфө моторҙар эшләү заводында хеҙмәт һала.
Борис Өфөлә 65-се мәктәпте тамамлай. Аҙаҡ Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1964 йылда Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
Уҡыу йылдарында Ленинсы» гәзите менән хеҙмәттәшлек итә, унда хикәйәләрен баҫтыра. Институтты тамамлағас, Өфө химия заводының «Химик» гәзитендә, Башкнигоиздат редакцияһында (1968 йылдан алып) эшләй.
Артабан «Вечерняя Уфа» (1980) гәзите хәбәрсеһе, БАССР-ҙың Яҙыусылар союзында әҙәби консультант (1982—1985), «Истоки» гәзите корреспонденты (1990—1994) булып эшләй, Башҡортостан радиоһында «Беҙгә яҙалар», «Публицист трибунаһы», «Экология һәм беҙ» тапшырыуҙарын алып бара. Үҙенең шиғырҙарын «Бельские просторы» журналында баҫтыра.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Өфөлә йәшәй, баҡсасылыҡ менән мауыға. Башҡортостан Республикаһы экологтары союзы рәйесе урынбаҫары булараҡ, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Матбуғатта әҫәрҙәрен даими баҫтыра, телевидение һәм радиола сығыш яһай.
Әҙип 2020 йылдың 14 майында 85-се йәшендә Өфөлә вафат булды[3].
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уның тәүге баҫылып сыҡҡан хикәйәһе «Ҡырҡынты өҫтөндә ҡояш» (1968) була. Ул артабан «Тревога» (1971), «Айгирская легенда» (1980), «Покушение на заветное» (1992) һәм башҡа китаптар яҙған. Борис Николаевич үҙенең әҫәрҙәрендә производство менән идара итеү, Башҡортостандың тәбиғи байлыҡтарына һаҡсыл мөнәсәбәт мәсьәләләрен күтәрә. Башҡортсанан тәржемә менән шөғөлләнә. Али Карнай, Дауыт Юлтый әҫәрҙәрен руссаға ауҙарған.
Башҡортостандың егерме Советтар Союзы Геройы тураһында очерктар яҙған.
Әҙип-экологьың яратҡан афоризмы: «Тәбиғәтте һаҡлап, кешене һаҡлағыҙ!»
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сосны над просекой: Рассказы. Уфа: Башкнигиздат, 1968. (рус.)
- Тревога: Повесть. Уфа: Башкнигиздат, 1971. (рус.)
- Айгирская легенда: Очерки. Уфа: Башкнигиздат, 1971. (рус.)
- Сосны над рельсами: Очерки, рассказы. Уфа: Башкнигиздат, 1986. (рус.)
- Покушение на заветное: Очерки, рассказы. Уфа: Башкнигиздат, 1992. (рус.)
- Заповедное. Уфа: Китап, 2006. (рус.)
- Память сокровенная: Сборник стихов. Уфа: Скиф, 2015. (рус.)
Матбуғаттағы мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Как один человек целую деревню напоил. Вежливая настырность Зинфира Фархутдинова достигла цели. «Республика Башкортостан» гәзите, 28 ғинуар 2014 йыл, № 14 (27999)[4].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2021 йылдың 13 мартында Башҡортостан Яҙыусылар союзы Борис Павловтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы ижад кисәһе үткәрҙе. Унда әҙип йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыу, уның ижадын йәштәр араһында әүҙем пропагандалау тураһында тәҡдимдәр яңғыраны[5].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 2,0 2,1 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1991.
- ↑ В Уфе ушел из жизни писатель Борис Павлов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 май 2020)
- ↑ «Республика Башкортостан» гәзите, 28 ғинуар 2014 йыл, № 14 2014 йылдың 30 август көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2019)
- ↑ В Уфе творческим вечером почтили память писателя Бориса Павлова. ИА «Башинформ», 15 марта 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2021)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Павлов Борис Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 март 2021)
- Башкирское региональное отделение партии «Яблоко» - Яблоко Башкирии. Поздравление с юбилеем
- Сайт «УФА-ГИД». «ЗЕЛЕНЫЙ» ВОЗРАСТ БОРИСА ПАВЛОВА
- Сайт «BezFormata.Com». А Павлов, как всегда, рвётся в бой
- Башҡортостандың әҙәби картаһы
- Борис Павлов: «Потерян человеческий облик при сытом животе» 2016 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған.
- А. Докучаева. Книга как поступок. К 75-летию писателя-публициста Бориса Павлова. Газета Республика Башкортостан от 27 января 2011 года № 15. 2014 йылдың 30 август көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2019)
- 29 ғинуарҙа тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 14 майҙа вафат булғандар
- 2020 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостан яҙыусылары
- Рәсәй яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Алфавит буйынса яҙыусылар